Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 664 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУҠРАҠЛАУ
Суҡраҡҡа (I, 2), батҡаҡҡа әйләнеү.
□ Становиться грязным, слякотным. Көҙгө юл суҡраҡланып бөткән.
СУҠРАҠЛАУ (суҡраҡла-) (Р.: превращать в грязь; И.: turn into mud; T.: pislemek) ҡ. диал. ҡар. батҡаҡлау 1.
Суҡраҡҡа (I, 2), батҡаҡҡа әйләндереү.
□ Превращать в грязь, слякоть. Юлды суҡ-раҡлап бөткәндәр.
СУҠСА ҠЫЖҠ (ҡыуағы) (Р.: мелкий кустарник; И.: small shrubs; T.: küçük çalılık) и. диал.
Ваҡ ҡыуаҡ. □ Мелкий кустарник. Тирә-яҡты суҡса ҡыуаҡтар баҫып алған.
СУҠ-СУҠ I (Р: подражание звуку щебетания, чириканья птиц; И.: chirp! sound imitative word; T.: cıvıl cıvıl) оҡш.
Ваҡ ҡоштоң, турғайҙың тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание звуку щебетания, чириканья птиц. Суҡ-суҡ ҡоштар сырылдаша. ■ Маянһылыу ҡоштоң суҡ-суҡ тигән тауышына уянып китте, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
СУҠ-СУҠ II с. ҡар. суҡ III. ■ [Ғариф:] Башта барсабыҙҙан суҡ-суҡ сәләмдәр яҙ. Б. Бикбай.
СУҠ ТАҒЫУ (Р: пришивание кисти; И.: kind of spell; T.: püskülle nazardan koruma) и. миф.
Күҙ тейеүҙән һаҡланыу йолаһы. □ Пришивание кисти, магический способ от сглаза. Суҡ тағыу йолаһы. Төрлө таҫманан суҡ тағыу. Балаға күҙҙән тупыйына, яурынына суҡ тағалар.
СУҠТАЙ (Р.: красиво; И.: finely; T.: çok güzel) р.
Бик яҡшы, матур итеп (кейенеү, төҙәнеү).
□ Красиво, нарядно (одеваться, наряжаться). Суҡтай биҙәнеү. ■ Оло инәйем арҡаһында мин [Кендек].. суҡтай итеп кейенеп алғанмын. М. Кәрим.
СУҠТАЛ (Р: плакучая ива; И.: weeping willow; T.: salkım söğüt) и. бот. диал. ҡар. бөҙрә тал.
Суҡланып төшөп торған ваҡ ботаҡлы тал. □ Плакучая ива (лат. Salix babylonica). Суҡтал ботағы. Суҡтал тамсыһы.
СУҠ ТАМЫР СИСТЕМАҺЫ (Р: мочковатая корневая система; И.: fibrous root system; T.: saçak kök sistemi) и. бот.
Төп тамыры айырым үҫешмәгән, бик күп өҫтәмә тамырҙарҙан торған тамыр системаһы. □ Мочковатая корневая система. Юл япрағы суҡ тамыр системалы. Суҡ тамыр системалы үҫемлектәр.
СУҠТАРЫЛЫУ (суҡтарыл ) ҡ. диал. ҡар. суҡмарылыу. ■ Муйыл һаҡмарҙа суҡ-тарылып ултыра инде ул. Экспедиция материалдарынан.
СУҠТИРӘК (суҡтирәге) и. ҡар. байтирәк.
СУҠТУРҒАЙ (Р.: свиристель; И.: waxbird; T.: bayağı ipekkuyruk) и. зоол.
Ылыҫлы урмандарҙа оялай, йәй көнө бөжәктәр менән, көҙ һәм ҡыш ҡыр емештәре менән туҡлана, ҡыш көнө емеш эҙләп күсеп йөрөй торған, сыйырсыҡ ҙурлығындағы матур ҡош; мышы турғайы. □ Свиристель (лат. Bombycilia garmlus). ■ Сәтләүек күп урындарҙа суҡтурғайҙар менән тейендәр рәхәтләнәсәк. Я. Хамматов. Бер ваҡыт тирәк башына суҡтурғай килеп ҡунып, бик матур итеп һайрай башланы, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
СУҠТЫ БАШ (Р.: с хохлом; И.: crested; T: ibikli) с. диал. ҡар. бүрекле 2.
Башында супайы булған; өлтөклө. □ С хохлом. Суҡты баш тауыҡ. Суҡты баш турғай.
СУҠТЫ ТАЯҠ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени бурзян. Суҡты таяҡ кешеһе.
СУҠЫ и. ҡар. суҡаҡ I, 2. ■ Кайҙа ҡарама, эреле-ваҡлы тау суҡылары, йәм-йәшел урмандар, ә аҫта, монар тулҡынында бәүелеп ятҡан киң дала бәғерендә, көҙгөләй яҡты күлдәр. Ә. Хәкимов. Данлы Ағиҙелде буйлаған кем генә был яҡтарҙағы Инсебикә ташы менән Малбикә суҡыһын күрмәгән икән? Т. Ҡолдәүләтов.
664