Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 667 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУЛАҠЛЫҠ
лып һөйләгән кешегә шаяртып әйтәләр.
□ Краснобай (о человеке). ■ [Хәлиулла — Мирхәйҙәргә:] Эй хөрәсән, әлдә телец бар, телец булмаһа, куҙецде куптән ҡарға суҡып китер ине. И. Ғиззәтуллин.
СУҠЫШ (Р.: клюв; И.: beak; T.: gaga) и.
Ҡоштарҙың һәм ҡайһы бер йәнлектәрҙең ослайып алға сыҡҡан һөйәк кеүек ҡаты мороно. □ Клюв. Бөркөт суҡышы. ■ [Көш балалары] баштарын оя ауыҙынан сығарғандар ҙа, суҡыштарын ҙур итеп асып, ем һорап, әсәләрен саҡыралар. Яр. Вәлиев. Ергә ағылған Ай балҡышын суҡышы менән сиртеп, сутылдыҡ турғай пырылдап дуғаға ҡунды. Й. Солтанов. [Тумыртҡа] оҙон суҡышы менән ағас ботағына ары-бире туҡылдатты ла ҡыйҡылдап һайыҫҡандар көтөуе яғына осто. Я. Хамматов. Сыбарҡай суҡыштарын асты ла тамаҡ төбө тауышы менән тац йырын башланы. Ғ. Хисамов. [Насир:] Бындай шыҡһыҙ ерҙә бөркөт кенә яцғыҙ йөрөй алалыр, сөнки уныц ике ҡанаты, осло тырнаҡтары, суҡышы, уткер куҙҙәре бар. 3. Ураҡсин.
СУҠЫШМОРОН (Р: клювонос; И.: tropical fish species; T.: lepidosteus balığı) и. зоол.
Тәне ҡабырсаҡлы йыртҡыс балыҡ.
□ Клювонос, рыба каймановая (лат. Lepidosteus). Суҡышморондар урсегән. Суҡыш-морон ыуылдырығы.
СУҠЫШЫУ (суҡыш-) ҡ. урт. ҡар. суҡыу, взаимн. от суҡыу. ■ Әҙәм балаһы тугел, кугәрсен балалары ла суҡышып ала. С. Агиш.
СУҠ ЯМҒЫР (Р.: внезапный дождь; И.: sudden rain; T: ani başlanan yağmur) и. диал.
Бер генә урындан сығып, таралмай ғына яуған ямғыр. □ Внезапный дождь. Көтмәгәндә суҡ ямғыр яуып утте.
СУҠ ЯПРАҠТАР (Р.: листья мутовчатые; И.: verticillate leaves; T.: mızrak şeklindeki yapraklar) и. бот.
һабағында япрағы бик ҡуйы булған үҫемлектәр. □ Листья мутовчатые. ■ Олеандр суҡ япраҡтарға ҡарай. «Башҡорт энциклопедияһы»нан.
СУЛА (Р: свободное время; И.: spare time; T.: boş vakit) и.
Уңайлы буш ваҡыт, яйы килгән ваҡыт араһы. □ Свободное время, досуг. Сулала сәйәхәт итеу. ■ [Сәлмән:] Анау, келәт артында ултырған тирәк умартаны кутәреу кәрәк ошо сулала. Ж. Кейекбаев. Оҙаҡламай колхоздыц йәйге ҡыр эштәре тамамланып, бушыраҡ сула етте. Й. Солтанов.
СУЛАҠ I (Р: однорукий; И.: one-handed, one-armed; T: tek kollu) c.
1. Ҡулы өҙөлгән йәки имгәнгән; һыңар ҡуллы. □ Однорукий, безрукий. ■ Икенсе көндө Кулбаш урамына килеп инеу менән, Сәғиҙуллин тағы ла кисәге сулаҡ хәйерсе ҡарсыҡты осратты. А. Карнай. Аҙнаев, сулаҡ ҡулын һалындырып, иҙән уртаһында аяғын кирә баҫып тора ине. Н. Мусин. Атласов тәҙрәгә ҡараған да, һул ҡулыныц бармаҡтарын сулаҡ ҡулыныц протезы өҫтөндә бейетеп, ҡаты уйға батҡайны. Ғ. Хисамов. Рамазан, ҡапҡаға һөйәлеп, сәйер тынлыҡҡа сумған ауылды куҙәтеп торған арала, ҡуранан өҫ-башына, һаҡал-мыйығына суп-сар йәбешеп бөткән теремек сулаҡ ҡарт килеп сыҡты. Ә. Хәкимов. Мысыҡтыц да ҡулы өҙөлә, сулаҡ булып ҡала. «Алдар менән Зөһрә». • Һуҡыр тотһа, ныҡ тотор; сулаҡ һуҡһа, ныҡ һуғыр. Әйтем.
2. миф. Мифлаштырылған персонаж. □ Мифологизированный персонаж. ■ Ауырлы ҡатынға аҡһаҡ, сулаҡ кешегә ҡарарға ярамай. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СУЛАҠ II с. диал. ҡар. һулаҡай 1. Сулаҡ кеше. Сулаҡ булыу.
СУЛАҠ ИНӘҮ (Р.: метка; И.: label, tag; T: damga) и. диал. ҡар. инәү.
Мал-тыуарҙың ҡолағына, ҡош-ҡорттоң тәпәй ярыларына һалынған тамға. □ Метка, особый знак, маркировка на животных, тамга, тавро. Иртә яҙҙан малдарға сулаҡ инәу һалып, ҡырға ҡыуалар.
СУЛАҠЛЫҠ (сулаҡлығы) (Р: положение безрукого; И.: one-armed person’s state; T.: tek kolluluk) u.
Сулаҡ булыу хәле. □ Положение безрукого, сухорукость. Сулаҡлыҡ бәләһе. ■ Аяҡ-һыҙҙыц — сатанлығына, ҡулһыҙҙыц — сулаҡлығына, етемдец — етемлегенә, хәс
667