Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 665 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУҠЫНЫУ
СУҠЫЙ и. диал. ҡар. суҡыш. Ҡош су-ҡыйы менән ем эләктереп алған.
СУҠЫ Л Д АУ (суҡылда-) ҡ. диал. ҡар. сиҡылдау. Бер туҡтауһыҙ суҡылдау. Су-ҡылдап тик ултырыу.
СУҠЫЛЫУ (суҡыл-) ҡ. төш. ҡар. суҡыу. страд, от суҡыу. Суҡылған еләк. Суҡылған ҡарағас. ■ Ҡарға йәмһеҙ тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе, уның суҡылған күҙенән ҡан аға башланы. А. Карнай.
СУҠЫМЫШ (Р.: мотыга; И.: һое, mattock; T.: çapa) и. диал. ҡар. кәтмән.
Арҡыры башлы кәрәк рәүешендәге ҡорал; тәпке. □ Мотыга. Суҡымыш менән бәрәңге күмеү.
СУҠЫНДЫРЫУ (суҡындыр-) (Р.: кре стить кого; И.: baptize smb; T.: vaftiz etmek) ҡ.
1. дини. Христиан динендә: кемдеңдер маңлайына, түшенә, ике яурынына бармаҡ менән алмаш-тилмәш төртөп, суҡынғандағы хәрәкәттәрҙе яһау. □ Крестить, перекрестить кого. ■ Анастасия Петровна бәләкәй генә икона килтерҙе, иренең битенә тейҙереп тигәндәй өс тапҡыр суҡындырғас, уның муйынына аҫылынып, юлаҡланып йәш аҡҡан битен терәп, өс тапҡыр үпте. Р. Өмөтбаев. Поп, ҡаршыһына баҫып, доғаһын уҡып суҡындыра [Остерманды], һуңғы юлына оҙата. Ғ. Хөсәйенов.
2. дини. Тейешле йолаһын башҡарып, христиан диненә күсереү. □ Крестить; обращать в христианство (совершив обряд крещения ). // Крещение, совершение обряда крещения над кем-л. ■ [Батша ғазраилдары] меңәрләгән аҫыл ирҙәрҙе осло тимер ҡаҙыҡтарға «һаплап» ултыртып язаланы, баштарын сабып өҙҙө, бәғзеләренеңтелдәрен ҡырҡты, маңлайҙарына сыжлатып «бур» тип яҙылған тимер киҫәген ҡыҙҙырып баҫты, ауылдарын көл-күмергә әйләндерҙе, малдарын, мөлкәтен, ерҙәрен тартып алды, үҙҙәрен суҡындырырға маташты. Р. Байымов. Ҡөсләп тә суҡындырғандар, мосолман динен үҙ ирке менән ташлап, христиан диненә күскәндәр ҙә булған. В. Исхаҡов. Алдарҙар юлда ишеткән яман хәбәр дөрөҫ булыр һымаҡ, бында ла батша кешеләренең яңы һалымдар тураһында белдереү өсөн генә
түгел, башҡорттарҙы суҡындырып, христиан диненә күсереү өсөн килеүҙәре хаҡында һүҙ таралған. Н. Мусин.
3. күсм. Юҡҡа сығарыу; дөмөктөрөү.
□ Убивать, уничтожать. ■ Был ваҡытта беҙҙең артиллерия ла көсәйгәйне, танкыларҙы күберәк улар суҡындыра. 3. Ураҡсин.
4. күсм. Шәп иттереү; ойоҡһотоу, теттереү. □ Выполнять, делать что-л. (очень хорошо, быстро). ■ [Гөлгүзәл] тәүҙәрәк һыйырҙың эргәһенә килергә лә ҡурҡа ине, бер йыл тигәндә, уныһын суҡындырып һауырға өйрәнде. Д. Исламов.
♦ Суҡындыраһыңмы ни уны «нисек итәһең, ни эшләмәк кәрәк» тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Что же с ним сделаешь! Ничего с ним не поделаешь! ■ Суҡындыраһыңмы ни уны, бөтә атайҙар кеүек, минең дә .. ҡыҙымды фәрештә итеп йәшәткем килә лә тора! Д. Исламов.
СУҠЫНМЫШ и. диал. ҡар. суҡынсыҡ.
■ [Шәйхетдин — Мәрзиәгә:] Ишекте емерәһең, суҡынмыш! А. Мағазов. [Әҡлимә — Наташа тураһында:] Ә миңә [хат] яҙмай, суҡынмыш. И. Абдуллин. Ә теге мөртәт, Тәфтиләү суҡынмыш, шуны [халыҡтың аслыҡтан үлеүен] ғына көтә. Ғ. Ибраһимов.
СУҠЫНСЫҠ (суҡынсығы) (Р: негодник; И.: scoundrel, son of a gun; T: alçak, çapkın) и. әрл.
Әрләгәндә, шелтәләгәндә йәки асыуланғанда әйтелә. □ Негодник, нечестивец.
■ [Файза — Радмирға:] Сәстәремде ағартып бөтөрәһең инде, суҡынсыҡ! Р Байбулатов. «[Малайҙарҙы] ҡуҙғатып ебәрмәһәң, бер ни эшләргә теләмәйҙәр бит, суҡынсыҡтар!» — тип һөйләнде Хәсән ағай, машинаға ултырғас. Б. Рафиҡов. [Зафира — һыйыр тураһында:] Беләгемде һындырҙы, тип торам, суҡынсыҡ нәмәкәй. Яр. Вәлиев.
СУҠЫНЫУ (суҡын-) (Р: креститься; И.: cross oneself; T.: vaftiz etmek) ҡ.
1. дини. Христиан динендә: маңлайға, түшкә, ике яурынға бармаҡ менән алмаш-тилмәш төртөп, юғары көскә табыныу.
□ Креститься, перекреститься. Тәрегә суҡыныу. ■ Валентина .. ал яҡҡа сығып, бы
665