соялы
он һ. 6. әҙерләу өсөн ҡулланыла). □ Соя. / Соевый (лат. Glycine max). Соя уҫтереу. Соя баҫыуы. Соя — аҡһымға бай уҫемлек.
2. Шул үҫемлектең борсағы. □ Соя. / Соевый. Соя майы. Соя оно. Соя һөтө. Соя ҡушыу. Соя ҡушылған.
СОЯЛЫ (Р.: соевый; И.: soybean; Т.: soya) с.
Соя ҡушылған, соянан яһалған. □ Соевый. Соялы колбаса. Соялы соус. Соялы аҙыҡ. ■ Бөгөн беҙ соялы сосискалар һәм мал аҡһымынан етештерелгән колбаса ашайбыҙ. «Йүрүҙән», 5 октябрь 2012.
СӨАЛ [ғәр. (Р: вопрос; И.: query; Т.: soru) и. иҫк. ҡар. һорау.
Яуап алыу маҡсатында әйтелгән һүҙ.
□ Вопрос. ■ [Административ булек мөдире:] Был ниндәй сөал? Мин бында эшләу-се кеше... Бөгөн генә командировканан ҡайттым... Ғ. Хәйри. [Әхмәҙиә:] Бына, мырҙалар, һеҙгә бер сөал бар әле, ни тип әйтерһегеҙ икән? Р. Солтангәрәев. Мәликә ҡыҙ Дейеугә әйтә: «Эй-й, мине ҡараған иптәшем! — ти. — һинән бер сөал һорамаҡсы булам», — ти. «Сәйфелмөлөк». Мөхтәрәм имам-хатиптарына төбәп тә сөалдар булды. Ғ. Хөсәйенов.
СӨБӨЛГӘН и. диал. ҡар. селәүсен. Оҙон сөбөлгән. Ямғыр сөбөлгәне. Сөбөлгәнгә балыҡ ҡармаҡлау.
СӨБӨР (Р: подражание журчанию; И.: imitation of babbling; T.: şırıl şırıl) оҡш.
һыу йәки бүтән шыйыҡлыҡтың яй ғына аҡҡанда сыҡҡан тауышын белдергән һүҙ.
□ Подражание журчанию. Сөбөр иткән тауыш сығарыу. Сөбөр итеп һыу аға. Сөбөр итеп сәй ҡойоу.
СӨБӨР БАЛЫҠ (балығы) и. диал. зоол. ҡар. селбәрә 1, 2. Сөбөр балыҡ өйөрө.
СӨБӨРЛӘК I (сөбөрләге) (Р: ручей; И.: brook; T.: dere; çay) и. диал. ҡар. шишмә.
Ер аҫтынан урғылып сығып ятҡан бәләкәй һыу сығанағы; инеш. □ Ручей. Сөбөрләк һыуы. Һалҡын сөбөрләк. Сөбөрләктән һыу эсеу.
СӨБӨРЛӘК II (сөбөрләге) (Р: перекат; И.: rapids; T.: sığ yer, sığlık) и. диал. ҡар. шаршы.
Йылғаның шәп аҡҡан ере. □ Перекат. Сөбөрләккә эләгеу. Сөбөрләккә барып етеу. Сөбөрләктәргә бай йылға. Сөбөрләк буйлап ағып төшөу.
СӨБӨРЛӘТЕҮ (сөбөрләт-) (Р: вызывать журчание; И.: cause babbling; T: şarıldatmak) ҡ.
Сөбөр иттереү. □ Вызывать журчание. Сөбөрләтеп ебәреу. Сөбөрләтеп тугеу. һыуҙы сөбөрләтеп ҡойоу.
СӨБӨРЛӘҮ (сөбөрлә-) (Р: течь, литься с журчанием; И.: outstream; T.: şarıldamak, şırıl şırıl akmak) ҡ.
1. Сөбөр итеү, сөбөр-сөбөр килеү (шишмәгә, йылғаға, һыуға ҡарата). □ Течь, литься с журчанием. Сөбөрләргә тотоноу. ■ Уның [Мәндемдең] бер тигеҙ етеҙлек менән, бер урәпсеп, шарлап, бер сөбөрләп кенә, нисектер, арығандай, йәйрәп ятыуына ҡарайым. Ә. Вәхитов. Таш араларынан сөбөрләп .. ятҡан һалҡын шишмә һыуын [әбей] сумес менән биҙрәләренә тултырҙы. X. Кәрим. Аша атлап сығырлыҡ ҡына Шулгән исемле йылға сөбөрләп кенә ағып сыға. Н. Мәжитов.
2. Сөбөрләп кенә ағыу (куҙ йәшенә, ҡанға һ.б. ҡарата). □ Течь, литься тихо. ■ Куҙҙәренең йәше сөбөрләп аҡҡан ҡатын йәнә Кукһыуға өндәште. Т. Ғарипова. [Га-һирйәндең] кулдәге йыртылып бөткән, башынан сөбөрләп ҡан аға. Ә. Әһлиуллин.
СӨБӨР-СӨБӨР (Р: подражание многократно повторяющемуся звуку журчания; И.: sound imitative word; T: şırıl şırıl) оҡш.
Ҡабат-ҡабат сөбөр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократно повторяющемуся звуку журчания. Сөбөр-сөбөр аҡҡан һыу. ■ Сөбөр-сөбөр, сөбөр-сөбөр, һыу аға ла һыу аға. С. Әбүзәров. Ерҙең шатлыҡ куҙ йәшеләй, тәу гөрләуек сөбөр-сөбөр ағып китте. Р. Назаров.
СӨБХАН [ғәр. (Р: слава; И.: fame; Т: subhan) и. дини.
Маҡтау һүҙе, дан. □ Слава, хвала. Әл-хәмдулилләһи вә сөбхан Аллаһ! ■ [Хәҙрәт — Заһитҡа:] Сөбхан Аллаһ, куҙ теймәһен, ошо ҡыҙың бик арыу ғына куренә. С. Мифтахов.
596