СОЦИАЛЛАШТЫРЫУ
2. Социал-демократик партия ағзаһы.
□ Социалист. Социалистар партияһы. ■ Быға Зиннур Әпсәләмов бик аҡыллы яуап бирҙе: «Роберт тигән социалист булған, фамилияһы Оуен». А. Карнай.
СОЦИАЛИСТИК (Р.: социалистический; И.: socialistic; T.: sosyalist) с.
1. Йәмғиәтте социализм (1) принциптары нигеҙендә үҙгәртеп ҡороуҙы маҡсат итеп ҡуйған; социализмға мөнәсәбәтле.
□ Социалистический. Социалистик индустриализация. Социалистик хужалыҡ системаһы. Социалистик етештереү ысулы. Социалистик үҙгәртеп ҡороу. ■ [Камалетдинов — Мирхәйҙәровҡа:] Социалистик хужалыҡта осраҡлы хәл булмай! Т. Ғарипова. Бойок Октябрь социалистик революцияһы тулҡыны, иҫке Рәсәй терәүҙәрен дер һелкетеп, Башҡортостан ерҙәренә килеп кергәндә, Ғөбәйҙулла Өфө байҙарында приказчик булып эшләй ине. Ә. Байрамов. Һәр большевик шуны аңлаһын: социалистик революцияға шәреҡ мосолманы туғыҙынсы вал һымаҡ бәреп килеп инергә тейеш! Р. Байымов.
2. Социализм (2) принциптарына нигеҙләнгән, социализм принциптарына ҡоролған. □ Социалистический. Социалистик ац. Социалистик ҡараш. Социалистик тәғлимәт. Социалистик дәүләттәр. Социалистик законлыҡ. Социалистик ҡоролошҡа барыу. Социалистик тәрбиә биреү.
3. Социализм (3) һәм социал-демократияға (1) мөнәсәбәтле. □ Социалистический. Социалистик партияға инеү. Капиталистик илдәрҙец социалистик партиялары.
СОЦИАЛИСТИК РЕАЛИЗМ (Р: социалистический реализм; И.: socialist realism; T.: sosyalist gerçekçilik) и. әҙ., тар.
Әҙәбиәттә һәм сәнғәттә тормошто социалистик аң күҙлегенән сығып, халыҡсанлыҡ, партиялылыҡ, социалистик гуманизмдың идеологик принциптарына таянып һүрәтләгән ижади метод. □ Социалистический реализм. Социалистик реализм йүнәлеше. ■ Социалистик реализм — ул, бөтәһенән элек, тормош дөрөҫлөгө, Совет
йәмғиәтенең туҡтауһыҙ алға барыуы. Р. Ниғмәти.
СОЦИАЛИСТИК ХЕҘМӘТ ГЕРОЙЫ (Р: Герой Социалистического Труда; И.: Hero of Socialist labour; T.: Sosyalist Emek Kahramanı) и. тар.
Хеҙмәттә ҙур уңышҡа ирешкән кешегә бирелә торған маҡтаулы исем. □ Ғерой Социалистического Труда. Социалистик Хеҙмәт Геройы менән осрашыу. ■ Тимофей Степанович Кривов был кешеләр менән тағы ла ҡат-ҡат осрашып, партия һәм Совет дәүләтенең юғары ойошмаларында эшләп, ғүмеренең һуңғы йылдарында Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән ҙур исемгә лайыҡ буласаҡ. В. Исхаҡов. Социалистик Хеҙмәт Геройы Фира Ниғмәтуллина тураһындағы яҡты иҫтәлекте яҡташтары ҡәҙерләп һаҡлай. «Йәшлек», 5 июль 2013.
СОЦИАЛИСТИК ЯРЫШ (Р: социалистическое соревнование; И.: socialist emulation; T: sosyalist yarışma) и. map.
СССР заманында предприятие, цех, бригада, уҡыу учреждениелары һ. б. эшселәре араһындағы хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса уҙғарылған ярыш. □ Социалистическое соревнование. Социалистик ярыш еңеүсеһе. ■ Социалистик ярышта еңеүселәргә аҡсалата премиялар, ҡиммәтле бүләктәр, сувенирҙар биреләсәк. М. Ғиләжев. [Фира Ниғмәтуллина] 1962 йылда социалистик ярышта юғары күрһәткестәре өсон «Социалистик ярыш алдынғыһы» билдәһе менән бүләкләнә. «Йәшлек», 5 июль 2013. [Комсорг:] Социалистик ярыштың нигеҙендә ғәҙеллек ятырға тейеш. Ә. Хәкимов. Һәр тракторист һәм сәсеүсе тиҙерәк сәсеп, шул маяҡҡа тиңләшергә, социалистик ярышта беренселекте алырға ашҡына. Й. Солтанов.
СОЦИАЛЛАШТЫРЫЛЫУ (социал-лаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. социаллаштырыу. возвр. от социаллаштырыу. Социал-лаштырылған хужалыҡ. Социаллаштырыл-ған ер.
СОЦИАЛЛАШТЫРЫУ (социаллаштыр-) (Р: социализировать; И.: socialize; Т: toplumlaştırmak, sosyalize etmek) ҡ.
20-1.0072.15
593