Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 595 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

соя
гия объекты. Социология менән шөғөл-лэнеу. Социология фәненец элементтары. ■ Гегелдец рух нигеҙенә ҡоролған диалектикаһын материализм нигеҙенә баҫтырып, йәмғиәтте тикшереу — диалектиканы социологияға керетеу, тарихи материализм теорияһын тыуҙырыу. 3. Биишева. Рәхмәтуллин социология закондарыныц объектив булыуы .. хаҡында ҡыҫҡа ғына лекция уҡып ташланы. Б. Рафиҡов.
2. Ижтимағи институттарҙы йәки йәмғиәт тормошона ҡағылышлы сфераларҙың мәғлүмәттәрен өйрәнеү менән шөғөлләнгән фән бүлеге. □ Социология. Иҡтисад социологияһы. Белем биреу социологияһы. Ҡала социологияһы. Сәнғәт социологияһы. Хеҙмәт социологияһы кафедраһы.
СОЮЗ [рус.] (Р.: союз; И.: union; T.: birlik) и.
1. Айырым кешеләрҙең, төркөмдәрҙең, йәмғиәттәрҙең, синыфтарҙың һ. б. тығыҙ бәйләнеше, берҙәмлеге. □ Союз. Союз төҙөу. Хеҙмәтсәндәр союзы. Йәштәр союзы.
2. Бергәләп эшләү йәки башҡа маҡсат менән ойошмалар һәм дәүләттәрҙең үҙ-ара килешеп берләшеүе. □ Союз. Сауҙа союзы. Төҙөлөш союзы. Дипломатик союз. Ғилми-техник союз. ■ Болгарияның алдынғы кешеләре, коммунистар, Земледельческий народный союз ағзалары Врангель ғәскәрен ҡыуырға, илдә демократия урынлаштырырға саҡыра. Ә. Хәкимов. Черчилль Америка Ҡушма Штаттары менән Англия араһында ныҡлы хәрби союз төҙөргә тәҡдим итә. Н. Мусин.
3. Бер нисә дәүләттән, ҡәбилә, ырыуҙан һ. б. торған дөйөм юғары власлы дәүләт берләшмәһе. □ Союз. Австралия Союзы. ■ «Урман — беҙҙец милли байлығыбыҙ, ғорурлығыбыҙ, — тип дауам итте министр. — Советтар Союзы урман запастары яғынан донъяла беренсе урында тора». Н. Мусин. Санька Михайлов утә сибек, йыуаш егет ине. Әле Союзда саҡта уҡ Волков уны һәр ваҡыт яҡлаша торғайны. Ә. Хәкимов. Мәҙинәнец Ҡукһылыуы йырланы бер. Етмәһә, мәшһур йырсы, бөтә Союз, халыҡ-ара конкурстар лауреаты тип шаштырҙылар. Т. Ғарипова.
4. Ижтимағи ойошма, берекмә; берлек.
□ Союз. Композиторҙар союзы. Рәссамдар союзы. Союз ағзаһы. М Үҙ-уҙен йыуатып, көҙҙөң тыйнаҡ матурлығына һоклана-һоҡлана, Искәндәр Яҙыусылар союзы бинаһына яҡынлашты. Ә. Хәкимов.
СОЮЗДАШ I (Р: союзный; И.: union; Т.: müttefik) с.
Дөйөм бер союз (1—3) эсендәге. □ Союзный. Союздаш илдәр. Союздаш республикалар. Союздаш дәуләттәр. Союздаш халыҡтар. ■ Башҡорттар менән йәнәш Себерҙән ук ике туп һөйрәп килгән бер төркөм союздаш француз һалдаттары урынлашты. Р. Байымов. Бер мең һигеҙ йөҙ бишенсе йылдың ун бишенсе ноябрендә союздаш ғәскәрҙәр, биш колоннаға буленеп, дошман урынлашҡан ергә табан йунәлде. Я. Хамматов.
СОЮЗДАШ II (Р: союзник; И.: ally; Т.: müttefik) и.
Кем менәндер берлектә эш иткән кеше.
□ Союзник, союзница. Тоғро союздаш.
■ 1814 йылдың мартында Парижды союздаштар яулағандан һуң, Наполеон Эльбаға ебәрелгәс, Вена ҡалаһында Бөтә Европа дәуләте вәкилдәре (216 кеше) йыйыла, Пруссия, Австрия, Англия, Рәсәй ҡатнаша. «Һаҡмар», 5 август 2012. Быға тиклем башҡорттарға ыңғай ҡарап, һәр төрлө ярҙам курһәтеп килгән союздаштар был юлы уҙҙәрен ғәжәп сәйер тотто, төрлө сәбәп табып, башҡорт вәкилдәре менән һөйләшеуҙән ситләшергә тырышты. Р. Байымов.
СОЮЗДАШЛЫҠ (союздашлығы) и. ҡар. союз 1, 2. Союздашлыҡ йөкләмәләре.
■ Социалистик илдәр, милли демократия илдәре тип йөрөтөлгән дәуләттәр менән союздашлыҡ мөнәсәбәттәре һәм хеҙмәттәшлек СССР яғынан патернализмға һәм бер яҡлы матди ярҙамға ҡоролғайны. «Йәшлек», 16 сентябрь 2008.
СОЯ [япон. soja, soya] (Р: соя; И.: soya bean, soybean; T.: soya) и. бот.
1. Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған баҫыу үҫемлеге (орлоғо аҙыҡ сөнәғәтендә май, һөт,
20*
595