Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 588 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СОСАЙТЫУ
Һигеҙенсе класс уҡыусылары араһында буйға бейегерәк һәм мыҡтыраҡ кәүҙәле Рифат исемле малай, ғәҙәттә, баштан уҡ сосораҡ, йылғырыраҡ булып сыға. Р. Байбулатов. Егеттәрҙең икеһе лә сос ине. Ғ. Ибраһимов.
2. Тиҙ генә һиҙеп алыусан; һиҙгер. □ Бдительный, имеющий повышенную чувствительность, чуткость. ■ Ошо кондәрҙә Тимерҙең сос күҙҙәре бер нәмәне иғтибарға ала башланы: Фатима, ни эшләптер, эшкә һуңлап сыға, иртәрәк ҡайтып китергә ашыға. Б. Бикбай. «Миндә эшең булмаһын!» — тип күҙенең ағын күрһәтте Рәмзил. Хәмит тә бирешмәне: «Тәбиғәттең ҡолағы сос икәнлекте онотма!» Д. Бүләков. Һунарсы ҡарт шым ғына боролоп китергә лә уйлағайны, әммә сос танау эттәр уны һиҙеп, лау итеп ҡалды. Б. Рафиҡов. Әсә күңеле сос була бит ул, минән хәлдең дөрөҫөн шул көндө үк һөйләтте. Н. Мусин.
3. Бик йылдам, етеҙ хәрәкәтле. □ Проворный, юркий, прыткий. ■ Сос йәнлек икенсе яҡҡа һикерҙе лә, ҡыуаҡтар араһына инеп, шунда уҡ юҡ булды. И. Ғиззәтуллин. Бәрәс үҙе бик сос икән, тояҡтары тос икән. А. Игебаев. [Вахит] уртынан һыу бөркөп [ҡыҙҙы] сырылдатып алды, тегеһе лә сос, сүмес менән ҡойондорорға ҡырталаша, буғай. С. Шәрипов. Таштарға бәрелеп йылдам ағыусы һай тау йылғаларында бәрҙе тигән матур сос балыҡтар йәшәй. Ф. Иҫәнғолов.
СОСАЙТЫУ (сосайт-) (Р: делать бдительным; И.: make vigilant; T: uyanık davrandırmak) ҡ.
Тиҙ һиҙеп алыусанға әйләндереү; сос (2) итеү. □ Делать бдительным, чувствительным, острым. Ҡолаҡты сосайтыу. Танауҙы сосайтыу. Күҙҙәрҙе сосайтыу.
СОСАЙЫУI (сосай-, сосая) ҡ. ҡар. сосланыу. Сосайып алыу. ■ Ҡыуандыҡ та, сосайып, шомло төнгө тынлыҡҡа ҡолаҡ һалды. Ә. Хәкимов.
СОСАЙЫУ II (сосай-, сосая) ҡ. диал. ҡар. сусайыу. ■ «Ҡара әле, анау тау кеүек өйөлгән боҙ өҫтөндә бер бағанаһы сосайып китеп бара», — тип шаулаштылар. Һ. Дәүләтшина.
СОСЛА I [рус. сусло] (Р: квас; И.: bread juice; T: çavdar kvası) и. диал. ҡар. кеүәҫ.
Арыш икмәге йәки арыш ононан сүпрә һалып, әсетеп эшләнгән эсемлек. □ Квас. Сосла әҙерләү. Сосла эсеү. ■ Хәҙер сосланы эшләй белгән кеше аҙ. Экспедиция материалдарынан.
СОСЛА II (Р: челнок; И.: shuttle; Т: masura) и. диал. ҡар. сүре.
Тегеү машинаһында шүрене ҡуйыу һәм йөрөтөү өсөн эсе ҡыуыш ҡорал; шүре ояһы. □ Челнок. Тирбәлеүсе сосла. Өйө-рөлөүсе сосла. Сослаһын алмаштырыу.
СОСЛА(Н) III [рус. суслон] (Р: вид суслона; И.: kind of stack of sheaves; T: demet) u. диал. ҡар. һоҫлан.
Аҫтына ете, өҫтөнә өс кәлтә һалып өйөлгән һоҫлан. □ Вид суслона. Сослан эшләү. Сослан ташыу. Көлтәләрҙе сосланға һалыу. ■ Биш көлтәне өйөп, бер урынға ултыртып, өҫтөнә бер көлтәне һалып йәки баш яғын түбән ҡалпаҡлап кейҙереп ҡуйып өйөлгән алты көлтәлек кәлтә өйөмөнә «сослан» тиҙәр. Т. Морат.
СОСЛАНЫУ (сослан-) (Р.: становиться проворным; И.: become dexterous; T.: uyanık olmak) ҡ.
1. Тиҙ төшөнөп, тиҙ эшләүсәнгә әйләнеү; сос (1) булыу; сосайыу. □ Становиться проворным, ловким. Сосланып китеү. Эшкә сосланыу. ■ Хас сәсрәү ялҡын инде ул [Хөрмәт]! Тире лә таммай ергә: сосланып бәреп сыға ла, боҫланып оса үргә. Р. Назаров.
2. Тиҙ һиҙеп алыусанға әйләнеү, сос (2) булыу. □ Становиться бдительным, чутким. Ҡолағы сосланған. Күҙе сосланған — күреп тә алды. ■ Әле даланың күҙе үткерләнеп, ҡолағы сосланған мәл. Б. Рафиҡов.
СОСЛОВИЕ [рус.] (Р: сословие; И.: estate; class; T: sınıf) и.
Феодализм дәүерендәге синфи мөнәсәбәттәр шартында барлыҡҡа килеп, закон нигеҙендә мираҫ хоҡуғы һәм бурыстарына эйә булған социаль төркөм; ҡатлам. □ Сословие. Дини сословие. Дворян сословиеһы. Сословие хоҡуғы. ■ Ҡала башлығы ла, земская управа председателе лә һағая төштө: улар был ҡунаҡ менән ҡул биреп
588