СОЦИАЛ-ДЕМОКРАТ
■ Һары йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан берәу .. йәнселгән көрөшкәһендәге һыуға ебетеп сохарый кимереп ултыра ине. Д. Исламов. Мин Аняға шәкәр, сохарый бирҙем. .. Ул шытырлатып ашай башланы. С. Кулибай. Минең арҡала вещмешок, унда бер киҫәк сусҡа солоһы менән сохарый бар ине. Ш. Янбаев.
СОЦИАЛ-ДЕМОКРАТ [нем. Sozialde-mokrat] (Р.: социал-демократ; И.: social -democrat; T.: sosyal-demokrat) и.
Социал-демократия (1) яҡлы кеше. □ Социал-демократ. Социал-демократтар сығышы. ■ Кадеттар менән социал-демократтар һаман «ике дума», «ике булемле парламент» тип даулаша. Р. Байымов. Социал-демократтар ҡала ситендәге урмандың киң генә бер аҡланында ҙур митинг йыйҙы. В. Исхаҡов. [Штатский кейемендәге кеше:] Мин социал-демократтар партияһы исеменән шуны белдерәм: беҙ Ватаныбыҙҙы һатырға теләмәйбеҙ. Д. Юлтый.
СОЦИАЛ-ДЕМОКРАТИЗМ [рус ] (Р: социал-демократизм; И.: social democracy; T.: sosyal-demokratizm) и.
Социал-демократияның идеологияһы һәм тактикаһы. □ Социал-демократизм. Социал-демократизм һыҙаттары. Социал-демократизм ағымы. Социал-демократизм — капитализмдың идеологик нигеҙе.
СОЦИАЛ-ДЕМОКРАТИК (Р: социал-демократический; И.: social-democratic; Т.: sosyal-demokrat) с.
Социал-демократияға, социал-демократтарға мөнәсәбәтле. □ Социал-демократический. Социал-демократик газета. Социал-демократик партия. ■ Асыулы ҡысҡырыныуҙар, ярһыулы янауҙар һарай эсенә лә ишетелде: «Йәшәһен социал-демократик республика!» Р. Байымов.
СОЦИАЛ-ДЕМОКРАТИЯ [фр. < лат. socialis ‘ижтимағи’ + гр. demokratta ‘халыҡ хакимиәте’] (Р: социал-демократия; И.: social democracy; T.: sosyal-demokrasi) и.
1. Демократик социализм идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн сығыш яһаған идеологик һәм сәйәси ағым. □ Социал-демократия. ■ [Карл Фридланович:] Мин уҙем дә инде иҫке социал-демократияның
етешһеҙлектәрен айырым-асыҡ курәм. И. Насыри.
2. XIX быуаттың аҙағында барлыҡҡа килгән социал-демократик партияларҙың дөйөм исеме. □ Социал-демократия (партия). Рәсәй социал-демократияһы. Инглиз социал-демократияһы. Социал-демокра -тияға инеу. Социал-демократия эше. Хакимиәт социал-демократия ҡулында.
СОЦИАЛИЗАЦИЯЛАУ (социализа-цияла-) ҡ. ҡар. социаллаштырыу. Социали-зациялау саралары. Хужалыҡтарҙы социа-лизациялау. Социализациялау эшен алып барыу.
СОЦИАЛИЗМ [фр. socialisme < лат. socialis ‘ижтимағи’] (Р: социализм; И.: Socialism; T.: sosyalizm) и. тар.
1. Марксизм-ленинизм тәғлимәте буйынса: коммунизмдың беренсе фазаһы, етештереү сараларын дәүләт һәм йәмғиәт милкенә әйләндергән, етештереүҙе планлы алып барыуҙы төп принцип һанаған ижтимағи ҡоролош. □ Социализм. Социализм дәуере. ■ [Иштуған:] Социализм тигән бәхетле тормош хеҙмәтсән халыҡ өсөн төҙөлә бит ул. 3. Биишева. Беҙгә Гәуһәр апай, ошонан башлап социализм дәуере башлана, тип аңлатты. И. Ғиззәтуллин.
2. Социалистик йәмғиәт төҙөү тураһындағы тәғлимәт. □ Социализм. Фәнни социализм. Маркс һәм Энгельс социализм тәғлимәтенә нигеҙ һалыусылар булып тора.
3. Бөтә нәмәне тигеҙләү һәм антагонистик ҡаршылыҡтарҙы йомшартыу нигеҙендә капиталистик йәмғиәткә реформа яһау яғында торған төрлө тәғлимәттәрҙең исеме. □ Социализм. Буржуаз социализм. Народниктар социализмы. Христиандар социализмы. Муниципаль социализм. Конструктив социализм.
СОЦИАЛИСТ [рус.] (Р: социалист; И.: Socialist; T.: sosyalist) и.
1. Социализм (2) яҡлы кеше. □ Социалист. / Социалистический. Социалист булыу. ■ Социалист тип йөрөтөлгән кешеләр араһында бик куп ағымдар булыуы башта уны [Василийҙы] аптырашта ҡалдырҙы. Ә. Әһлиуллин.
592