Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 597 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӨГӨРМӘ
СӨБӘ (Р.: кусок варёной баранины, который вручался победителям башкирской национальной борьбы; И.: kind of prize meat; T.: millî güreşte rakibini yenen insana hediye olarak verilen koyun etinin bir parçası) и. диал. ҡар. һебә.
1. Малдың бөйөрө янындағы ҡыҫҡа ҡабырғаның ите (иң яҡшы ит тип көрәштә еңеүсегә бүләк итеп бирелгән). □ Кусок варёной баранины, который вручался победителям башкирской национальной борьбы. Сөбә алыу. Сөбә ашау. Сөбә өсөн көрәшеү.
2. миф. Мифлаштырылған, көс, ғәйрәт биргән һөйәк. □ Мифологизированная кость (ложное ребро). Сөбә алып ҡасыу.
СӨБӘБӘ (Р.: указательный палец; И.: index finger; T.: işaret parmağı) и. диал. ҡар. һуҡ бармаҡ.
Баш бармаҡ менән урта бармаҡ араһындағы бармаҡ. □ Указательный палец. Себәбә менән төртөп күрһәтеү. Сөбәбәһен ҡыҫыу.
СӨБӘК (сөбәге) и. диал. ҡар. сөрөк. Ағас сөбәге. Бүрәнә сөбәге. Ҡайын сөбәге. Ҡоро сөбәккә ҡалыу. Сөбәккә әйләнеү.
СӨГӨЛДӨР (Р.: свёкла; И.: beet; Т.: pancar) и. бот.
1. Алабута һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, тамыры ашамлыҡ һәм мал аҙығы итеп, айырым бер сорты шәкәр етештереүҙә ҡулланылған яҫы эре япраҡлы йәшелсә. □ Свёкла. / Свекольный (лат. Beta). Сөгөлдөр сәсеү. Сөгөлдөр утау. Сөгөлдөр баҫыуы. Сөгөлдөр эшкәртеү. ■ Сәсеүлектәрҙе ҡабул итеү комиссияһына тапшырып, арлы-бирле итергә лә өлгөрмәнеләр, сөгөлдөр утарға һәм һирәкләргә, кукуруздың рәт араларын эшкәртергә ваҡыт етте. Б. Рафиҡов. [Аҙнаев:] Сөгөлдөр сәсеүлектәренә бөрсә төшә башлаған, шуныһы күңелде ҡырҙы әле. Н. Мусин.
2. Шул үҫемлектең ҡуйы ҡыҙыл йәки аҡ төҫтәге ашауға яраҡлы тамыры. □ Свёкла (плод). Ҡыҙыл сөгөлдөр. Сөгөлдөрлө аш. Сөгөлдөр бешереү. Ҡәбеҫтә менән сөгөлдөр ашы.
СӨГӨЛДӨРСӨ (Р: свекловод; И.: beet grower; T.: pancarcı) и.
Сөгөлдөр үҫтереүсе. □ Свекловод. Сөгөлдөрсөләр ярышы. ■ Райком секретары менән колхоз председателе килеп төшкәндә, сөгөлдөрсөләр төшкә туҡтаған саҡ ине. Т. Килмөхәмәтов. Өләсәйем Әминә Әһлиулла ҡыҙы ғүмер буйы колхозда сөгөлдөрсө булған, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да биш йыл эшләүен дауам иткән. «Башҡортостан», 28 декабрь
2012. «Ҡалай мәрәкә итеп эшләгәндәр бынау йортто», — тине сөгөлдөрсө Нәғимә, асфальтҡа аяҡ баҫҡас. Ә. Әминев.
СӨГӨЛДӨРСӨЛӨК (сөгөлдөрсөлөгө) (Р: свекловодство; И.: beet growing; T.: pancarcılık) и.
Сөгөлдөр үҫтереү эше. □ Свекловодство. / Свекловодческий. Сөгөлдөрсөлөккә тотоноу. Сөгөлдөрсөлөк эше. Сөгөлдөрсөлөк совхозы. Сөгөлдөрсөлөк менән шөғөлләнеү.
СӨГӨН и. диал. ҡар. суйын. Сөгөн көршәк. ■ Ғәзимә, яулығын артҡа ташлап, мейестән сөгөн сығара башланы. Т. Ғарипова.
СӨГӨН СӘЙЕ (Р: обрядовый праздник; И.: traditional ceremony; T.: bir tür yemek töreni) и.
Йола байрамының бер төрө. □ Обрядовый праздник, доел. «Чугунный» чай. Сөгөн сәйендә аралашыу.
СӨГӨН ТҮҢКӘРЕҮ (сөгөн түңкәр ) (Р: опрокидывание чугунка; И.: kind of magical ritual; T: kazan devirmek) ҡ. этн.
һыу эсенә сөгөндө (I, 2) әйләндерел ҡуйыу (ямғыр саҡырыу йолаһы). □ Опрокидывание чугунка (магический способ вызывания дождя). ■ Ямғыр яумаһа, һыуға сөгөн түңкәреү йолаһы бар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СӨГӨН ЮЛ (Р: железная дорога; И.: rail road; T: demir yolu) и. диал.
Тимер юл. □ Железная дорога. Сөгөн юл буйлап барыу. Сөгөн юл һалыу. Сөгөн юлға барып етеү. ■ Ҡан тамыры һымаҡ, төрлө яҡҡа буй-буй киткән сөгөн юлдары. А. Игебаев.
СӨГӨРМӘ (Р: каска; И.: helmet; Т: miğfer, tolga) и. иҫк. ҡар. каска.
Тимерҙән яһалған баш кейеме. □ Каска. Сөгөрмә кейеү, һалдат сөгөрмәһе.
597