СӨГӨРМӘК
СӨГӨРМӘК (сөгөрмәге) (Р.: водоворот; И.: whirlpool; T.: girdap, su çevrisi) и. диал. ҡар. өйрөлтмәк.
һыуҙың өйөрөлөп ятҡан сөмөкәй урыны. □ Водоворот. Кул сөгөрмәге. Йылға сөгөрмәге. Сөгөрмәккә төшөу. Сөгөрмәккә эләгеу. Ҡиң сөгөрмәк. ■ Тормош ҡайнай, яңынан-яңы сөгөрмәктәр урғылып килеп сыға. Ә. Хәкимов.
СӨГӨРМӘКЛӘНЕҮ (сөгөрмәклән-) (Р.: вызывать водоворот; И.: make a whirlpool; T.: girdap yapmak) ҡ.
Сөгөрмәккә әйләнеү, сөгөрмәкле булыу. □ Вызывать водоворот. Сөгөрмәкләнеп ағыу. ■ Сөгөрмәкләнеп-ярһып аҡҡан тар йылға уҙәне буйлап, һорғолт болоттарға ҡушылып, тау аралығынан дары төтөнө ағыла. Ә. Хәкимов. Ажау йылғаның тиҙ аҡҡан ҡомло ерҙәрендә, купер, тамыр-томор, текә яр аҫтарында, ҙур таш тирәһендә, һыу сөгөрмәкләнеп ятҡан ерҙәрҙә йәшәй. Ш. Нафиҡов. Килә ҡойон, .. ҡарайып куккә олғашып, сөгөрмәкләнеп, елеп. X. Түләкәев. Ҡаҙаяҡтың ҡурғаштай ҡараһыу һалҡын тулҡындары ғына сөгөрмәкләнеп сылтыраша. Ә. Хәкимов.
СӨГӘ I (Р: стерлядь; И.: sterlet; T.: çığa) и. зоол. диал.
1. ҡар. уҡбалыҡ. Бикре һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бик ҡиммәтле балыҡ. □ Стерлядь (лат. Acipenser ruthenus). Сөгә һурпаһы. Сөгә ыуылдырығы. Сөгә тотоу. ■ Яҙ һыу ташҡан саҡта, кулгә һаҙан балыҡтары һәм ике сөгә килеп инде, улар башҡа балыҡтарға бөтөнләй ҡамасауламаны. Ш. Нафиҡов. Ҡурылған ҡаҙ менән өйрәктәр, киртләс һыртлы мәрсендәр менән сөгәләр теҙелгән. X. Мохтар.
2. ҡар. ташбаш. Ҡара сыбар төҫтәге ваҡ йылға балығы; ҡомтөрткөс. □ Пескарь (лат. Gobio gobio). Сөгә тотоу. Малайҙар сөгә аулай.
СӨГӘ(Н) II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенә ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых под
разделений племени кыпчак. Сөгә кешеләре. Сөгә араһына ҡарау. Сөгә араһы байрамы.
СӨҘӨН и. диал. ҡар. сырай. Сөҙөнә ҡарау. Сөҙөнө боҙолған. Яҡты сөҙөнлө кеше. ■ Балаларҙың сөҙөндәре ҡороп, төҫтәре булмау аҡ булмағандан икән. Ғ. Дәүләтшин.
СӨЙ I (Р: гвоздь; И.: nail; T.: çivi) и.
1. Бер башы ялпаҡ эшләпәле, икенсе башы осло нәҙек тимер; ҡаҙау, тимер ҡаҙаҡ. □ Гвоздь (металлический). Сөй ҡағыу. Оҙон сөй. Ваҡ сәйҙәр. Даға сөйө. Итек сөйө. Сөй һатып алыу. ■ Мыҡты кәуҙәле Яҡуп Мырҙабаев сәйҙәре сыҡҡан ҡалтырлаҡ иҙән таҡталарын һығылдыра баҫып, тышҡа атланы. Б. Бикбай. Ҡулға алып таҡта, сөй, һиңә яһап ҡуйҙым өй. А. Игебаев. Мин ҡыпсыуыр менән һурам, Рәмил кәкрәйгән сәйҙәрҙе төҙәйтеп тора, һәйбәт таҡталарҙы бер яҡ ситкә айырып һала. Н. Мусин. • Сөйөнә курә туҡмағы. Әйтем.
2. Тишеп ҡағып йәки нимәнелер ҡуша нығыта торған нәҙек ағас. □ Деревянный гвоздь; чека телеги. Ағас сөй. Арба сөйө. Рамды сөй менән ҡағып йыйыу. ■ Кейәһе тубәнерәк солоҡтарға олоно тирәләй берәр сажин бейеклегендә осло имән сәйҙәр ҙә ҡаттылар солоҡсолар. Н. Мусин.
3. Кейем-Һалым һ. б. элергә ҡағылған ағас йәки тимер ҡаҙаҡ. □ Гвоздь, вешалка. Сәйҙәге кейем. ■ Әллә берәй нәмә уйлап өлгөрҙө Мансур, әллә юҡ, сәйҙә элеуле ҡушкөбәкте йолҡоп алды ла тышҡа атылып сыҡты. Ә. Хәкимов. Гөлбаныу уҙ алдына тәрән көрһөндө лә сәйҙәге ҡыҫҡа тунына урелде. Т. Ғарипова. Булмә стеналарына ҡағылған сәйҙәргә төрлө йәнлек тиреләренән тегелгән тун, бурек, бишмәттәр эленгән. Я. Хамматов. Сәйҙә торған эйәремде алып, ат көтөргә китәм тағын да. Р. Бикбаев.
4. диал. Еккә ҡағып нимәнелер яра йәки нығыта торған ялпаҡ шына. □ Клин, шпонка. Салғы һабына сөй ҡағыу. Утынды сөй ҡағып ярыу. ■ Ҡусты мулланың салғыһының сөйөн бушата, .. мулла салғыһын нығытмаһын тип, балтаны ҡырға ташлай. Әкиәттән.
5. миф. Им-томда ҡулланылған, миф-лаштырылған предмет. □ Мифологизи-
598