Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 683 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУСЫЙ
Сусҡа аҫрай торған урын. □ Свинарник, свинарня. Яңы төр сусҡа аҙбары. ■ Йылға аръяғында — ат, һыйыр, сусҡа аҙбарҙары. Ғ. Лоҡманов.
СУСҠА БАЛАҺЫ (Р.: поросёнок; И.: piglet; T.: domuz yavrusu, mozak) и.
1. Бәләкәй, бала сусҡа. □ Поросёнок. Сусҡа балаһы аҫрау. ■ Боронғолар сусҡа балаһына ғына мырыҡ тигәндәр. Ғ. Ибраһимов. Оҙонса тәрилкәләрҙә ҡурылған, ҡаймаҡ менән ҡойондоролған сусҡа балалары ята. X. Мохтар. Макар бәләкәс кенә бер сусҡа балаһы алып ҡайтты, шуның эргәһенә иптәшкә йәнә берәү кәрәк ине. М. Садиҡова. • Сусҡаның балаһы атаһынан күреп мырҡылдарға өйрәнә. Әйтем.
2. кусм. әрл. Баланы әрләгәндә әйтелә. □ Негодяй, поросёнок.
3. һөйл. ҡар. сикүшкә. ■ «Сусҡа балаһын» куреу менән көнө буйы уҡынып йөрөгән ҡарттың куҙҙәрендә бөтөнләй башҡа уттар ҡабынып, йөҙөнә йылмайыу сыҡты. И. Ғиззәтуллин. [Миңлеғәле — Сәхипьямалға:] Был уңай менән бер «сусҡа балаһын» кәгергә мөмкиндер. X. Ғиләжев.
СУСҠА ДЕГӘНӘГЕ I (Р.: липучка; И.: greater burdock; T.: dulavratotu) и. диал. ҡар. бөргәк.
Ваҡ ҡына зәңгәр сәскәле, һырмауыҡ орлоҡло үлән. □ Липучка, липучник (лат. Arctium lappa). Урман тулы сусҡа дегәнәге. Сусҡа дегәнәге япрағы.
СУСҠА ДЕГӘНӘГЕ II (Р: ясменник; И.: woodruff; T.: belumotu) и. диал. ҡар. һырлан.
Тотош һабағы менән йәбешеп һырый торған ваҡ сәнскеле үлән. □ Ясменник (лат. Asperula). Шырлыҡтан уткән саҡта бөтә кейемемә сусҡа дегәнәге һырыны.
СУСҠА ЙЫЛЫ (Р: год Свиньи; И.: year of the Hog; T: Domuz yılı) и.
Ун ике йыллыҡ мөсәлдең һуңғы йылы; дуңғыҙ йылы. □ Год Свиньи. Сусҡа йылында тыуыу. ■ Миләди мең ете йөҙ илле бишенсе сәнә сусҡа йылының көҙө мөсәленә курә һалҡын ямғыр-ырашҡылары, батҡаҡ-бысраҡтары менән боларыңҡы килде. Ғ. Хө
сәйенов. Сусҡа йылында йәй ямғыр булып, иген-ашлыҡ куп булыр. Һынамыш.
СУСҠА КӨТӨҮСЕҺЕ (Р: свинопас; И.: swineherd; T.: domuz çobanı) и.
Сусҡа көткән кеше. □ Свинопас. ■ [Ми-кит — Ғәләуигә:] Миңә тамаҡ яллыҡ булһа ла эш кәрәк ине, шуға сусҡа көтөусеһе булып урынлаштым. Д. Исламов.
СУСҠА ҠАРАУСЫ (Р: свинарь; И.: pigtender; T: domuzlara bakıp besleyen) и.
Сусҡа ҡараған кеше. □ Свинарь, свинарка. ■ Ферма мөдире сусҡа ҡараусы тугел инде ул. Яр. Вәлиев. Аҙна буйына сусҡа ҡараусы таба алмайҙар. Р. Низамов.
СУСҠАСЫ и. ҡар. сусҡа ҡараусы.
Сусҡасы булып эшләу.
СУСҠАСЫЛЫҠ (сусҡасылығы) (Р: свиноводство; И.: pig-breeding; T: domuz yetiştiriciliği) и.
Малсылыҡтың сусҡа аҫрау менән шөғөлләнгән тармағы. □ Свиноводство. / Свиноводческий. Сусҡасылыҡты уҫтереу. ■ Ҙур кургәҙмә терәге — сусҡасылыҡ комплексы төҙөлә. Т. Сәғитов. [Ғәбделхәкимов:] Сусҡасылыҡ — бик мөһим тармаҡ хәҙер. Ошо тармаҡты тейешле юғарылыҡҡа күтәрергә уйлайым. Яр. Вәлиев.
СУСЛА [рус. суслон] (Р: суслон; И.: manner of stacking sheaves; T.: dokurcun) и. диал. ҡар. һоҫлан.
Ҡара-ҡаршы һөйәп, көлтәләрҙе ваҡытлыса өйөү төрө, рәүеше. □ Суслон (вид складывания (составления) снопов). Көлтәне суслаға ултыртыу. Арпаны ваҡытлыса суслаға өйҙөләр.
СУСПЕНЗИЯ [лат. suspensio ‘буръяҡ’] (Р.: суспензия; И.: suspension; dispersion; T: süspensiyon) и. физ., тех., мед.
һыуҙа, шыйыҡ майҙа, глицеринда әҙерләнгән дарыу формаһы. □ Суспензия. Суспензия әҙерләу.
СУСТАНЛАУ (сустанла-) (Р: быть непоседливым; И.: fidget; T: yerinde durmamak) ҡ. диал. ҡар. останлау.
Тик тормау. □ Выскакивать, быть непоседливым. Сустанлап тик ултырыу.
СУСЫЙ и. диал. ҡар. сураҡа. Сусый ҡармаҡлау.
683