сәйҙә
СӘЙҘӘ I и. диал. ҡар. төйҙә. Бысаҡ сөйҙәһе. Мылтыҡ сөйҙәһе. Балта сөйҙәһе. Сәйҙә менән һуғыу.
СӘЙҘӘ II (Р.: бугор атланта; И.: first cervical vertebra protuberance; T.: atlas (birinci omur kemiği) и. анат. диал.
Кешеләрҙә беренсе елкә умыртҡаһының сығып торған ере; сөйкә. □ Бугор атланта (выступающая часть шейного позвонка). Осло сәйҙә. Сөйҙәһе ҡалҡып сығып тора.
СӨЙ ҠАҒЫУ (сөй ҡаҡ-) (Р: вбивать гвоздь; И.: nail; T.: çivi çakmak) и. миф.
Ен-зәхмәттәрҙе ҡурҡытыу маҡсатында ауырыуҙың кейемен ергә берәй осло нәмә (сөй, уҡ-һөңгө һ. б.) менән ҡаҙап ҡуйыу йолаһы. □ Вбивание гвоздя (магический способ избавления от духов болезней). ■ Ауырыуҙың кейемен ергә сөй, уҡ-һөцгө менән ҡаҙауҙы сөй ҡағыу тиҙәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СӘЙЛӘ (Р: с гвоздём; И.: with a nail; Т.: çivili) с.
Сөй менән ҡағылған. □ С гвоздём; с шипами. Сөйлө даға. Сөйлө таҡта. Сөйлө иҙән. Ағас сөйлө тәҙрәләр. Тимер сөйлө итек.
СӨЙЛӨГӨҮ (сөйлөк-) (Р: подбрасываться; И.: sore up; T.: havaya atılmak) ҡ.
1. Ҡапыл өҫкә атылыу; сөйөлөү, һикереү. □ Подбрасываться, подпрыгнуть; взметнуться вверх. Һауаға сөйлөгөү. ■ Күккә сөйлөгөп-сөйлөгөп, һайрай һабан турғайы. Р. Солтангәрәев.
2. Ҡапыл сөйөлөп, һикерә биреп, ауыу йәки ауа яҙыу; һөрлөгөү. □ Споткнуться. Тупһаға сөйлөгөү. ■ Арба кинәт туҡтаны һәм алға сөйлөктө, күмерҙәр ергә дөбөр-шатыр ҡойолдо. Р. Низамов. Күк алаша тертләп алға ынтылды. Аҡйондоҙ .. ҡапыл артҡа сайҡалып китте, сөйлөгөп, саҡ-саҡ ҡолап төшмәне. М. Кәрим.
СӨЙЛӨК БАУЫ (Р.: супонь; И.: һате-strap; T.: koşum takımının bir parçası) и. диал. ҡар. тамаҡбау.
Атты еккәс, ҡамыт ағасының башын тартып бәйләй торған бау. □ Супонь (часть сбруй). Камыттың сөйлөк бауын бәйләү. Сөйлөк бауын бушатыу.
СӨЙЛӨКТӨРӨҮ (сәйлектәр-) (Р: подбросить; И.: toss up; T: atmak) к.
1. Тигеҙ ятмаған йәки ныҡ ултырмаған нәмәнең бер яғына, осона баҫып йәки һуғып, икенсе яғын, осон ҡапыл өҫкә күтәреү, атыу. □ Подбросить. Сөйлөктөрөп ебәреү. Сөйлөктөрөп ҡуйыу. Балалар бер-береһен сөйлөктөрөп уйнайҙар. ■ Ғилмениса ни эшләптер кәмәне сөйлөктөрҙө һәм һыуға салҡан йығылды. Р. Низамов.
2. Нимәлер хәрәкәт иткәндә ҡапыл туҡтап, йә киреһенсә, ҡапыл ҡуҙғалып, өҫтөндәге нәмәне ауҙарыу, түңкәреү. □ Опрокинуть. Һыбайлыны ат сөйлөктөрҙө. Арбанан сөйлөктөрөү. Сөйлөктөрөп төшөрөү.
СӨЙЛӘНЕҮ (сөйлән-) ҡ. төш. ҡар. сәйләү 1. страд, от сәйләү 1. Сөйләнгән таҡта. Табаны сөйләнгән итек. ■ Касим, бер аҙым ҡалғас, табаны ергә ҡуша сөйләнгән кеүек туҡтаны. Н. Мусин. Элек директор кабинеты булған бүлмәнең клеёнка көпләүле ишеге шар асыҡ, унан тәҙрәләре таҡта менән сөйләнгән оҙон коридорҙың түшәменә төтөн күтәрелә, түңәрәк мейес алдында берәү сүгәләп утты ҡағыштыра. Ш. Янбаев.
СӘЙЛӘҮ (сәйлә-) (Р: прибивать гвоздём; И.: nail up; T: çivilemek) ҡ.
1. Сөй (1, 2) ҡағыу, сөй менән нығытыу. □ Прибивать гвоздём, гвоздями; укреплять гвоздём, гвоздями. Таҡтаны сәйләү.
■ Кайһы берәүҙәр, аҡбарыҫты сананан төшөрөп, уны тунарға кереште, икенселәре, оҙон йырҙаға арҡыры ағастар сәйләп, кирге әҙерләне. Н. Мусин.
2. күсм. Ыңғайлатыр, эшләтер өсөн юрамал маҡтау; юхалау. □ Льстить кому, умасливать кого. ■ [Әсә:] Ирҙәрҙең .. береһе лә ерле юҡтан ғына әүлиә булмай. Ваҡыты менән көйләйһең дә ул ирҙе, сәйләйһең дә. Һәр саҡ үҙ һүҙеңде генә һүҙ итеп булмай. Яр. Вәлиев. Йүнгилде ҡарт йүнләп кенә Яугилдегә барғылай һәм йүкәләп, сәйләп кенә ярышырға самалай. Б. Бикбай. • һөйләп алдырмаған көйләп алдырыр, көйләп алдырмаған сәйләп алдырыр. Әйтем.
СӨЙӨЛДӨРӨК I (сөйөлдөрөгө) и. диал. ҡар. тамаҡбау. Сөйөлдөрөктө бәйләү.
■ Хәмәтша .. аттың алдына сыҡты. Мә-
600