Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 604 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӨКӨЛДӘШЕҮ
СӨКӨ Л Д ӘШЕ Ү (сөкөлдәш-) ҡ. ҡар. сөкөрләшеү. ■ [Мөхит — Булатҡа:] Әйҙә, Гөләйшә инәй һине әллә ҡасан эҙләтә. .. [Ә һин] .. рәхәтләнеп, икәүләп кенә, сөкөлдәшеп ултыраһың. К. Кинйәбулатова.
СӨКӨР и. диал. ҡар. соҡор. Сөкөргә төшөу. Сөкөр ҡаҙыу. Тәрән сөкөр. һыулы сөкөр.
СӨКӨРЛӘҮ (сөкөрлә-) ҡ. ҡар. сөкөрләшеү. Сыпсыҡтар сөкөрләйҙәр. Туҡтамай сөкөрләү. Сөкөрләп кенә сәй эсеү.
СӨКӨРЛӘШЕҮ (сөкөрләш-) (Р.: ворковать; И.: соо; T.: üveymek) ҡ.
1. Сөкөр иткән тауыш сығарыу (ҡоштарға ҡарата). □ Ворковать; щебетать. // Воркование; щебет, щебетание. Һандуғастар сөкөрләшә. Сыйырсыҡтар сөкөрләшә. ■ Тауыҡтар ишек төбөнә йыйылышып, ниҙер сөкөрләшергә, асыу менән суҡышырға тотондолар. И. Насыри. Ағас ботаҡтарында, өй кәрниздәрендә сәпсектәр сөкөрләшәләр. Ғ. Ғүмәр.
2. Үҙ-ара яғымлы, йомшаҡ итеп, әкрен генә һөйләшеү, серләшеү. □ Любезничать, мило разговаривать, беседовать. ■ Ҡатыны: «Ҡуйығыҙ инде, талашмағыҙ. Ҡай-натай менән кейәү шикелле сөкөрләшеп кенә һөйләшеп ултыра алмайһығыҙмы ни?» — тигәс, Владимир тыйылды. Ә. Хәкимов. Бына Һолтанбайҙың Тимербикәһе килеп төшһөн ине әле, тәүлек буйы эргәһенән ебәрмәй сөкөрләшеп ултырыр ине. Н. Мусин. Ҡискә табан мал-тыуарын ҡарап, кәртәгә ябып килеп ингән Мәҙинә эңер ҡараңғылығында ҡыҙҙарының әкрен генә сөкөрләшкәнен ишетте. Т. Ғарипова. Ҡоҙағыйҙар, серҙәре тиҙ үк берегеп, сөкөрләшә-сөкөрләшә аш урыны әҙерләп бөтөүгә, Хәйҙәр менән Фәғилә килеп керҙе. Ә. Хәкимов.
СӨКӨР-СӨКӨР (Р.: подражание звуку тихого разговора; И.: imitative word; onomatop; T.: sestaklidi) оҡш.
Татыу ғына, әкрен генә һөйләшкән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку тихого разговора. Сөкөр-сөкөр килеү. ■ Ҡыҙҙар тағанға сәйнүк элгән. һәр ваҡыттағыса сөкөр-сөкөр һөйләшәләр, бә
хәсләшәләр. Т. Ғарипова. Ғәли менән Фәриҙә сөкөр-сөкөр һөйләшә. Әйтерһең, улар өс ай түгел, ғүмер буйы дуҫ булғандар. 3. Ураҡсин. Туҡмуйрыҡ менән Иван йәнәшләп алдан төштө. Сөкөр-сөкөр һөйләшкән булып баралар. Ғ. Ибраһимов.
СӨКӨРТ (Р: выбоина; И.: rut; T.: çukur) и. диал. ҡар. уйым.
Юлдағы соҡор-саҡыр яһап ятҡан көрт; урғылйын. □ Выбоина. Сөкөрткә эләгеү.
■ Ишбулдының күҙ алдына Ҡандыруба соҡорондағы яр һымаҡ сөкөрттәр .. килеп баҫты. И. Ғиззәтуллин.
СӨКӨРТЛӨ (Р: с выбоиной; И.: rutty; Т: çukurlu) с.
Тигеҙ булмаған, соҡорло. □ С выбоиной. Сөкөртлө юл. ■ Тик ел ҡыуалаған тулҡындар оҙаҡ көттөрмәне, кәмә сөкөртлө юлдан барған сана шикелле ҡалҡанлай башланы. Н. Мусин.
СӨКӨРӘЙЕҮ (сөкөрәй ) (Р: горбиться; И.: hump; T: kamburlaşmak) ҡ. диал. ҡар. бөкрәйеү.
Бөкрөгә әйләнеү; көмрәйеү. □ Горбиться, сутулиться; кривиться, искривляться. // Сутулость; кривизна, искривление. Сөкөрәйеп ултырыу. Иҫке өйҙәр сөкөрәйгән.
■ Ҡеше, бик ҡартайһа, кесерәйә, бәләкәйләнә. Шул хәлде сөкөрәйеү тиҙәр. Экспедиция материалдарынан.
СӨКӨШКӘ и. диал. ҡар. сикәсөй. Ҡү-сәр сөкөшкәһе. Сөкөшкәһен тығып ҡуйыу.
СӨКСӨМӘН с. ҡар. сөңкөлдәк. Сөксөмән ҡатын. Сөксөмән бала.
СӨКҮНӘТ [ғәр. ‘тынлыҡ’] (Р.: тишина; И.: stillness; T: sessizlik) и. иҫк. ҡар. тынлыҡ.
Тауыш-тынһыҙ, тыныс хәл. □ Тишина, спокойствие, мир. Сөкүнәт эсендә. Тирә-яҡта сөкүнәт. ■ Ысынлап та, был ваҡытта бөтә ер йөҙөн бик тәрән сөкүнәт ҡаплаған. М. Ғафури. Бәғзе тау араларында .. көндөҙ шылт иткән тауыш та булмай, .. сөкүнәт хөкөм һөрә. Ғ. Рафиҡи.
СӨКҮНӘТ ИТЕҮ (сөкүнәт ит-) ҡ. ҡар. сөкүт итеү. ■ Йыртҡыс хайуандар ҡул сабалар, башҡалары сөкүнәт итәләр. М. Ғафури.
604