СӨЙӨҮ
ҙәниә күрмәгәндә, тартып сөйөлдөрөктө систе. Р. Ғабдрахманов. Тарттырып бәйләнгән сөйөлдөрөк һыуҙа шешенеп киткән — сисермен тимә. Ф. Иҫәнғолов. Сөйөлдөрөк яңылыш ҡамыт бауы менән тәртә араһына ҡыҫылып ҡалды. С. Агиш.
♦ Сөйөлдөрөк бушау ихтыяр көсө юғалыу, йомшау. □ Стать мягкотелым, безвольным. ■ «Эһе-һе, ҡусты кеше, һеҙҙең бында сөйөлдөрөк бөтөнләй бушап киткән, — тине Яубаҫаров, эсе бошоп. — Ниндәй сөйөлдөрөк? Тракторҙа сөйөлдөрөк булмай, ағай. Ул шау тимерҙән». X. Ғиләжев.
СӨЙӨЛДӨРӨК II (сөйөлдөрөгө) (Р: темляк; И.: sabre knot; T.: ilmik) и.
Ҡылыс, ҡамсы һ. б. кеүек нәмәләрҙең ҡулға кейә торған элмәге; бөлдөргө.
□ Темляк. Ҡылыс сөйөлдөрөгө. Бысаҡ сөйөлдөрөгө. Сөйөлдөрөк уреу. Сөйөлдөрөк кейҙереу.
СӨЙӨЛТӨҮ (сөйөлт-) ҡ. ҡар. сөйөү. Бурек сөйөлтөу. Таяҡ сөйөлтөу. Шоңҡар сөйөлтөу. Ҡаш сөйөлтөу.
СӨЙӨЛӨҮ (сөйөл-) ҡ.
1. төш. ҡар. сөйөү (1—4). страд, от сөйөү (1—4). ■ Төнө буйы куккә ракеталар сөйөлдө. Ғ. Рамазанов. Халыҡ, шуны ғына көтөп торған тиерһең, йәнә гөжләтеп ҡул сабып ебәрҙе, эшләпә, фуражкалар юғары сөйөлдө, сәскә һибелде, өҫтөбөҙгә кәнфит яуҙы. Д. Бүләков.
2. Киҫкен рәүештә өҫкә күтәрелеү.
□ Взметаться, взметнуться вверх. ■ Ҡошсоҡ куккә сөйөлөп-сөйөлөп оса ла таш кеуек тубән төшә. Р. Солтангәрәев. Ғиззәттең яҫы ҡаштары ике ҡауырһын һымаҡ юғары сөйөлә, маңлайындағы һырҙар ишәйә. Н. Мусин. Шамиловтың ҡаштары маңлайына сөйөлдө. Д. Бүләков.
СӨЙӨРӨЛӨҮ (сөйөрөл-) ҡ. диал. ҡар. сөйөлөү. Ҡуккә сөйөрөлгән ҡоштар. ■ Абдулланың төйөрөм яҫы ҡаштары сөйөрөлгән. Н. Мусин.
СӨЙӨРӨҮ I (сөйөр-) (Р: отворачиваться; И.: turn away; T.: yüz çevirmek, başını çevirmek) ҡ.
Ситкә бороу (башты, ҡарашты).
□ Отворачиваться; отворачивать; отводить
(лицо, глаза), выражая недовольство. Баш сөйөрөу. ■ Ҡыҙ тәу куреуҙән ук Бәҙриҙән куҙ сөйөрмәне. Ә. Әһлиуллин.
♦ Йөҙ сөйөрөү {йәки сөйөү) баш тартыу.
□ Отказываться, отвернуться. ■ Биленә бер еп тағып килтерҙеләр, Йософто шул ҡойоға төшөрҙөләр, шәфҡәтһеҙҙәр! Йөҙҙәрен сөйөрҙөләр, береһе килеп арҡанын киҫер имде. «Йософ ҡиссаһы». Эй, тыуған ер, минән йөҙөң сөйөр, хөрмәтеңә лайыҡ булмаһам. Ә. Әхмәтҡужин. Сәсәндең бар хәуефе халыҡтың унан йөҙ сөйөрөуе ине. Ә. Хәкимов.
СӨЙӨРӨҮ II (сөйөр ) ҡ. диал. ҡар. сөйөү I. Һауаға сөйөрөу. ■ Бәһлеуәндәрҙе Сәлмән ул саҡ бала кеуек сөйөргән. Ҡ. Даян.
СӨЙӨР-СИТНАУ и. йыйн. диал. ҡар. сир-сырхау. Сөйөр-ситнау ҙан һаҡланыу. Сөйөр-ситнау тейеу.
СӨЙӨРТМӘК (сөйөртмәге) (Р: рогатка; И.: wye; T.: sapan) и.
Таш һәм башҡа нәмәне атыр өсөн ике осона резина бәйләнгән саталы ағас; һиртмәк. □ Рогатка. Сөйөртмәктән атыу. һуҙылмаҡлы сөйөртмәк. Сөйөртмәк яһау. Сөйөртмәк йөрөтөу.
СӨЙӨРТӨҮI (сөйөрт-) (Р: кружить; И.: circle; T: döndürmek) ҡ.
Бер урынды уратып осортоу; өйрөлтөү.
□ Кружить. Япраҡтарҙы сөйөртөу. Сөйөр-төп ебәреу. ■ Ел сөйөртөр көлдө туҙҙырып. Ә. Әхмәтҡужин.
СӨЙӨРТӨҮ II (сөйөрт-) ҡ. диал. ҡар. сөйөү. Таш сөйөртөу. Баш сөйөртөу. Туп сөйөртөу. Граната сөйөртөу.
СӨЙӨҮ I (сөй-) (Р: бросать вверх; И.: toss up, fling up; T: atmak, havaya atmak) ҡ.
1. Көс менән өҫкә ырғытып ебәреү; атып бәреү. □ Бросать, кидать вверх; метать. // Метание. Сөйөп ебәреу. Таш сөйөу. Уҡ сөйөу. Сөйөп ташлау. ■ Иҫән ҡалған һыбай һаҡсыны ҡасҡындарҙың береһе, ҡороҡ сөйөп, ат өҫтөнән һөйрәкләп төшөрҙө. Ғ. Ибраһимов. Башҡорттар ҡыйҡыу һалып ҡысҡыралар, уҡтан аталар, һөңгө сөйәләр, баш остарында ҡылыстары уйнай. Н. Мусин. Алпамыша, йығылмай-нитмәй, буҙ толпарға шып итеп
601