СУҠЛЫҠ
латыу йолаһы. □ Завязывание кисти в ро-динном обряде для умилостивления духа бани. ■ Йәш баланы мунсаға алып барғанда эләукәгә суҡ бәйләйҙәр ине элек. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СУҠ ЕП (ебе) (Р.: мулине; И.: moulinet thread; T.: nakış ipi) и. диал. ҡар. мулинә.
Төрлө төҫтәге сигә торған еп. □ Мулине. Суҡ еп менән сигеу. Төрлө төҫтәге суҡ еп. Суҡ еп һатып алыу.
СУҠҠАЙЫН и. ҡар. байҡайын.
СУҠЛАНДЫРЫУ (суҡландыр-) (Р: украшать кистями что', И.: decorate with tassels; T.: püskülle süslemek) ҡ.
1. Суҡ (1) итеп һалындырыу. □ Украшать кистями что. Суҡландырып бәйләп ҡуйыу.
■ [Ҡолморҙа старшина] билен ебәк билбау менән быуып, осон суҡландырып төшөргән. Т. Хәйбуллин.
2. Суҡ (2) һымаҡ ялбыратыу. □ Кудрявиться. Зыярат ҡапҡаһынан ингәс тә елбәҙәк толомдарын суҡландырып уҫкән .. ҡайындар теҙелгән. Ш. Янбаев. Шәһурә тороп, оҙонса һорғолт бөрөләрен алҡалай суҡландырып ултырған ҡайынға һөйәлде, шунан, борола биреп, битен уның ап-аҡ, һалҡынса туҙына терәне. Н. Мусин.
СУҠЛАНЫУ (суҡлан ) ҡ.
1. төш. ҡар. суҡлау, страд, от суҡлау. Суҡланған беләҙек. ■ Улар [ҡыҙҙар] бер нисә урындан ҡоршаулы кулдәк һәм тәңкәле кәзәкей кейгәндәр, билдәрен осо суҡланған ҡыҙыл билбауҙар менән быуып, ныҡ ҡына тартып ҡуйғандар. Ш. Шәһәр.
2. Суҡ (1, 2) булып ялбырау. □ Превращаться в кисть, принимать вид кисти.
■ Бурек ҡолаҡтарында суҡланып боҙ алҡалар һалынып тора. 3. Биишева. Бигуди менән уҙе [Сажидә] бөҙрәләгән ике шәлкем сәсе зәңгәр береткаһы аҫтынан маңлайына суҡланып төшкән. Н. Мусин.
СУҠЛАТЫУ (суҡлат-) ҡ. йөкм. ҡар. суҡлау, понуд. от суҡлау.
СУҠЛАУ (суҡла-) (Р: украшать кистями; И.: adorn with tassels; T.: püskülle süslemek) ҡ.
1. Биҙәп, суҡ (1) ҡуйыу, суҡлы итеү. □ Украшать кистями. // Украшение кистя
ми. ■ Бик куп ҡолондар, өстән уреп, суҡлап, матурлап эшләнгән ҡыл нуҡта менән махсус ҡаҙыҡтарға лапаҫ аҫтына бәйләп ҡуйылған.
3. Биишева. Шул дәрестәрҙә өйрәнгәнен хәтерләу ниәтендә энәләрен ҡулына алып ултырған ҡыҙыҡай, ең остарын суҡлап, матур ғына бер кейем бәйләне. М. Садиҡова. «Бөгөндән ҡартатайыңа һиҙҙермәй генә Саптарҙы сабышҡа әҙерләй башлайыҡ», — тип, Ҡотлобай Тәнәйләнең ҡулына суҡлап эшләнгән бик матур йугән тотторҙо. Ш. Янбаев. Икенсе көн Ҡасим һунарҙан ҡайтыуға, ҡатын теге һеперткене суҡлап-матурлап тургә мендереп ҡуйҙы. Әкиәттән. Абзыҡайым, ҡара атыңдың ышлыяһын суҡлама. Халыҡ йырынан.
2. Суҡ (3) тағыу. □ Декорировать. Беләҙекте суҡлау. Йөҙөктө суҡлау.
СУҠЛЫ (Р: с кистями; И.: having tassels; T: püsküllü) с.
Суҡ (1) менән биҙәлгән, суғы булған. □ С кистями, кистевой, имеющий кисти. Суҡлы таҡыя. ■ Суҡлы ҡыҙыл фәс кейгән төрөктәрме, ҡырымлылармы һауалы ғына йөрөп ята. К. Мәргән. Муйынын уратып бәйләгән суҡлы шәле [Мәҙинәнең] тынын ҡыҫа. Т. Ғарипова. Диңгеҙ бер тулауҙа ҡояш япҡан алтын суҡлы, аҫыл ташлы селтәрҙәрҙе өҙгәләп ырғытҡан. 3. Биишева. [Ат ] суҡлы йугәненә, ышлыяһына һәм ҡорһағына йәбешкән ҡар бөртөктәрен ергә ҡойоп һелкенде лә алға юртты. Я. Хамматов.
СУҠЛЫ ГӨЛ (Р: фукция; И.: decorative flower species; T.: bir çiçek türü) и. диал. ҡар. тамсы гөл.
Бер декоратив гөл. □ Фукция. Суҡлы гөл уҫтереу. Суҡлы гөл ултыртыу.
СУҠЛЫҠ I (суҡлығы) (Р: чёлка (у лошади)', И.: forelock; T.: kakül) и. диал. ҡар. кикел 1.
Йылҡы малының маңлай сәсе. □ Чёлка (у лошади). Суҡлыҡты уреу. Аттың суҡ-лығын ҡырҡыу.
СУҠЛЫҠ II (суҡлығы) (Р: ягодник; И.: berrying ground; T.: çileklik) и. диал. ҡар. еләклек.
661