Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 590 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СОСТАН
булған. И. Абдуллин. Сейәлетауҙы Әминә апай уҡыусылары менән «шефҡа» алмаҡсы, бер нисә йылдан улән составын терелтәбеҙ, тиҙәр. Р. Байымов.
2. хим. Берәй химик берләшмәгә, матдәгә һ. б. уларҙы барлыҡҡа килтергән өлөш булып ингән башҡа төрлө элементтар йыйымы. □ Состав. Һыу составы. Ҡан составы. Матдә составы. ■ Ғалимдар әле һаман боронғо буяуҙың составын белә алмай икән. Д. Бүләков.
3. Төрлө элементтарҙан, матдәләрҙән торған берләшмә, ҡатышма, иретмә. □ Состав, смесь. Ағыулы состав. Дарыуҙың составы. Махсус состав менән эшкәртеу.
4. Һаны йәки сифаты яғынан ҡаралған ниндәйҙер ойошманан, коллективтан торған кешеләр төркөмө. □ Состав (количество человек; категория лиц). Ғәскәрҙең составы. Ойошма составы. Идара составы. ■ Вәлидов, мәсьәләнең асылына кусеп, Русия мосолмандарының этник составы, уларҙың һаны тураһында ҡыҫҡаса мәғлу-мәт бирҙе. Р. Байымов. Бригадир, тантаналы йыйылышты асып, барыһын бөйок байрам менән ҡотлағас, президиум составы тураһында тәҡдим яһау өсөн Булат Өмөтбаевҡа һуҙ бирҙе. Б. Бикбай. Счёт комиссияһы райкомдың яңы составын һайлау һөҙөмтәләрен иҫәпләгән арала залда концерт барҙы. Ә. Вәли. Ҡарауыл составының исемлеге Ҡаҙанбаевта. Н. Мусин.
5. Эше, профессияһы һ. б. буйынса ниндәйҙер категория тәшкил иткән кешеләр. □ Состав (категория лиц). Етәкселәр составы. Командирҙар составы. Лётчиктар составы. Уҡытыусылар составы. ■ Полковник Смирнов етәксе состав менән оҙаҡ һөйләшмәне. А. Мағазов.
6. т. юл. Юлға әҙерләгән йәки рейста йөрөгән вагондар рәте, теҙеме. □ Состав (железнодорожный). Вагон составы. ■ Составта тауар вагондары менән бергә пассажир вагондары ла бар икән. И. Абдуллин. Йәшел вагондарҙан торған состав аҡрын ғына ҡуҙғалды. С. Агиш. Өфө станцияһына килеп төшкәс тә, составтың бер нисә
сәғәткә туҡталасағын хәбәр иттеләр. Ғ. Аллаяров.
СОСТАН и. диал. ҡар. сосла III. Состан һалыу. Ашлыҡты состанға өйөу. Состан эшләу.
СОСТАНЛАУ (состанла-) ҡ. диал. ҡар. сусанлау 1. Итәге состанлаған.
СОТНИК (сотнигы) [рус.] (Р: сотник; И.: centurion; T.: yüzbaşı) и. тар. ҡар. йөҙ башы.
1. 1798—1868 йылдарҙа, башҡорттарға мәжбүри ғәскәри хеҙмәт индерелгәс, башҡорт ғәскәрендәге поручик дәрәжәһенә тиң ғәскәри дәрәжә һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Сотник. ■ Тамъян сотнигы Ҡасҡын менән Һыуын-Ҡыпсак старшинаһы Яманһары ботә ҡайтыр юлда шул хаҡта [манифест] асығыраҡ белер осон уҙ-ара бер улай, бер былай юрап барҙылар. Ғ. Ибраһимов. Сотник хәбәрен һөйләп бөткәс, тылмас уның әйткәндәрен башҡортсаға өйләндерҙе. Н. Мусин. [Терентий малайы:] Беҙ хәҙер ҡасҡын тугел. Йәмәлкәгә ҡушылдыҡ. Ғабдрахман — сотник. А. Таһиров.
2. 1917 йылға тиклемге Рәсәйҙә казак ғәскәрендә регуляр ғәскәрҙәге поручик дәрәжәһенә тиң дәрәжә һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Сотник. Сотник чины. Казак сотнигы. Ҡарт сотник.
3. Йөҙ йорт башлығы. □ Сотник. Сотник дәрәжәһе. ■ Илле-етмеш өйҙө берләште-peyce йортта йорт старшинаһы, уның ярҙамсыһы, есаул, сотник һәм хорунжий ҡалдырыла. Я. Хамматов.
СОТОР-СОТОР (Р: подражание многократным звукам, издаваемым утятами (гусятами) при глотании воды; И.: onomatope; T.: ses taklidi) оҡш.
Ҡаҙ, өйрәк бәпкәләре морондарын тиҙ-тиҙ йөрөтөп, һыу эскәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократным звукам, издаваемым утятами (гусятами) при глотании воды. Сотор-сотор итеу. Сотор-сотор килеу. ■ Ҡаҙ бәпкәләре, сотор-сотор итеп, береһен-береһе суҡып ебәрәләр ҙә, эркелгән һыуҙы суҡыштары менән һөҙөп эсеп, баштарын ургә кутәреп йоталар. Һ. Дәүләтшина.
590