СУҠЫРАҠ
шылдап ҡына уҙ алдына нимәлер һөйләнә -һөйләнә бер нисә тапҡыр суҡынып алды. Д. Исламов. Плаксин ҡабалан ғына суҡынып ҡуйҙы. В. Исхаҡов. Себен ҡыуған һымаҡ, Пашка суҡынып алды. X. Мохтар. [Андрей Иванович] ашыҡмай ғына теҙләнеп ултырҙы ла, ҡояшҡа ҡарап, ихлас куңелдән суҡынырға тотондо. Р. Өмөтбаев. [Һәргәй] йәшереп кенә тәреһен йөрөтә, суҡынып та ала. Б. Рафиҡов.
2. дини. Тейешле йолаһын башҡарып, христиан диненә күсеү. □ Принимать христианство; креститься. // Крещение. ■ [Талха — Сөнәғәткә:] һине ней, суҡынған, имеш, мәрйәнән кәләш алған, имеш, тип һөйләйҙәр ине лә баһа. Ж. Кейекбаев. Дәуер еленә танауы һиҙгер мосолман Ҡотломөхәммәт, суҡынып, христиан диненә кускән — Алексей Ивановичҡа әйләнгән. Ғ. Хөсәйенов.
3. кусм. Нимәгәлер мөкиббән китеү; табыныу. □ Поклоняться кому-чему, преклоняться перед кем-чем-л. Суҡынып китеп аҡса йыйыу.
4. кусм. диал. Юҡҡа сығыу; дөмөгөү. □ Издыхать, подыхать, сдыхать, околевать. // Издыхание. Кешене ҡан илатҡайны, уҙелә суҡынды.
♦ Суҡынған {йәки суҡынып) кемдеңдер эше, ҡылығы менән риза булмағанды белдерә. □ бран. Окаянный, негодник. ■ [Әсәһе — Марсель тураһында:] Тамағын шештереп, юрый өйҙә ята суҡынған малай. Р. Байбулатов. Ауылдаш иптәш, суҡынған, исмаһам, яныма ла килмәй бит әле. Ғ. Дәүләтшин. Батша һарайы эсенән бик ныҡ аттылар, суҡынғандар. А. Таһиров. Суҡынғыр, суҡынғыры {йәки суҡынып киткер<е>) әрләгәндә, ҡарғағанда йәки йән көйгәндә әйтелә. □ Чтоб ты пропал, пропади пропадом. ■ [Ишемйәр:] Әҙерәк ял ишәйемме тип, көньяҡҡа йыйынғайным, суҡынғыр, аҡсаһы юҡ. Р. Камалов. Суҡынып китке-ре, бер ерен төҙәтһәң, икенсе ере ватыла. Н. Мусин. Суҡынып ҡатһын {йәки китһен) әрләгәндә, ҡарғағанда әйтелә. □ бран. Чтоб он сгинул! ■ [Ғәли:] Еп өҙөрлөк тә хәлем ҡалмағас, ул тәгәрмәсле бәләне, «йөрөйһөң килмәһә, суҡынып кит!» тип, иҫке һалам
эҫкерте төбөнә индереп кумдем дә йәйәуләп киттем. Ф. Әсәнов.
СУҠЫРАҠ I (суҡырағы) (Р: грязь; И.: mud; T: çamur) и. диал. ҡар. батҡаҡ.
һыуға ебеп буталған тупраҡ. □ Ғрязь, слякоть. Суҡыраҡҡа батыу. Суҡыраҡтан сыға алмау.
СУҠЫРАҠ II (Р: слепой; И.: blind; Т: kör) с. диал. ҡар. һуҡыр.
Күреү һәләтенән мәхрүм. □ Слепой. Суҡыраҡ кеше. Суҡыраҡ куҙ.
СУҠЫТЫҠ (суҡытығы) и. диал. ҡар. суҡыш. Оҙон суҡытыҡ. Осло суҡытыҡ.
СУҠЫТЫУ (суҡыт-) ҡ. йөкм. ҡар. суҡыу 2. понуд. от суҡыу 2.
СУҠЫУ (суҡы-) (Р: клевать; И.: peck; Т: gagalamak) ҡ.
1. Суҡыш менән эләктереп алыу. □ Клевать, выклёвывать (о птице). // Выклёвывание. Ем суҡыу. ■ Ләкин ыласындар бирелергә уйламай, улар буреләрҙең куҙҙәрен суҡыйҙар, баштарын тишеп, мейеләрен ағыҙалар. И. Абдуллин. Әтәс.. суҡышы менән икмәкте суҡып алды һәм, шапылдатып ишек япҡандай, ҡанаттарын ҡағып, ситкә китте. Й. Мостафин. Ҡанаттары яңы сығып килгән ҡор балаһы, ҡабалан-ҡабалан суҡып, кинәнеп ашаны еләкте. Ғ. Хисамов. Шул ваҡыт ике алма-ҡош, асыуҙары килеп, был ике дегәнәк-ҡарғаны суҡып ултерҙеләр ҙә ҡаңғылдашып осоп киттеләр, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». • Ҡарға куҙен ҡарға суҡымаҫ. Әйтем. Уҡымай мулла булған, суҡымай ҡарға булған. Әйтем.
2. Суҡыш менән һуғыу, төртөү, тешләү (ҡаҙға ҡарата). □ Щипать (о гусе). ■ Ҡаҙ себештәре, сотор-сотор итеп, береһен береһе суҡып ебәрәләр ҙә, эркелгән һыуҙы суҡыштары менән һөҙөп эсеп, баштарын ургә кутәреп йоталар. Һ. Дәүләтшина. Эй-й, Емеш яндарынан уҙған саҡта, уның яланғас аяҡтарын кугәрткәнсе суҡып ҡалырға ҡалай ярата торғайны бит улар [ҡаҙҙар]!
3. Биишева.
3. диал. ҡар. сағыу 1. Йыландан суҡылып ҡуйма.
♦ Телең булмаһа, күҙеңде күптән ҡарға суҡыр ине әллә ниҙәр эшләрҙәй бу
666