Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 594 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СОЦИАЛЬ
Социалистик йәмғиәт милке итеү.
□ Социализировать. Биләмәләрҙе социаллаштырыу. Мөлкәтте социаллаштырыу. ■ 1917 йылда уҡ яҙ көнө Өфөлә йыйылған губерна крәҫтиәндәре съезында башҡорттар ер мәсьәләһе буйынса аныҡ талап ҡуйған. «Беҙ, башҡорттар, ерҙе съезд ҡарар иткәнсә социаллаштырыу менән дә, демократтар әйткәнсә, дәүләтләштереү менән дә риза түгел», «һаҡмар», 7 сентябрь 2009.
СОЦИАЛЬ (Р.: социальный; И.: social; Т.: sosyal) с.
1. Кешенең йәмғиәттәге тормошона һәм үҙ-ара мөнәсәбәтенә бәйле, йәмғиәткә мөнәсәбәтле; ижтимағи. □ Социальный. Социаль тәрбиәләү. Социаль мәсьәлә. Социаль үҫеш. ■ Ғәҙәттә, романдар социаль тормоштоң әһәмиәтле күренештәрен, йәмғиәттә мөһим урын тотҡан ваҡиғаларҙы сағьтдыралар. С. Сафуанов. Арынбаҫаров һөйләне лә һөйләне, халыҡтың социаль хәленә лә туҡталды. Д. Бүләков.
2. Йәмғиәттең синыфтарға бүленеүе тыуҙырған; теге йәки был төркөмгә ҡараған.
□ Социальный. Социаль сығыш. Социаль иҙеү. Социаль тигеҙһеҙлек. Аҙ тәьмин ителгәндәр социаль төркөмө. П Ш. Бабичты бигерәк тә кешеләрҙең үҙҙәре, төрлө социаль төркөмдәр араһындағы дошманлыҡ, бөтә ер шарын сәпкә өйләндереп, бер-береһенә «таш атып, ут һыҙып», һуғыш асып йәшәүе борсой. Ғ. Ҡунафин.
3. Теге йәки был ижтимағи ҡоролош, мөхит, йәшәгән тормош шарттары тыуҙырған; шул тормош шарттарын сағылдырған. □ Социальный. Социаль аң. Социаль роман. Социаль хистәр. Социаль мөнәсәбәттәр. ■ Ауыр тормош шарттары [Башҡортостанда] социаль ауырыуҙар (туберкулёз, трахома һ. б.) таралыуына киң юл асты. М. Хисмәтов. Әлбиттә, ижтимағи ҡоролош, социаль шарттар кеше аңы үҫешенә хәл иткес йоғонто яһай. Н. Мусин.
4. Йәмғиәттәге етештереүсе мөнәсәбәттәрҙе үҙгәртеүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
□ Социальный. Социаль көрәш. Социаль һынылыш. Социаль конфликт. ■ Ҙур күләмле был әҫәр идея-эстетик йөкмәтке яғынан ғәйәт бай. Унда ифрат та ҡат
марлы, киҫкен социаль боролошло дәүерҙә бөтә халыҡ яҙмышы менән бәйләнешле бик күп проблемалар күтәрелә. С. Сафуанов. М. Буранғоловтоң фольклор материалы нигеҙендә яҙылған пьесалары халыҡтың, үҙ иркен яҡлап, социаль көрәшкә аяҡ баҫыуын күрһәтеүгә арналған. И. Бүләков.
СОЦИАЛЬ СТРАХОВАНИЕ (Р.: социальное страхование; И.: social insurance; T.: sosyal sigorta) и.
Һаулыҡҡа зыян килгәндә, ҡартайған осраҡта дөйөм материаль фондтан ярҙам күрһәтеү системаһы. □ Социальное страхование. Социаль страхование үткәреү. Социаль страхованиеһын түләү.
СОЦИОЛИНГВИСТИКА [лат. socialis ‘ижтимағи’ + lingua ‘тел’] (Р: социолингвистика; И.: sociolinguistics; T.: sosyolengüistik) и. лингв.
Тел ғилемендәге тел менән йәмғиәт тормошоноң үҙ-ара бәйләнешен өйрәнә торған бер бүлек. □ Социолингвистика. Социолингвистика йүнәлеше. Социолингвистика методтары. Социолингвистика буйынса доклад.
СОЦИОЛОГ [рус.] (Р: социолог; И.: sociologist; T.: sosyolog) и.
Социология буйынса белгес. □ Социолог. Социолог һәнәре. Йәш социолог. Мәктәп социологы. Социолог булып эшләү. ■ «Шәп документ, һәр бер социологты һоҡ-ландырырлыҡ!» — тип маҡтаны Кирәев. Б. Рафиҡов. Социологтар хәҙер тормош шарттары, эш урыны бөхтәлегенең хеҙмәткә ныҡ тәьҫир итеүе тураһында юҡҡа ғына яҙмайҙарҙыр. Р. Солтангәрәев.
СОЦИОЛОГИК (Р: социологический; И.: sociological; T: sosyoloji, sosyolojik) с.
Социологияға мөнәсәбәтле. □ Социологический. Социологик фәндәр. Социологик реализм. Социологик йүнәлеш. Социологик теория. Социологик тикшеренеүҙәр.
СОЦИОЛОГИЯ [фр. sociologie < лат. societas ‘йәмғиәт’ + гр. logos ‘һүҙ, тәғлимәт’] (Р: социология; И.: sociology; T: sosyoloji, toplumbilim) и.
1. Йәмғиәттең дөйөм үҫеш ҡанундары һәм айырым системалары үҫеше тураһындағы фән. □ Социология. Социоло-
594