Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 599 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӨЙҘӨРӨҮ
рованный гвоздь (как отгонное и обережное средство). Сой көсөн ҡулланыу.
♦ Ауыҙҙы сәйгә элеү ҡар. ауыҙ.
■ [Камалетдинов — председателгә:] Нимә, Азат Әһлиевич, тағы бесәнһеҙ, ауыҙығыҙҙы сәйгә элеп ултыраһығыҙмы? Т. Ғарипова. Ил өҫтөндә имән сөй бик шәп тә кеше икән, тигән мәғәнәлә кире мөнәсәбәт белдереп әйтелә. □ Употребляется в ироничном смысле для обозначения незаслуженно выделяемого или высокомерного человека.
■ [Факиһа:] Шаһиәхмәт ҡайнаға ил өҫтөндә имән сөймө әллә ул хәтле. Шәриғәт алдында бөтәгеҙ ҙә тигеҙ. Ж. Кейекбаев. Йүкә сөй ҡар. йүкә. ■ [Хөсәйенов:] Беҙҙең ҡолаҡ һеҙҙең вәғәзегеҙҙән тик ләззәт кенә таба. [Хәҙрәт:] Һин ахмаҡланма, мин .. йүкә сәйгә иреп китә торғандарҙан тугел. С. Агиш. Йүкә сөй ҡағыу ҡар. йүкә. ■ Махсус ҡорал биргәс, интегеп-интегеп соҡорҙо ҡаҙып бөтөрҙөм. Кискелекте ашағанда мине маҡтаған булдылар, йүкә сөй ҡаҡтылар. «Ағиҙел», № 3, 2010. Ҡырк сөйҙөң береһе ҡалмау бик ныҡ ҡурҡыу. □ Очень сильно испугаться, соотв. Душа в пятки ушла.
■ [Бабай:] Яр башында .. ике ут ялтырай. Утты күргәс, мин ҡойолдом да төштөм, ҡырҡ сөйҙөң береһе ҡалманы. И. Насыри. Сөй бушау ихтыяр көсө юғалыу, йомшау. □ Стать мягкотелым, терять силу воли.
■ «Башыңды һыуға һалырға һинең сөйөң бушаҡ!» — тип Сәлих зәһәр төртөп алды. X. Мохтар. Сөй ҡағыу ҡар. йүкә сөй ҡағыу. М Кайһы берәүҙәр шундай ләззәтләнеп сөй ҡағалар: һин бик ҡәҙимге. Шиғыр яҙһаң, ни һуң? Һинең бөгөн беҙгә оҡшашлығың ҡәҙерле. Т. Ғәниева. Сөй ҡаҡшау юғалып ҡалыу, таралып төшөү. □ Теряться. М Үткән көнгө ваҡиғанан һуң сәйҙәре яҡшы уҡ ҡаҡшаған .. хужа уны [Тайновты] яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. И. Насыри. Сөй өҫтөнә туҡмаҡ {йәки сүмәлә) бер насар нәмәгә икенсеһе өҫтәлгәндә әйтелә; бәлә өҫтөнә бәлә. □ Беда на беду, несчастье. ■ Былтыр берекмәгә килгән сағында әллә ысын, әллә вайым менән: «Булаттан хат киләме?» — тип һораны Заһитов. Тағы шул хаҡта һүҙ ҡуҙғатһа, сөй өҫтөнә туҡмаҡ, тигән шикеллерәк була инде.
Н. Мусин. Бер тананың быҙауы үле тыуҙы. Тағы сөй өҫтөнә туҡмаҡ: килен ғәйепле, ҡарамаған. Ж. Кейекбаев. Сөй сығарыу ҡар. сөй эҙләү. ■ Әллә берәй нәмә һиҙә инде, ҡәһәр төшкөрө, үҙе бәйләнмәй, ә мин һис бер сөй сығара алмайым. С. Агиш. Сөй эҙләү {йәки табырға тырышыу) ниндәйҙер юҡ сәбәп табып, бәйләнергә уйлау. □ соотв. Искать сор в чужом глазу. К [Аҙнаев — Солтановҡа:] Һин минең һәр әйткән һүҙҙән, эшләргә теләгән эштәремдән сөй табырға тырышаһың, ә үҙең, специалист булараҡ, производствоны тағы ла яҡшыраҡ ойоштороу өсөн бер тәҡдим дә индергәнең юҡ. Н. Мусин. Нурислам, асыуын йомоп, командировка ҡағыҙы менән таныҡлығын өҫтәлгә сығарып һалды [Фазылға]: «Мин иләктән үткән кеше, юҡтан сөй эҙләйһең», — тип өҫтәне. Ә. Хәкимов. Тишек һайын сөй ҡағыу һөйләгәнде кирегә һаплау, кире мәғәнә биреү. □ Переиначивать слова. ■ [Рәми:] Апай, һин, тишек һайын сөй ҡаҡҡандай, һәр һүҙемде үртәү тип аңлайһың, һинең менән нисек һөйләшергә лә белмәйем инде. X. Мохтар.
СӨЙ II (Р.: огрех; И.: flaw; T.: kusur) и. а. х. диал. ҡар. сей.
Һөрөлмәй, сәселмәй, һуғылмай һ. б. ҡалған урын. □ Огрех (на пашне). Сөй ҡалдырмай һөрөү. Күп ерҙәр сөй булып ҡалған.
СӨЙҘӨ (Р: лопатка; И.: shoulder blade; T: kürek kemiği) и. анат. диал. ҡар. ҡалаҡ һөйәге.
Арҡаның юғары өлөшөндәге өс мөйөшлө ике яҫы һөйәктең береһе. □ Лопатка. Сөйҙө аҫтында ауыртыу. Сөйҙө һыҙлауы. Көрәштә сөйҙөһөнә әйләндереп һалыу.
сөйҙөлкә [рус. седёлка] (Р: седёлка; И.: pack; bale; T.: eyer) и. диал. ҡар. ыңғырсаҡ.
Аттың һыртына һалына торған екке әйбер. □ Седёлка, седелка. Сөйҙөлкә айылы. Сөйҙөлкә кейеҙе. Сөйҙөлкә һалып менеү.
СӨЙҘӨРӨҮ (сәйҙәр-) ҡ. ҡар. сөйөү (1— 4). Таш сөйҙөрөү. Һуйыл сөйҙөрөү. Баланы сөйҙөрөү. ■ Шоңҡар һөйгән һунарсы ҡош сөйҙөрмәй сыҙармы? «Аҡбуҙат».
599