СУҠАҠ
тора ине. 3. Биишева. Ат һарайы hymen алынған. Тик тегендә-бында ҡалған таштар ғына алабута араһында суҡайышып ултыра. Р. Солтангәрәев.
СУҠАҠ I (суҡағы) (Р.: выступ; И.: protuberance; T.: çıkıntı) и.
1. Нимәнеңдер ослайып сығып торған урыны. □ Выступ. Тау суҡағы. ■ Ағырсаҡ-тың аҫҡы яңағы ҡалҡып сығып тора һәм үҙенең суҡағы менән өҫкө яңағы күҙлегенә терәлгән. Ш. Нафиҡов.
2. Осло түбәле тау; сусаҡ. □ Высокая отвесная гора. Суҡаҡҡа үрмәләү.
СУҠАҠ II (Р: выпуклый; И.: bulgy, bulging; T.: çıkık) с.
Суҡайып торған. □ Выпуклый. Суҡаҡ маңлай. ■ Август ҡояшы, Ҡарағаслы ауылы өҫтөндәге болоттар ҡамауынан ҡаса торғас, Оҙонҡырлы тауының суҡаҡ ташына ғына килеп бәрлекте. Ш. Янбаев.
СУҠАЛАҠ I (суҡалағы) (Р.: бугорок; И.: knoll; knob; T.: tümsek) и.
Бәләкәй генә ҡалҡыулыҡ; түмһәләк. □ Бугорок, пригорок; холмик. Суҡалаҡҡа менеү. ■ [Карт — ғалимға:] Ер-Һыу исемдәре менән зерә ныҡ ҡыҙыҡһынаһығыҙ — бынау ы суҡалаҡ башына ҡалҡынып, тирә-яҡты байҡайыҡ, саҡ ҡына тын алайыҡ, Сәнкем-Биктимер ауылы өҫтөнә лә юғарынан күҙ һалайыҡ. Й. Солтанов. Барса батыр күлдәксән, яҙғы ҡояшҡа арҡаһын ҡуйып, суҡалаҡта ултыра. Б. Рафиҡов.
СУҠАЛАҠ II (суҡалағы) (Р: лачуга; И.: hovel; T.: küçük ev) и.
Тәпәш түбәле бәләкәй ой. □ Лачуга. Ауыл осонда суҡалаҡтар теҙелеп киткән.
СУҠАЛАҠ III (Р: трудный; И.: hard; Т: zor) с. диал. ҡар. мөшкөл.
Хәл итеүе, кисереүе ҡатмарлы һәм яфалы; ауыр, хөрт. □ Трудный, тягостный. Суҡалаҡ хәл.
СУҠАНДАҠ I (суҡандағы) (Р.: вертун; И.: fidget; T: kıpır kıpır eden kimse) и. диал.
Тиктормаҫ кеше. □ Вертун, вертунья. Суҡандаҡ бала. Суҡандаҡ урынында ултыра белмәҫ.
СУҠАНДАҠ II (Р: кокетливый; И.: coquettish; T: cilveli) с. диал. ҡар. ҡылансыҡ.
1. Борғоланып, һырғаланып, төрлөсә ҡыланыусан. □ Кривляющийся, кокетливый. Суҡандаҡ ҡыҙ. Суҡандаҡ булыу.
2. Тиктормаҫ. □ Вертлявый. Суҡандаҡ бала.
СУҠАНДАУ (суҡанда-) ҡ. диал. ҡар. суҡанлау. ■ Колька, тәне ҡысытҡан һымаҡ, ултырған ерендә суҡандай башланы. X. Мохтар.
СУҠАНЛАУ (суҡанла-) (Р: делать что-л. нагибаясь; И.: do smth stooping; T: eğilerek bir şey yapmak) ҡ.
1. Эйелә-бөгөлә ни менәндер булыу; бөксәнләү. □ Делать что-л. нагибаясь. Суҡанлап сүп йолҡоу. Көнө буйы баҡсала суҡанлау. ■ Комбайнсы .. бер малайҙың ниҙер сүпләп, суҡанлап йөрөгәнен күрҙе.
3. Биишева.
2. Кәүҙәне тегеләй-былай борғолау; боршанлау. □ Вертеться, быть неспокойным, вертлявым. Бер туҡтауһыҙ суҡанлау. Суҡанлап тик ултырыу. ■ Вася, асыуланып, суҡанлап ҡуйҙы. X. Мохтар.
СУҠАҢЛАУ (суҡаңла-) ҡ. диал. ҡар. суҡанлау. ■ Суҡаңлап алып тик ултыра бит ошо бала. Экспедиция материалдарынан.
СУҠА ТУРҒАЙЫ (Р.: полевой жаворонок; И.: skylark species; T: tarla kuşu) и. диал. ҡар. һабан турғайы.
Күккә менеп һайрай торған һорғолт буҙ һыртлы эре турғай. □ Полевой жаворонок (лат. Alauda arvensis). Суҡа турғайҙары осоп йөрөй.
СУҠ БАРМАҠ (бармағы) и. диал. ҡар. сығанаҡ бармаҡ. Суҡ бармаҡҡа йөҙөк кейеү.
СУҠБАУ (Р.: верёвка с шёлковыми кистями; И.: sort of rope (wedding present); T: bağ) и. этн.
Ебәк суҡлы бау (еңгә бүләге). □ Верёвка с шёлковыми кистями. ■ Килен бәләкәй ҡәйнештәргә суҡбау тарата. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СУҠ БӘЙЛӘҮ (Р: завязывание кисти в родинном обряде для умилостивления духа бани; И.: sort of Bashkir ritual; T: bir doğum geleneği) и. этн.
Яңы тыуған баланы беренсе мәртәбә мунсаға алып барғанда мунса эйәһен риза
660