Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 684 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУСЫЛДАҠ
СУСЫЛДАҠ (Р.: болтливый; И.: talkative; T.: geveze) с.
Күп һөйләүсән. □ Болтливый. Сусылдаҡ бала. ■ Гөлъямал әбей килеп Фатиманың ҡолағына ишетелер-ишетелмәҫ тауыш менән һамаҡланы: «Ауыҙың-мороноң сап-сандап, сусылдаҡ булма, киленсәк». Ж. Кейекбаев. Ҡатын сусылдаҡ булыуы менән иренең тәҡәтенә тейә икән. Әкиәттән.
СУСЫЛДАТЫУ (сусылдат-) ҡ. йөкм. сусылдау. понуд. от сусылдау. Баланы сусылдатыу.
СУСЫЛДАУ (сусылда-) (Р.: тараторить; И.: jabber; T.: çene çalmak) ҡ.
Күп итеп һөйләү. □ Тараторить, трещать, говорить без умолку. Сусылдарға тотондо. Оҙаҡ сусылдау.
СУСЫЛДАШЫУ (сусылдат-) ҡ. урт. ҡар. сусылдау, взаимн. от сусылдау. Бер туҡтамай сусылдашыу. Сусылдашып ултырыу.
СУСЫУ (сус-) (Р.: вздрагивать; И.: startle; T.: irkilmek) ҡ. диал. ҡар. тертләү.
Ҡапыл ҡурҡыуҙан киҫкен хәрәкәт яһау.
□ Вздрагивать. // Вздрагивание. Сусып, ситкә һикереу. Сусып сабып барыу. ■ Уның [Гөлйөҙөмдөң] сусып ырғып торо-уынан һаҡал, сәсмәуҙәре шылтыранылар. Һ. Дәүләтшина.
СУТ I (Р.: топор для обтёсывания внутренних стен дома; И.: special kind of axe; T.: balta) и.
Бура бүрәнәһен эс яҡтан тигеҙләп сабыу өсөн ҡулланылған балта. □ Топор для обтёсывания внутренних стен дома. Сутты уткерлэу.
СУТ II (Р: счёт; И.: account; T: hesap) и. диал. ҡар. хисап.
Күләмде берәмекләп билдәләү ғәмәле.
□ Счёт; подсчёт. Бында малдың суты юҡ.
СУТАНА [ит. sottana ‘итәк, ряса’] (Р: сутана; И.: soutane; T: papaz cüppesi) и.
Католик руханиҙарының өҫ кейеме.
□ Сутана. Миләушә төҫлө сутана.
СУТАН АЯҠ (аяғы) и. диал. ҡар. сәкән I. Сутан аяҡ һуғыу.
СУТАЯҠ (сутаяғы) и. диал. ҡар. сәкән I, 2. Сутаяҡ менән туп һуғыу.
СУТЕНЁР [фр souteneur ‘ярҙам, булышлыҡ итеүсе’] (Р: сутенёр; И.: pimp; Т: pezevenklik) и.
Фәхишәлек эшен ойоштороп, шунан килем алған кеше. □ Сутенёр. Сутенёрҙарға ҡаршы көрәш.
СУТЛАМАУ (сутлама-) (Р: не считаться; И.: not consider; ignore; T: hesaba almamak) ҡ. диал.
Иҫәпкә алмау, һанламау. □ Не считаться. Ул мине бик сутламай.
СУТЛАНЫУ I (сутлан-) ҡ. төш. ҡар. сутлау I. страд, от сутлау I. ■ Бер куҙ ташлауҙа уҡ куренә — быйыл ғына һалынған өй, сутланған бурәнәләр ялтлап тора. Н. Мусин.
СУТЛАНЫУ II (сутлан-) ҡ. диал. ҡар. сутлау II. Әйберҙәр сутланған.
СУТЛАТЫУI (сутлат-) ҡ. йөкм. ҡар. сутлау I. понуд. от сутлау I. Өйҙө сутлатыу.
СУТЛАТЫУ II (сутлат-) ҡ. йөкм. ҡар. сутлау II. понуд. от сутлау II. Малдарҙы сутлатыу.
СУТЛАУ I (сутла-) (Р: обтёсывать; И.: rough-hew; T.: yontmak) ҡ.
Бураны эс яҡтан тигеҙләп сабыу. □ Обтёсывать (внутренних стен бревенчатого дома). // Обтёсывание. ■ Энекәш, бик белгән кешеләрсә, .. бурәнә сутлап торған Яхъяға кәңәш бирергә тотондо. Ә. Вахитов. Әрсегән аҡ ҡабыҡ менән башын ҡыйғаслатып ябып, эсен сутлап, иҙән-тушәмдәрен теҙеп, тәҙрә-ишектәрен ҡуйып ебәргәс, Шаҡман уҙе лә аптырап китте. К. Мәргән. • Өй һалыуҙың ние бар: мукләйһе лә сутлайһы. Әйтем.
СУТЛАУ II (сутла-) (Р: считать; И.: count; T.: saymak) ҡ. диал. ҡар. иҫәпләү.
Нимәнеңдер һанын билдәләү; һанау. □ Считать, подсчитывать; исчислять. // Счёт. Яҙып сутлау. ■ Ошо ерҙә утау утаған, көнөн билсән йыйып, төндәрендә ярыша-ярыша йондоҙ сутлаған [малайҙар] беҙ. С. Ғәбиҙуллин. Эштең төрөн бармаҡ менән һанау тугел, счёт төймәләрен тартып сутлаһаң да, бөтөрлөк тугел. И. Ғиззәтуллин. Бер куҙлекле инспектор килеп тикшереп йөрөнө, һананы, сутланы [игенде]. А. Таһиров.
684