СОХАРЫЙ
СОТРУДНИК (сотруднигы) [рус ] и. ҡар. хеҙмәткәр. Әҙәби сотрудник. М Аҙмы-купме ваҡыт утеу менән, был ике сотрудник араһындағы ниндәйҙер бер йәшерен көрәш барыуын ҡыҙ ҙа һиҙенде. В. Исхаҡов. Бер сотрудниктың ҡатыны сығып, матур ғына итеп «Зиләйлук» көйөнә йырланы. А. Карнай. Трубканы ҡуйыуға Таңһылыу редакциялағы бөтә сотрудниктарҙың да ҡараштары уҙенә төбәлеуен тойҙо. М. Садиҡова. «Ваҡытлыса әҙәби сотрудник булып торорһоң», — тине мөхәррир [Камилға], ҡулын уның иңбашына һалып. Ә. Хәкимов.
СОТСКИЙ [рус.] (Р.: сотский; И.: police rank; T.: sotskiy (köylüler arasından seçilen polis) и. map.
1917 йылға тиклемге Рәсәйҙә: ауыл полицияһына крәҫтиәндәр араһынан һайлап ҡуйылған түбәнге дәрәжә һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Сотский. ■ Бөтә ауылдың дисәтский, сотский һәм старшиналары шулар [шәкерттәр] араһынан сыҡҡан. Р. Өмөтбаев. Дисәтский һәм сотскийҙар, кукрәктәренә ҡалай миҙалдарын тағып, ҡулдарына таяҡтар тотоп, өй беренсә йөрөп: «Сөләймән бай өйөнә станауай пристав килгән, берегеҙ ҙә ҡалмай йыйынға барығыҙ», — тип, халыҡты таяҡлап, йыйынға ҡыуа башланылар. М. Ғафури.
СОУС [фр. sauce] (Р: соус; И.: sauce; Т.: salça; sos) и.
Ашамлыҡҡа һалына торған шыйыҡ тәмләткес. □ Соус. Сырлы соус. Томат соусы, һарымһаҡ ҡушылған соус. М [Мамед ағай] һуңынан боросланған, эҫе соус һалған балыҡ киҫәген алға ҡуйҙы. Ә. Бикчәнтәев. Ҡурылған балыҡ гарнирына ҡыяр, помидор теленгән, ниндәйҙер бик тәмле соус та һалынған. Ф. Иҫәнғолов. Өҫтәлдә һый мул ине: төрлө йәшелсә-емештәр, ит аҙыҡтары, шифалы уләндәрҙән яһалған соустар. С. Шәрипов.
СОФА [фр. < ғәр. <*-=>] (Р: софа; И.: sofa; T.: sofa) и.
Арт һәм эргә яҡтары бер тигеҙ бейеклектә булған киң тәпәшәк диван. □ Софа. Иҫке софа. Йомшаҡ софа. Софала йоҡлау. Софа һатып алыу.
СОФИЗМ [гр. sophisma ‘хәйлә, һылтау, әмәл’] (Р: софизм; И.: quibble; T.: sofizm, safsata) и.
Теге йәки был күренештең айырым яҡтарын эләктереп алыуға, аңлы рәүештә төрлөсә аңлашылған төшөнсәләрҙе ҡулланыуға һ. б. нигеҙләнгән, логик төҙөлөшө формаль дөрөҫлөк артына ышыҡланған ялған фекер. □ Софизм. Математик софизм. Софизм алымдары. ■ Егеттең төп ынтылышын агностицизм, софизм, суфизм һәм тағы әллә ниндәй. «измдарҙы» борсаҡтай һибеп, беҙҙең һушты алырға мата-шыуы, ә ябай ғына итеп әйткәндә, ошолар менән уҙенә дан ҡаҙанырға иҫәп тотоуы аңлашылды. М. Садиҡова.
СОФИСТ [гр. sophistes ‘аҡыл эйәһе, белем эйәһе, оҫта’] (Р: софист; И.: sophist; Т: sofist, safsatacı, bilgici) и.
1. тар. Боронғо Грецияла фәлсәфәүи фәндәр һәм ораторлыҡ сәнғәтен уҡытҡан остаз. □ Софист. Ҡарт софист. Софист һабағы. Софист саҡыртып уҡытыу.
2. Этика, сәйәсәт, логика белгесе. □ Софист. Софист лекцияһы. Софист дәресе. Софисты тыңлау.
3. Софизм тәғлимәте яҡлы, софизмға таянған кеше. □ Софист. Софист булыу. Софистар йыйылышы.
СОФИСТИК (Р: софистический; И.: sophistical; T: bilgici) с.
Софизмға ҡоролған. □ Софистический. Софистик ҡараш. Софистик фекер йөрөтөу. Я [Кузбәков — журналисҡа:] Һорауыңдың ауырлығын уны софистик яҫылыҡта ҡара-уың менән аңлатырға мөмкин. Ф. Күзбәков.
СОФИСТИКА [гр. sophos ‘аҡыллы, зирәк’] (Р: софистика; И.: word-splitting; sophistry; T.: mugalata) и.
Софизмға нигеҙләнгән уй-фекер. □ Софистика. Софистика ҡулланыу. Софистикаға ҡоролған яуап. Софистика — ул уҙе бер фәлсәфәуи ағым.
СОХАРЫЙ [рус. сухарь] (Р: сухарь; И.: rusk; T.: peksimet) и.
Киптерелгән икмәк киҫәге; шөкәрә, кәтермәс. □ Сухарь, сухари. Төйөлгән сохарый. Сохарый һауыты. Сохарый киптереу.
591