СУФЫЙ СИҢЕРТКӘ
Һүҙҙең тамыр менән ялғау араһында торған, башҡа бер тамырлы һүҙҙәргә ҡарағанда икенсерәк мәғәнә биргән өлөшө.
□ Суффикс. Форма яһаусы суффикстар. Һуҙ яһаусы суффикстар.
СУФФИКСАЛЬ (Р.: суффиксальный; И.: suffixal; T.: ekli) с. гром.
Суффиксҡа мөнәсәбәтле. □ Суффиксальный. Суффиксаль һуҙъяһалыш.
СУФФИКСАЦИЯ [рус.] (Р.: суффиксация; И.: suffixation; T.: eklemek) и. грам.
һүҙҙең йәки һүҙ формаларының суффикс ярҙамында яһалышы. □ Суффиксация. Рус телендәге суффиксация.
СУФЫЙ [ғәр. (Р: набожный человек; И.: pious person; T.: sufi) u.
1. дини. Дин тотҡан кеше; динсел, диндар. □ Набожный, благочестивый человек; благочестивец. Суфый булыу. ■ Ишанға мөрит булырға килгән суфыйҙар, тағы әллә кемдәр өйлә намаҙына ағыла башланылар. М. Ғафури. Заһидтар, суфыйҙар бер мөйөшкә йыйылғандар ҙа Әббаҡтыц һөй-ләуен мауығып тыңлап ултыралар. Ғ. Ибраһимов.
2. Донъянан ваз кисеп, Аллаға, дингә мөкиббән киткән кеше. □ Суфий; аскет, мистик. Суфыйҙар ҡарашы. ■ [Командир:] Юҡ, һиңә [Хикмәткә] донъяһынан ваз кискән, бөтә нәмәгә Алла ҡөҙрәте тип ҡараған суфый ғына булырға кәрәк ине! X. Ғиләжев. Суфый, .. донъя рәхәтенән, байлыҡтан баш тартып, Аллаһы Тәғәләгә хеҙмәт ҡылыу менән генә йәшәргә тейеш. Я. Хамматов. Йыйылған халыҡ араһында — суфыйҙар, уҡымышлылар, зыялылар, дин әһелдәре. Р. Байымов.
3. кусм. Бик тыйнаҡлы, тәртипле кеше.
□ Сдержанный, благочестивый человек. Суфый әҙәм. ■ [Бибисара абыстай — Би-бекәйгә:] Уныц [Шәмсиәнең] атаһы, Тулыбай суфыйҙы әйтәм, торғаны менән бер изге йән ине бит. 3. Биишева. [Нуриханов — Яубаҫаров тураһында:] Ә бит ҡайһылай суфый булып ҡыланған була ла баһа уҙе! Д. Бүләков.
СУФЫЙҘАРСА (Р: по-суфийски; И.: like a pious person; Т.: sufice) р.
Суфыйҙарға хас булғанса. □ По-суфийски; благочестиво. Суфыйҙарса ҡыланыу. ■ Суфыйҙарса һәр ваҡыт тубән генә ҡарап, .. йылғыр кәуҙәле был ҡарт йомшаҡ ҡына баҫып, шыбырлап ҡына һөйләшеп, бер өҙлөкһөҙ ауылдар, кешеләр араһында йөрөп тора. 3. Биишева.
СУФЫЙЛАНЫУ (суфыйлан-) (Р: становиться набожным; И.: become devout; T.: dindar olmak) ҡ.
1. дини. Суфыйға (1) әйләнеү. □ Становиться набожным, благочестивым. Суфыйланып китеу.
2. кусм. Изге йән булып ҡыланыу.
□ Притвориться благочестивым, скромным. Суфыйланып ултырыу. М [Әбей-ҙәр] кеше утә башлаһа, суфыйланып ғибәҙәт ҡылырға, суҡынырға керешеп киткән булалар. М. Садиҡова. Келәт тубәһендә сырҡылдашҡан турғайҙарҙы һағалап, куҙҙәрен бер ҡыҫып, бер асып, суфыйланып ултырған һоро бесәй ҙә йылт итеп юҡҡа сыҡты. Ғ. Лоҡманов.
СУФЫЙЛЫҠ (суфыйлығы) (Р: благо-честивость; И.: piety; T.: dindarlık) и.
1. дини. Динле булыу хәле; динселлек, диндарлыҡ, тәҡүәлек. □ Благочестивость, набожность. / Благочестивый, набожный. Суфыйлыҡ юлы. К Сәмәрҡәндтә уҡыған йылдарҙа уҡ Жами хәҙрәт суфыйлыҡ юлына баҫҡан. Я. Хамматов. [Әмир хәҙрәт] Эстәрле башына шәкерт булып килеп, ғө-муми тәхсил итеп, мәҙрәсәлә суфыйлыҡ әһеле булып тороп, .. матур холоҡ һәм тәҡуәлек менән камиллыҡ тапты. «Ағиҙел», № 7, 2009.
2. фәлс. Мистикаға нигеҙләнгән дини идеалистик ҡараш һәм ысын булмышты аҡыл менән түгел, ә интуитив сара менән генә белеп була тип иҫәпләгән тәғлимәт.
□ Аскетизм, мистицизм. / Аскетический, мистический. Суфыйлыҡ куренештәре.
СУФЫЙ СИҢЕРТКӘ (Р: богомол; И.: praying mantis; T.: peygamber devesi) и. зоол.
Тараҡан һымаҡтар отрядына ингән эре йыртҡыс бөжәк. □ Богомол религиозный (лат. Mantis religiosd). Суфый сиңерткә сырылдауы. ■ Беҙҙең яҡтарҙа Баш
687