Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 686 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУТЫЛДАШЫУ
тал араһында ниндәйҙер ҡош сутылдай. Ә. Хәкимов.
2. кусм. Йомшаҡ ҡына итеп иркәләнеп, туҡтамай һөйләү. □ Заливаться соловьём. Бер туҡтауһыҙ сутылдау. ■ Ашыҡҡанда йә тулҡынланғанда Мәликә «уҙ теленә» кусеусән, һиҙеп ҡалһа, төҙәтә, һиҙмәһә инде, сутылдай бирә. Т. Ғарипова.
СУТЫЛДАШЫУ (сутылдаш-) ҡ. урт. ҡар. сутылдау, взаимн. от сутылдау. Ҡош кеуек сутылдашыу. ■ Йылға буйындағы талсыбыҡтар араһында ҡоштар сутылдаша, һайыҫҡандар шыҡырлай. Я. Хамматов. Алсәскә менән Гөлсәскә буҙ турғай кеуек сутылдашты. 3. Биишева. Ҡоштар ҙа көслөрәк сутылдашалар, туп-туп булып алыҫ илдәргә осорға йыйыналар. Ә. Бикчәнтәев. Өй артындағы өйәңкеләрҙә турғайҙар сутылдаштылар. Һ. Дәүләтшина. Яҡында, баш осонда ғына, сутылдашып һабан турғайҙары һайрай. В. Исхаҡов. Ҡартуф баҡсалары артынса уҡ кутәрелгән тау битләуендәге сауҡалыҡта һандуғастар сутылдаша. Н. Мусин.
СУТЫР и. диал, ҡар. суғырмаҡ. Ағас су-тыры. Юл сутыры.
СУТЫРҘАҠ с. диал. ҡар. сусылдаҡ. Сутырҙаҡ әҙәм.
СУТЫРҘАУ (сутырҙа-) ҡ. диал. ҡар. сутылдау. Бер туҡтамай сутырҙау.
СУТЫРҘАШЫУ (сутырҙаш ) ҡ. диал. ҡар. сутылдашыу. ■ Яҡтырып килә. Һандуғастар сутырҙашып һайрай. Ф. Иҫәнғолов.
СУТЫРЛАУ (сутырла-) (Р.: трещать; И.: tattle; T.: cır cır etmek) ҡ.
Сутыр-сутыр тигән тауыш сығарыу, бер туҡтауһыҙ һөйләү. □ Трещать, болтать, тараторить. Бер туҡтауһыҙ сутырлау. Сутырлап ултырыу.
СУТЫРЛАШЫУ (сутырлаш-) ҡ. урт. ҡар. сутырлау. взаимн. от сутырлау. ■ Таңсулпан иптәш ҡыҙы менән сутырлашып һөйләшә-һөйләшә өйҙәренә инеп китте. Н. Мусин. Купме саҡырып-саҡырып та бармаған бит әле бынау Сәкинә, тип сутырлашҡандарҙыр инде [кешеләр]. Ә. Әминев.
СУТЫРМАҠ (сутырмағы) и. диал. ҡар. суғырмаҡ. Имән сутырмағы. Юл сутырмағы.
СУТЫР-СУТЫР (Р.: подражание непрерывному неразборчивому разговору; И.: sound imitative word; T.: cır cır (konuşmak) оҡш.
Ҡысҡырмай ғына туҡтауһыҙ бер яй менән һөйләгән, һөйләшкән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание непрерывному неразборчивому разговору. Сутыр-сутыр һөйләшкән тауыштар ишетелеп ҡала.
СУФЛЕ [фр. souffle ‘үтә еңел’] (Р: суфле; И.: souffle; T.: sufle) и.
Тәм-том эшләүҙә ҡулланылған йомортҡалы тәмләткес. □ Суфле. Суфле әҙерләу.
СУФЛЁР [фр. souffleur ‘әйтеп тороу’] (Р: суфлёр; И.: promter; T: suflör) и.
Уйнаған артисҡа ролдең һүҙҙәрен әйтеп ултырған кеше. □ Суфлёр. / Суфлёрский. Суфлёр тауышы. ■ «Артистар» сәхнә артындағы суфлёрҙың әйткәнен ҡайһы саҡта ишетмәйенсә ни һөйләргә белмәй ҡолаҡтарын ҡарпайтып шып-шым баҫып торһалар ҙа, уны [спектаклде] ихлас итеп көлә-көлә ҡаранылар. Н. Мусин. Суфлёрҙың әйтеп тороуын уйнаусылар ишетмәй башлағас, суфлёр ҙа уҙенең сәхнәгә сыҡҡанын, китаптан уҡып йөрөгәнен һиҙмәй ҡалды. А. Таһиров. Әллә бала булғанлыҡтан инде, хәтер яҡшы саҡ, ике-өс репетиция утеугә, беҙ ролдәрҙе тотош ятлап ала, суфлёрһыҙ уйнай торғайныҡ. Б. Бикбай.
СУФЛЁРЛЫҠ (суфлёрлығы) (Р: суф-лёрство; И.: prompter’s job; T: suflörlük) и.
Суфлёр эше. □ Суфлёрство. Суфлёрлыҡ талаптарына яуап биреу.
СУФЛЁРЛЫҠ ИТЕҮ (суфлёрлыҡ ит-) (Р: суфлировать; И.: prompt; T: sufle etmek, suflörlük etmek) ҡ.
1. Артисҡа ролдең һүҙҙәрен әйтеп ултырыу. □ Суфлировать. Сәхнә артынан суфлёрлыҡ итеу.
2. кусм. Әйтеп тороу (ултырыу), аҫтыртын әйтеү. □ Подсказать кому что. Йәштәргә суфлёрлыҡ итеу.
СУФФИКС [лат. suffixus ‘нығытылған’] (Р: суффикс; И.: suffix; Т.: ек) и. грам.
686