СӨЙӨҮ
килеп атланды, ти. Икенсеһендә буҙ толпар уны ергә сөйҙө, ти. «Алпамыша».
2. Көс менән һикертеү, өҫкә ырғытыу. □ Качать, подбрасывать. ■ Взвод, ел кутәргән кеуек ҡубып, ура ҡысҡырырға, Әхтәмде тын алдырмай һауаға сөйөргә кереште. Ә. Хәкимов. Хәбибйән ағаһына оҡшай был һуҙ, ул ҡысҡырып көлөп ебәрә лә улын өҫкә сөйә, унан кукрәгенә ҡыҫа. Ф. Аҡбулатова. Дуғалай бөгөлгән ҡайын һиртмә, тәпеһенән ысҡынып, .. мине әллә ҡайҙа һауаға сөйөп ебәрҙе. Н. Мусин.
3. Һунар ҡошон йәнлек, ҡош тибергә осороу; сөйҙөрөү, сөйөлтөү. □ Запускать охотничью птицу. Ҡош сөйөу. Бөркөт сөйөу. Ҡыйғыр сөйөу. ■ Ҡарсыға ла сөйҙөм өйрәккә, тибә алмай ҡунды тирәккә. Халыҡ йырынан. [Иҙеукәй — ғәйепле балаға:] Атаң атҡа мендергән, өҫ-башыңды бөтәйткән, ҡош сөйөргә өйрәткән, тубылғынан уҡ юнып, ҡараманан ян бөгөп, ҡош атырға өйрәткән. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
4. Шәлдең, яулыҡтың ике осон артҡа шаҡарып бәйләү. □ Завязывать узелком в затылочной части головы (платок, шаль). Яулыҡты сөйөп бәйләу. V Ҡафия яулығын сөйөп бәйләне лә, бөйөрөнә таянып, бейеп китте. Ш. Шәһәр. Бибисара инәй инәлтеп торманы, артҡа яҙып сөйгән ҙур яулығын рәтләй-рәтләй, һикегә һәр кемгә мендәрҙәр ташлай башланы. Ә. Вәхитов. Гөлйөҙөм шунда уҡ, сулпыларын йылҡылдатып, яулығын сөйөп бәйләне. Ф. Иҫәнғолов.
5. Текә, бейек итеп күтәреү. □ Задирать, поднимать. Башты сөйөу. Ҡашты сөйөу. Эйәкте сөйөу. И Танк .. бер урында тапанып әйләнде лә туп көбәген өҫкә сөйөп туҡтаны. Д. Исламов. Ғәлиә иһә, ҡыйғас ҡаштарын сөйөп, ҡапыл етди ҡиәфәт алды, көрһөндө. Н. Мусин. Тирәк яғына баш сөйгән һеләуһендең бер генә аҙым атлауы менән ук Буранбикә уның беләгенән тотоп юлын булде. Ғ. Ибраһимов. Таһир бер саҡта ла танауын сөймәй, кәпәренмәй, уҙен баҫалҡы тота. Ғ. Аллаяров.
СӨЙӨҮ II (сөй-) ҡ. ҡар. сөйөрөү I. Баш сөйөу. Ҡарашты сөйөу. Ҡуҙен сөйгән була.
СӨЙӨШӨҮ (сөйөш-) ҡ. урт. ҡар. сөйөү I, 1—3. взаимн. от сөйөү I, 1—3. Ыласын сөйөшөу. Туп сөйөшөу.
СӨЙРӨЛӨҮ (сөйрөл-) (Р.: вертеться; И.: whir; T.: etrafında dönmek) ҡ.
Бер урынды уратып хәрәкәт итеү; әйләнеү, өйрөлөү. □ Вертеться, крутиться. Сөйрөлөп бейеу. Сәскә тирәләй сөйрөлгән кубәләк. ■ Фәйзулла ла, һөйөклөһө тирәләй сөйрөлөп, татлы ашты тур башҡа, ашъяулыҡҡа ташый. «Йәшлек», 19 август 2008. Дурт ғаиләгә башлыҡ ҡамытын кейгән ҡарттың башында уйҙар өйрөлдө лә сөйрөлдө. «Ағиҙел», № 2, 2011.
СӨЙРӨЛТМӘК (сөйрөлтмәге) (Р: водоворот; И.: eddy; T.: girdap, su çevrisi) и. диал. ҡар. өйрөлмәк.
һыуҙың бер урында өйрөлөп аҡҡан урыны; һыу өйөрмәһе. □ Водоворот. Йылға сөйрөлтмәге. Сөйрөлтмәккә эләгеу. Сөйрөлтмәк йотоу.
СӨЙСӘ (Р: неровный; И.: uneven; Т.: pürüzlü) с. диал. ҡар. соҡорло.
Соҡорҙар булған, тигеҙ булмаған. □ Неровный (о поверхности). Сөйсә ер. Сөйсә юл. Сөйсә урын. Сөйсә булыу.
СӨЙ ТАШЫ (Р: камень, взятый из-под сосны или лиственницы, имеющий магическую силу; И.: magical stone; T.: büyü taşı) и. миф.
Башҡорттарҙың ышаныуы буйынса, магик көскә эйә булған ҡарағай йәки ҡарағас аҫтынан алынған таш. □ Камень, взятый из-под сосны или лиственницы, имеющий магическую силу воздействия на погоду. доел. Гвоздевой, гвоздяной камень. К Ҡөн оҙаҡ йонсоу булһа, сөй ташын еҫе Хоҙайға етһен тип, ҡаҙанға һалып ҡайнатҡандар. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
СӨЙ ҺУРҒЫС (Р: гвоздодёр; И.: naildrawer; T.: kıskaç) и.
Тимер сөйҙө һурып сығара торған ҡорал. □ Гвоздодёр. Яңы сөй һурғыс. Сөй һурғыс менән иҙән сәйҙәрен һурыу. Төрлө ҙурлыҡтағы сөй һурғыс һатыу.
СӨЙӘЛ (Р: бородавка; И.: wart; T.: si-ğii) и.
602