Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 688 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУФЫЙСЫЛЫҠ
ҡортостандың башҡа бер төбәгендә лә булмаған бөжәктәр: ҡырмыҫҡа сиңерткәһе, суфый сиңерткә бар. «Ейәнсура таңдары», 14 май 2012.
СУФЫЙСЫЛЫҠ (суфыйсылығы) (Р.: суфизм; И.: Sufism; T.: sufism (İslâm gizemciliği)) и.
Суфыйлыҡҡа (2) нигеҙләнгән дини идеалистик ҡараш. □ Суфизм. / Суфийский. Суфыйсылыҡ тәғлимәте. Н Суфыйсылыҡтың асыҡ куренеп торған уҙенсәлекле сифаттары: ортодоксаль исламдың ҡат-марды ритуалын кире ҡағыу, Аллаға табыныусыларҙы аскетлыҡҡа, мистиклыҡҡа өндәу, ижтимағи тормоштан бөтөнләй ваз кисеп йәшәргә саҡырыу. Ә. Харисов.
СУХАР (Р.: колун; И.: splitting axe; T.: odun baltası) и. диал. ҡар. һәрпәк 2.
Утын яра торған ҡалын балта. □ Колун. Сухар менән йыуан бурәнәләрҙе ярыу.
СУШИ [япон. суси\ (Р: суши; И.: sushi; Т.: suşi) и. кул.
Япон аш-һыуы (ғәҙәттә, балыҡтан әҙерләнә). □ Суши (блюдо японской кухни ). Суши ашау. Суши әҙерләу.
СУШИЛКА [рус.] (Р: сушилка; И.: drying apparatus; drier; T.: kurutucu) и. ҡар. киптергес I.
Теге йәки был әйберҙе киптереү бинаһы, аппараты. □ Сушилка. Сушилка ҡулланыу. ■ Беҙҙең яҡ бит ямғырлы, игенде купселектә сушилкала киптерергә тура килә. Р. Солтангәрәев. Таң яҡтылығы һибелә башлағанда, сушилкала янғын сыҡты. Д. Исламов.
СҮБЕК (сүбеге) и. диал. ҡар. сүбәк I. Киндер субеге. ■ Камил майлы ҡулын субек-кә һөртә-һөртә килде һәм .. Азаматов менән ҡул биреп иҫәнләште. Ә. Вәли.
СҮБЕКЛӘНЕҮ (сүбеклән-) (Р: изнашиваться; И.: fray; T: eskimek; yıpranmak) ҡ. диал. ҡар. туҙыу.
Тотоноу, ваҡыт үтеү арҡаһында алама, иҫке, яраҡһыҙ хәлгә килеү. □ Изнашиваться. // Износ. Өҫтөмдәге кейемем су-бекләнеп бөттө.
СҮБӘЙ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bash
kir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени табын. Субәй араһы кешеһе.
СҮБӘК I (сүбәге) (P: очёски; И.: combings; T: tarantı) и.
Етенде, киндерҙе талҡып тарағандан һуң ҡалған ҡыҫҡа сүс; ҡаба төбө. □ Очёски, вычески, очёс; охлопок, охлопье. ■ Ниһайәт, эшселәр ҡулдарын сепрәккә, субәккә һөртә-һөртә ишеккә йунәлделәр. И. Абдуллин. [Алдар] санаға ултырып, һыҙма мылтығының көбәгенә дары тултырҙы, өҫтөнә субәк һалып тығыҙлағас, кәбәккә ҡурғаш төйҙө. Н. Мусин. Беҙ, бала-саға, һикенең турендә субәк тетеп ултырған булабыҙ. М. Садиҡова. • Ғәйбәт сәйнәгәнсе, субәк сәйнә. Әйтем.
♦ Сүбәк баш башһыҙ, уйлап эш итә белмәгән кешегә ҡарата. □ Безмозглый, мякинная голова. ■ [Диңгеҙхан:] Минең баш ғәзиз тугел һиңә, Барсынбикә, һиңә Ихсанбайыңдың, .. шул субәк башыңдың башы ғәзиз. Т. Ғарипова. Сүбәк бороу диал. ҡар. сүбәк сәйнәү. • Сүбәк сәйнәү бер нәмәне күп һөйләү. □ Трепать языком, болтать; твердить об одном и том же. ■ «Әйҙәгеҙ, бисәләр, — тине ул [Шәрғи] әхирәттәренә, — субәк сәйнәп май сыҡмаҫ, эшебеҙҙә булайыҡ». Яр. Вәлиев. • Субәк сәйнәп май сыҡмай. Әйтем.
СҮБӘК II (сүбәге) (Р: чувяки; И.: spippers; T: ayakkabı çeşidi) и.
Үксәһеҙ еңел аяҡ кейеме. □ Чувяки. / Чувячный. Субәктәр кейеу. ■ Катын йомшаҡ субәге менән тауышһыҙ ғына атлап, урынына кире килде. Ф. Иҫәнғолов.
СҮБӘККӘ ӘЙЛӘНЕҮ (сүбәккә әйлән-) ҡ. ҡар. сүбәкләнеү. ■ Башҡорт һуғышсылары уҙ гәзиттәрен .. хатта алғы һыҙыҡта атакаға барғанда ла көтөп ала, ҡулдан ҡулға субәккә әйләнгәнсе йөрөтөп уҡыйҙар. Ф. Иҫәнғолов.
СҮБӘКЛӘНДЕРЕҮ (сүбәкләндер ) (Р: измочаливать; И.: shred; T: tiftik tiftik etmek) ҡ.
688