СОСТАВ
күрешмәне бит. Документтарында күрһәтелгән сословиеһы быны ҡушмай ҙа ине. Ә. Әһлиуллин. Твердышевты .. ҡаҙнаға һалым түләй торған сословиенан сығарҙылар. Ғ. Ибраһимов.
СОСЛОВИЕЛЫ (Р.: сословный; И.: estate; T.: sınıf) с. ҡар. ҡатламлы 3.
Йәмғиәттең сословиеларға бүленешенә нигеҙләнгән; сословиеға бүленгән йәмғиәткә хас. □ Сословный. Сословиелы тигеҙһеҙлек. Сословиелы монархия. Сословиелы дәүләт. Һайлауҙың сословиелы системаһы.
СОСЛОҠ (сослоғо) (Р.: проворство; И.: dexterity; T.: uyanıklık) и.
1. Кешенең тиҙ төшөнөп, тиҙ эшләү һәләте; булдыҡлылыҡ, етеҙлек. □ Проворство, ловкость. Сослоҡ етеү. ■ Их, белмәйһең әле һин, Булат. Йәшерәкһең дә, йомшағыраҡһың да. Беҙҙең яҡ егеттәрендә була торған сослоҡ етеңкерәмәй һиңә. Ә. Вәли. Сөнәғәт үҙенең сослоғо, егәрлелеге, ғәҙел эше менән мастер алдында ышаныс ҡаҙанды. Ж. Кейекбаев.
2. Тиҙ генә һиҙеп алыусанлыҡ; һиҙгерлек. □ Чуткость, бдительность, һунарсы сослоғо. ■ [Хәлимәнең] асырғанып әйтелгән был саҡырыу ауазын ҡарсыҡтар ишетмәне. Берҙән, улар хәтһеҙ киткәйне, икенсенән, ҡартайған ҡолаҡтарҙың сослоғо ла самалы ине. И. Ғиззәтуллин. Мәмерйә тормошо ғәҙәтенә индергән сослоҡ менән ул [Ихсанбай] тынлыҡҡа ҡолаҡ һалды. Т. Ғарипова.
3. Йылдамлыҡ, етеҙлек (эш-хәрәкәткә ҡарата). □ Росторопность, проворность. Сослоҡ күрһәтеү. ■ «Һай, рәхмәт төшкәре!» — тине Сергей, арғымаҡтың сослоғона, боҙҙар араһынан шул хәтлем оҫта барыуына һоҡланып. А. Абдуллин. Ике дуҫ, һүҙһеҙ-ниһеҙ бер-береһенең хәрәкәтен аңлап, ялман сослоғо менән эш итте. Б. Бикбай. Бына Бәхетулла, бөтә көсөн йыйып, бөтә ихтыярын туплап, аҫҡа, йәшәүгә ырғылды, ҡалҡынған ыңғайы ул һеләүһен сослоғо менән мылтығын да эләктереп алды. С. Шәрипов.
СОСМОРАУ (сосмор-) ҡ. диал. ҡар. сосолоу I. Аҫҡа ҡарай сосморау. Күлдәге сос-мораған. Сәстәре сосморап тора.
СОСОЛДОРОУ (сосолдор-) (Р: свеши вать; И.: dangle; T.: sarkıtmak) ҡ.
Оҙон итеп һалындырыу; һалбыратыу, сосолтоу. □ Свешивать. Күлдәкте сосолдороу. Еңде сосолдороу. ■ Ольга сосолдороп һөйрәткән оҙон күлдәк салғыйҙарын тапай-тапай .. ҡунаҡ өйөнә инеп юғалды. Т. Хәйбуллин.
СОСОЛОУ I (сосол-) (Р: выступать; И.: protrude; T: sarkmak) ҡ.
Оҙон булып һалыныу; һалбырау. □ Выступать, выдаваться; свешиваться. Сосолоп туңыу. ■ Фатима мамыҡ шәле аҫтынан сосолоп торған сәсен тиҙ генә ипләп, .. тышҡа атланы. Б. Бикбай.
СОСОЛОУ II (сосол-) (Р: возиться; И.: potter about; T.: kımıl kımıl kımıldamak) ҡ. диал. ҡар. мыштырлау.
Яй ҡуҙғалып, оҙаҡ ҡыланыу; яйлау; бызмырлау, ығышыу, яйманлау. □ Возиться (долго), копошиться. Сосолоп йөрөү. Сосолоп тороу. Оҙаҡ сосолма унда!
СОСОЛТОУ (сосолт-) ҡ. диал. ҡар. сосолдороу. Итәкте сосолтоу. Еңде сосолтоу. ■ [Бай бисәһе:] Ул күлдәкте сосолтоп һөйрәп йөрөгәнсе, бөрмәңә ҡыҫтырһаң булмаймы?! Т. Хәйбуллин. Әсәлек тойғоһо уянды Кәлимәлә. Бәләкәйҙәре ыңғайына быныһын да сосолтоп күтәрә һалып ала. М. Бураҡаева.
СОСРАТЫУ (сосрат-) ҡ. диал. ҡар. сосолдороу. Еңде сосратыу. Итәкте сосратыу. Сосратып кейеү. Сосратып атлау.
СОСРАУ (сосра-) ҡ. ҡар. сосолоу I. Сосрап тороу. ■ Ултырғыс арттарында .. күлдәктәр, юбкалар, таҫтамалдар, тағы әллә нәмәләр сосрап тора. 3. Биишева. Баш осона күтәрелеп ҡараһалар, скважина тишегенән бау сосрап тора. Ғ. Хисамов.
СОСТАВ [рус.] (Р: состав; И.: composition; T: terkip) и.
1. Ҡатмарлы бер бөтөндө барлыҡҡа килтергән нәмәләр, өлөштәр йыйымы. □ Состав чего-л. Һүҙ составы. ■ Телдең һүҙлек составы (лексикаһы) менән грамматик төҙөлөшө уның нигеҙен тәшкил итә. Ж. Кейекбаев. Канымда, үҙемдең белеүемә ҡарағанда, ике состав бар: атайым яғынан мин татар, әсәнемдең бабалары башҡорт
589