Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 663 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУҠРАҠЛАНЫУ
һабаҡ сығара һәм йәй аҙағында орлоҡ бирә. «Башҡортостан энциклопедияһы »нан.
СУҠМАРЛАУ I (суҡмарла-) (Р.: бить дубиной; И.: club; T.: topuzla vurmak) ҡ.
Суҡмар менән һуғыу. □ Бить дубиной. Суҡмарлап алыу. ■ Элегерәк уларҙы [бурене, төлкөнө] атҡа менеп суҡмарлап та алғандар. Р. Өмөтбаев.
СУҠМАРЛАУ II (суҡмарла-) (Р: сделать конец палки утолщённым, как у палицы; И.: make it clublike; T.: ucunu top biçiminde yapmak) ҡ.
Суҡмар һымаҡ йомро башлы итеү.
□ Сделать конец палки утолщённым, как у палицы. Суҡмарлап ҡуйыу. ■ Ул [Булат] .. осона тимерсыбыҡ ҡушып уреп, суҡмарлап ҡуйған буре һуҡҡыс ҡамсыһын һәлмәкләп ҡарап алды. Б. Бикбай.
СУҠМАРЛЫ (Р: с утолщением на конце; И.: with a bulge; T.: ucu topuz biçiminde olmuş) с.
Суҡмар һымаҡ йомро башлы. □ С утолщением на конце. Суҡмарлы ағас ҡумыҙ. ■ Ҡыҙылдарҙың уңыштары тураһындағы һәр бер хәбәр уға [Миңлеәхмәткә] уҙенең башына суҡмарлы йәшел таяғы менән һуҡҡан һымаҡ тойола башланы. Ғ. Хәйри.
СУҠМАРСЫ (Р: воин, вооружённый булавой; И.: warrior armed with a club; T.: topuzla silahlanmış asker) и.
1. Суҡмар (1) менән ҡоралланған һуғышсы. □ Воин, вооружённый булавой. Суҡмарсылар һөжуме. ■ Аҡназар хан ғәскәре .. ҡыйралып, куп кенә уҡсыларын, суҡмарсыларын, һуғышсыларын юғалтып, .. Имәнҡалаға ҡайтып ингәндә, был хурлыҡлы хәбәр Аҡназар хан ҡолағына куптән килеп бәрелгәйне инде. К. Мәргән.
2. кусм. Һуғышырға яратыусан кеше.
□ Драчливый человек, драчун. Ярһыу суҡмарсы. ■ Суҡмарсыбыҙ уҙ дуҫына йоҙроҡ төйгән. Й. Солтанов.
СУҠМАРЫЛЫУ (суҡмарыл) (Р: скомкиваться; И.: get crumpled; T.: buruşmak) ҡ. диал. ҡар. уҡмашыу.
1. Өҫтө-өҫтөнә йыйылып, бергә ойошоу.
□ Скомкиваться, сбиваться, скатываться
в комок. Ҡарағастың сайыры суҡмарылып тора.
2. Тәлгәше ҙур, емеше күп булыуҙан һалынып төшөү. □ Висеть гроздьями, кистями. Муйыл суҡмарылып ултыра.
СУҠМУЙЫЛ (Р.: ветви черёмухи; И.: bough of the bird-herry tree; T: idris ağacının dalı) и. миф.
Муллыҡ билдәһе тип иҫәпләнгән муйыл ботағы. □ Ветви черёмухи (символ изобилия ). Суҡмуйыл киптереу. Суҡмуйыл йыйыу.
СУҠ МЫЙЫҠЛЫЛАР (Р: пластинчатоусые; И.: dung beetles; T: kın kanatlılar) и. зоол.
Төймәләк башлы 7—10 айырым-айырым ваҡ яҫы таяҡса мыйыҡтары булған ҡуңыҙҙар. □ Пластинчатоусые (лат. Scarabaeidae). Суҡ мыйыҡлыларға мөгөҙлө ҡуңыҙ, ашлыҡ ҡуңыҙы, баҡыр ҡуңыҙ инә.
СУҠРАҠ I (суҡрағы) (Р: комки засохшей грязи; И.: lumps of dried mud; T: kuru çamur) и.
1. Тәгәрмәс, аяҡ йә башҡа нәмә менән иҙелеп, киҫәк-киҫәк булып ҡатҡан йәки туңған тупраҡ. □ Комки засохшей или замёрзшей грязи. ■ Был куктәрҙән миңә тик наҙ яуа, был суҡраҡ та миңә һөйкөмлө. Ә. Әхмәтҡужин.
2. диал. ҡар. батҡаҡ 1. һыуға ебеп, иҙелеп ятҡан балсыҡ, тупраҡ. □ Вязкая, топкая почва, земля; грязь, слякоть. ■ [Гилмишэриф:] Шул беҙ йөрөгән бысраҡтан йөрөй, беҙ тапаған ерҙе тапай ҙа баһа, бер ниндәй суҡраҡ та йәбешмәйме икән бының [старшинаның] тылсымлы итегенә. Р. Өмөтбаев. Уның [Зөлфиәнең] суҡраҡҡа ярылған яланғас аяҡтары Ҡарматау артынан яртылаш батҡан һулпән ҡояш яҡтыһына ҡуныслы ҡата кеуек куренделәр. Я. Хамматов.
СУҠРАҠ II (Р: глухой; И.: deaf; T: sağır) с. диал. ҡар. һаңғырау.
Ишетеү һәләте түбән йәки бөтөнләй булмаған. □ Глухой. Суҡраҡ кеше. Суҡраҡ булыу.
СУҠРАҠЛАНЫУ (суҡраҡлан) (Р: становиться грязным; И.: become dirty; T: pislenmek) ҡ. диал. ҡар. батҡаҡланыу 1.
663