Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 662 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУҠЛЫ ҠАЙЫН
Еләк-емеш күп үҫкән урын. □ Ягодник (место). Суҡлыҡҡа тап булыу. Суҡлыҡта йөрөу. •
СУҠЛЫ ҠАЙЫН (Р.: дерево судьбы; И.: spriggy birch; T.: sarkık dallı huş ağacı) и. миф.
Мифлаштырылған ағас, яҙмыш ағасы. □ Дерево судьбы; ветвистая берёза. ■ Суҡлы ҡайынға сепрәк, таҫма, шәл сәсәге тағалар. «Башҡорт мифологияһы» нан.
СУҠЛЫ СЫПСЫҠ (сыпсығы) и. диал. ҡар. суҡтурғай. ■ Суҡлы сыпсыҡ ҡайын һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Э. Ишбирҙин.
СУҠМАР I (Р.: палица; И.: club; T.: topuz) и.
1. тар. Боронғо һуғыш ҡоралы. □ Палица, булава. Суҡмар менән алышыу.
■ Туҡмуйрыҡ балтаға йәбеште, Алпар, суҡмарын тотоп, Кинйә эргәһенә баҫты. Ғ. Ибраһимов. Ҡайһы берәуҙәр ҡылысы ла, мылтығы ла юҡлыҡтан һуғышҡа суҡмар менән барҙы, өҫтөнә пуля яуҙырып килгән дошманға приклад менән ҡаршы торҙо. Ғ. Хисамов. Бер нисә һыбайлы суҡмар тимер шарынан имгәнеп йә баштары ярылып, ергә ауҙы. Ғ. Хөсәйенов. Улай ғына ла тугел, һин дошманды еңер өсөн алған ҡоралың менән бер бөтөнгә әйләнәһең, уҡҡа, суҡмарға, ҡылысҡа әуереләһең. Ф. Аҡбулатова. • Һуғышҡа барған, суҡмарын онотҡан. Әйтем. Ҡулың кутәрә алмаған суҡмарҙы билеңә таҡма. Әйтем. Һуғышҡа суҡмарһыҙ бармайҙар. Әйтем.
2. Йомро башлы күҫәк. □ Дубина (палка с утолщением на конце). Ағас суҡмар.
■ Ә Хаммат был ваҡытта уҙен суҡмар тотоп буре ҡыуған һунарсы кеуек тоя ине. 3. Биишева. Шулай бер көндө бабай уҡтарын, суҡмарҙарын алып ошо тауға тағы ла килгән, ти. Н. Ҡәрипов. Алдар уҡ-һаҙағын, йәйәһен яурынына аҫты, суҡмары менән ҡынлы һунар бысағын билбауына таҡты, һыҙмаһын иһә ҡул осона алды. Н. Мусин. Алтынбай мөйөштә һөйәуле торған ҡайын ороһонан яһалған суҡмарҙы эләктерҙе лә тышҡа атылды. 3. Ураҡсин. • Һөйләшә белмәгән ауыҙҙан суҡмар ҡәҙәр һуҙ сыға. Әйтем.
3. диал. Төйә торған нәмә. □ Пест; толку ша. Тоҙ суҡмары. Суҡмар менән бәрәңге төйөу.
♦ Суҡмарҙай йоҙроҡ (йәки баш) бик ҙур. □ Очень большой. Өҫтәлгә суҡмарҙай йоҙроҡ менән һуғыу. Суҡмарҙай йоҙроҡто танау төбөндә уйнатыу. Суҡмар күтәреү һуғышырға, талашырға ынтылыу; күҫәк күтәреү. □ Затеять драку, ссору с кем. • Сулаҡ суҡмар кутәрер. Әйтем, һуғыш суҡмары һуғышырға яратыусан кеше.
□ Драчун, забияка. ■ «Иптәш капитан, беҙ уны ҡурҡытырға, иманына килтерергә генә уйлағайныҡ», — тине оҙон һуғыш суҡмары. Р. Байбулатов. Әхмәҙи һуғыш суҡмары булып иҫәпләнгәнгә курә, аңлашып-нитеп тормай, уны йыйылышҡа ҡуйып тикшерә башлайҙар. Ә. Бикчәнтәев. Фируз атлы икән ул әҙәм, тимәк, .. ҡала башлығы аҫраған һуғыш суҡмарҙарының береһе. Б. Рафиҡов. [Гөлгөнә — Павелға:] Һине шундай һуғыш сукмары булырһың тип башыма ла килтермәгәйнем. Ш. Янбаев. Дембелдәрҙән ике-өс һуғыш суҡмары йугерә һалып килеп тә еткән. С. Шәрипов.
СУҠМАР II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән, түңгәүер, ҡыпсаҡ ҡәбиләләренә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме.
□ Название одного из родовых подразделений башкир племён усерган, тангаур, кыпчак.
СУҠМАРБАШ (Р: осот; И.: sow-thistle; T: eşekgevreği) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, ҡыҙыл күк, һары төҫтәге эре тупалсаҡ сәскәле үлән; билсән. □ Осот. / Осотовый (лат. Sonchus). ■ Астра һымаҡтарҙың Башҡортостанда 58 затҡа ҡараған яҡынса 200 төрө (бикәбаш, еҫлесәскә, суҡмарбаш, тоҡортаж, туҙғаҡбаш, тырнағут, әрем һ. б.) билдәле. С. Хәйретдинов. Ике йыллыҡ ҡый уләне (суҡмарбаш, ҡыр кәбеҫтәһе һ. б.) тәуге йылда көслө тамыр һәм уның тирәләй япраҡтар ебәрә, киләһе яҙҙа сәскә атыусы
662