Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 685 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУТЫЛДАУ
СУТЛАУ III (сутла-) (Р.: брать тайком; И.: pinch; T.: gizlice almak) ҡ. диал. ҡар. кәметеү.
Нимәнелер әҙләп кенә йәшереп алыу, кәметеү. □ Брать тайком, таскать. Балалар кәнфитте сутлап бөткән.
СУТЛАШЫУ I (сутлаш-) ҡ. урт. ҡар. сутлау I. взаимн. от сутлау I. Мунса бурәнәләрен сутлашыу.
СУТЛАШЫУ II (сутлаш-) ҡ. урт. ҡар. сутлау II. взаимн. от сутлау II. Алған әй-берҙәрҙе сутлашыу.
СУТРА [санскр. ‘еп’] (Р: сутра; И.: sutra; T.: sutra) и.
Буддизмда изге текст. □ Сутра (священный текст в буддизме). Сутра уҡыу.
СУТ-СУТ (Р: подражание птичьей трели; И.: sound imitative word; T.: cıvıl cıvıl) оҡш.
Ҡош һайраған һ. б. тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание птичьей трели, соловьиному щёлканью. Сут-сут һайрау. ■ Тирә-яҡтағы ағаслыҡта сут-сут килеп ҡоштар һайраны. Д. Бүләков. Төрлө тауыштар менән һарһылтып, сут-сут һайраған һандуғастар ҡалын урманға һоҡландырғыс йәм бирҙеләр. Ж. Кейекбаев. Турғай сырылдай, кәкук саҡыра, сут-сут итеп, һандуғас һайрай, төрлө урындан пырылдап алатубалар кутәрелә. Т. Килмөхәмәтов. Баяғы һаташҡан ҡош йоҡо аралаш сут-сут итеп, был юлы һуҙа биреп, ике тапҡыр һайрап алды. М. Кәрим. Ҡурай моңо хатта ҡоштар йөрәгенә лә утеп инде булһа кәрәк, улар ҙа, ҡурай тауышына ҡушылып, сут-сут һайраша башланы. Ф. Әсәнов.
СУТЫЙ [рус. сотка] (Р: сотка; И.: one hundred square metres; hundredth part; T.: bir hektar arazinin yüzde bir kısmı) и. диал. ҡар. ар.
Бер гектар ерҙең йөҙҙән бер өлөшө. □ Сотка. Алты сутый ер. ■ [Һатыла торған участканың] дурт сутый ере, биш-алты алмағасы, ваҡ-төйәк таҡтанан эшләткән өйө бар. Н. Мусин. [Миңзифа — Әхмәҙғәлегә:] Ун ике генә сутый ерҙе бер һыуһында әйләндереп бир инде. Р. Низамов.
СУТЫЛДАТЫУ (сутылдат ) (Р: заливаться трелью; И.: quaver; break into shed; warble; T.: dem çekmek) ҡ.
1. Сут-сут тауыш сығарыу. □ Заливаться трелью. Сутылдатып һайрай. ■ Сырылдатып буре олотоп, оран һалдырып кейек ҡыуҙырып, сутылдатып мең төрлө ҡош-ҡорт һайраған был ялан ул миҙгелен юғалтты. Т. Хәйбуллин. Бер һандуғас шыңғырлатып, бер кутәреп, бер төшөрөп, һыҙҙырып-һыҙҙырып, сутылдатып, кәмал мәртәбә бөйөклөк менән һайрап ебәрҙе. М. Ғафури.
2. Ирендәрҙе бер-береһенә тейҙереп үҙенсәлекле тауыш сығарыу. □ Чмокать, причмокивать. // Чмоканье, причмокивание. Иренде сутылдатыу. ■ Аяҡтарын һуҙып атҡа ҡарап ултырған Фәтих ағай: «На-а, малҡай», — тип ирендәрен сутылдатып, дилбегәһен тартып ҡуя. И. Абдуллин.
3. ҡар. супылдатыу 1. ■ Ул [Любомир], хәйләкәр йылмайып, алманың бөтөн ҡалған ҡыҙыл битен йәнә ауыҙына килтерҙе, тик тешләмәне, сутылдатып өс тапҡыр убеп алды. М. Кәрим.
СУТЫЛДАУ (сутылда-) (Р: петь, щёлкать; И.: twitter; T.: ötmek, cıvıldamak) ҡ.
1. Сут-сут тигән тауыш сығарыу (ҡоштарға ҡарата). □ Петь, щёлкать, щебетать. // Пение, щёлканье, щебет (о соловье и других птицах). ■ Йоҡо аралаш ниндәйҙер ҡош сутылдап алды, кулдәге тәлмәрйен баҡылдап ҡуйҙы. И. Абдуллин. Ә тубәндә, туғайлыҡта, һандуғастар сутылданы.
3. Биишева. Йыраҡ та тугел таллыҡта бер турғай, һандуғасҡа оҡшатып, тырышып-тырышып сутылдарға кереште. Д. Бүләков, һабан турғайҙарының дәртле йырына, һандуғастарҙың илаһи сутылда-уына сал Урал бөркөттәренең саңҡыуы, йөҙйәшәр урмандар шаулауы килеп ҡушылды. Яр. Вәлиев. Ҡайһы бер төн ҡоштары сутылдай ҙа башланы. И. Ғиззәтуллин. Шул уҡ ваҡытта юлдың бер яғында ҡыуаҡлыҡта һандуғас уҙенең сутылдауын башлап ебәрҙе. А. Карнай. Тирә-яҡта ҡоштар сутылдай, ботаҡтан ботаҡҡа иркә тейен һикергеләп йөрөй. А. Мағазов. Йылға өҫтөнә эйелгән
685