Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 603 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӨКӨЛДӘҮ
1. Тәнгә сыға торған ҡаты түңәрәк төйөрсөк. □ Бородавка. Сөйәл сығыу. ■ Ябай сөйәл махсус вирустарҙың тәнгә эләгеүе менән барлыҡҡа килә. В. Ғүмәров. Сөйәл сыҡһа, уны ағас ботағы менән төртөп имләйҙәр, имләгәндә ошо һамаҡты әйтәләр: «Сөйәл сөрөккә сыҡһын, сөрөк дүңгәккә сыҡһын!» «Башҡорттарҙың им-том китабы »нан.
2. Ҡул-аяҡтағы тиренең өйкәлеүҙән ҡаты булып ҡабарған урыны. □ Сухая мозоль. ■ [Нәфисә — Рауилға:] Бына хәҙер ҡулыңда сөйәл бар инде. Тик һин ул сөйәлде йомшарта күрмә, йәме! С. Агиш. Устары сөйәлдән күберсеһә лә, бирешмәне Сәлим. С. Шәрипов. Ә Хөрмәт быға ҡәнәғәт: «Иҫәп, — ти, — минең теүәл. Ҡырҙа күпме кәбән ҡойһам, ҡулда шул тиклем сөйәл!» Р. Назаров.
3. диал. Үҫемлектәрҙә һәм хайуандар тәнендә була торған ҡоро шеш; оро, тыңҡауыҡ. □ Нарост; чернильные орешки. Япраҡ сөйәле. Ағас олонондағы сөйәлдәр. Ат тояғын сөйәлдәр ҡаплаған.
СӨЙӘЛ ИМЕ (Р.: заговор бородавки; И.: magic method to treat a verruca; T: siğil duası) и. миф.
Сөйәлде имләү. □ Заговор бородавки. ■ Сөйәл сыҡһа, сөйәл име тигән доға уҡыйҙар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СӨЙӘЛЛЕ (Р: бородавчатый; И.: warty; T.: siğilli) с.
1. Сөйәл (1) үҫкән, сөйәле булған.
□ Бородавчатый. Сөйәлле бит. Сөйәлле тире. ■ [Морҙаштың] ҡара сөйәлле кәгез танауы ороло бәрәңгегә оҡшап тора. Д. Юлтый.
2. Сөйәл (2) сыҡҡан, сөйәле булған.
□ Мозолистый. Сөйәлле ҡулдар. ■ Сөйәлле ҡул, киң күкрәккә терәп, дуҫҡа тағын икмәк телемен бүлә. Р. Назаров. Байгилде ағай .. үҙенең сөйәлле бармаҡтарын бөтөркә кәрәк һаҡалына батыра. 3. Биишева. Һө-йәрбикәнең һуңғы һорауы уның [Сабурҙың] сөйәлле аяғына баҫҡан шикелле тәьҫир итте. Р. Өмөтбаев.
СӨЙӘЛЛӘНЕҮ (сөйәллән ) (Р: покрываться бородавками; И.: get covered with warts; T.: siğillenmek) ҡ.
Сөйәллегә (1, 2) әйләнеү; сөйәлләү. □ Покрываться бородавками, мозолями. Сөйәлләнеп бөтөү. Сөйәлләнгән устар.
■ Кемдер берәү .. кәйлә йөкмәгән,.. ҡулдары сөйәлләнеп, умырылып ярылған, Мөлөк ағайға ҡарай килә. Т. Хәйбуллин. Сәғүрә еңгә иренен, ҡасандыр дала бөркөтө шикелле ҡыйыу ҡарашы менән үҙенең йөрәген дер һелкеткән, әле инде ҡайғылы тынып ҡалған һөрмәле ҡара күҙҙәренә, сөйәлләнеп ҡатҡан ҙур көслө ҡулдарына моңайып ҡарай. 3. Биишева. Кил әле һин, иптәш! Бир һин миңә сөйәлләнеп ҡатҡан ҡулыңды. М. Ғафури.
СӨЙӘЛЛӘҮ (сөйәллә-) ҡ. ҡар. сөйәлләнеү. Аяғым сөйәлләгән. Устары сөйәлләп бөткән.
СӨЙӘЛ ТАШЛАУ (Р: избавление от бородавки; И.: magic method to treat a verruca; T: siğili büyü ile tedavi etme usulü) и. миф.
Сөйәлде магик дауалау ысулы. □ Магический способ избавления от бородавки. Сөйәл ташлап имләү.
СӨЙӘЛ ҮЛӘНЕ (Р: чистотел; И.: celandine; T.: kırlangıç otu) и. бот.
Мәк һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, бейеклеге 90 сантиметрға еткән һары сәскәле күп йыллыҡ (һирәк кенә ике йыллыҡ) ағыулы үҫемлек. □ Чистотел, бородавник (лат. Chelidonium). Сөйәл үләне дауаһы.
■ Торатау биләмәһендә ер йөҙөндә һирәк осрай торған йөҙҙән ашыу төр үҫемлек (кейәү үләне, йыуа, күк сәскә, һабын үләне, сөйәл үләне, йылан тамыры, айыутабан, йоҡо үләне, елем үлән һәм башҡалар) үҫә. «Торатау», 23 октябрь 2010.
СӨКӨЛ и. диал.
1. ҡар. соҡалта. Мейес сөкөлө. Сөкөл яһау. Сөкөлгә әйбер ҡуйыу.
2. ҡар. сикүшкә. Сөкөл алыу. Магазиндан бер сөкөл һатып алыу.
3. ҡар. сөкәл II. Сөкөл һөйәге. Сөкөл быуыны. Сөкөл һуғыу.
СӨКӨЛДӘҮ (сөкөлдә-) ҡ. ҡар. сөкөрләү. Ҡыҙҙар сөкөлдәшә. ■ «Нимә уның менән сабый балалар кеүек сөкөлдәргә!» — тине Фәриҙә. Р. Низамов.
603