Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 682 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУСАҠАЙ
2. Осло түбәле тау; суҡаҡ. □ Высокая отвесная гора. Сусаҡҡа урмәләу. ■ Класташым Нәғимдең был тәҡдиме, текә ҡаяға урмәләп, инде аяғыма баҫтым тигәндә генә, сусаҡтан ысҡынған бер ҙур таш кеуек булды. Р. Байбулатов.
СУСАҠАЙ и. ҡар. сусаҡ 2.
СУСАҠЛАНЫУ (сусаҡлан-) (Р.: быть бугристым; И.: be hilly; T.: pürüzlü olmak) ҡ.
Сусаҡ рәүешенә килеү, сусаҡ булыу.
□ Быть бугристым. Сусаҡланып торған тау. Сусаҡланып сығып тороу. ■ Болотһоҙ зәп-зәңгәр кук көмбәҙе аҫтында иркенләп, ҡатлау-ҡатлау булып, берсә сусаҡланып, берсә һылыу ҡыҙҙар ҡашындай ҡыйғасланып, .. талдарында һандуғастар тирбәтеп, урманында аҫыл кейеккә ышыҡ биреп, ҡояштай балҡыған Уралтауҙың уҙе ине был. Ш. Янбаев.
СУСАҠ ТАУ и. ҡар. сусаҡ 2. ■ Ҡара урмандар менән ҡапланған сусаҡ тауҙар уртаһында .. йән иреткес рәхәт шиғри тормош дауам итә. 3. Биишева. Сусаҡ тауҙар һымаҡ булып торған ашлыҡ кәбәндәре бик куп кешеләрҙе һоҡландырҙы. Т. Йәнәби.
СУСАНЛАУ (сусанла-) (Р: растянуться; И.: sag unseemly; T.: uzanmak) ҡ. диал. ҡар. һалбырау.
1. Килешһеҙ булып һалыныу, һалпайыу (кейем-һалымға, итәк-еңгә ҡарата). □ Растянуться. // Растягивание. Сусанлап тороу.
2. Алдан урынһыҙ ҡыҫылыу, тығылыу. □ Выскакивать, быть непоседливым. ■ [Кусимов — Карповка:] Алға сығып, бик сусанлап барма, башың иҫәнерәк булыр. Р. Өмөтбаев.
СУСИНКЕ и. диал. ҡар. сүсинкә. Сусинке кейеу.
СУСИҢКӘ и. диал. ҡар. сүсинкә. Сусиңкә һатып алыу.
СУСҠА (Р.: свинья; И.: pig; T.: domuz) и.
1. Ҡыҫҡа аяҡлы, йомро томшоҡло, шырт йөнлө, айыры тояҡлы имеҙеүсе хайуан (ите, майы һәм тиреһе өсөн аҫрайҙар).
□ Свинья. / Свиной. Кыр сусҡаһы. Сусҡа һарайы. Сусҡа тиреһе. ■ Ғариф ағай сусҡа майында ҡыҙҙырған картуф өсөн улә лә китә. Б. Бикбай. Зифаның йөҙө
бурҙаттай булды: ул да сусҡа итен ашамай ине. Ә. Бикчәнтәев. һыйырҙар, сусҡалар, һарыҡтар өсөн бынамын тигән аҙбар эшләттеләр. Яр. Вәлиев. Малай, бармаҡтарын ауыҙына ҡуйып һыҙғырып ебәрҙе, сусҡалар шунда уҡ туҡтап, тағы улән ашай башланылар. Д. Исламов. • Эткә типһәң, сусҡа мырҡылдай. Әйтем. Ямандың уйыны яман, сусҡаның муйыны яман. Әйтем.
2. кусм. диал. Бысраҡ, әрпеш кешегә әйтелә. □ Неряха. ■ [Рәхимә — Гөлйөҙөмгә:] Йәш килен, бынау ҡара сурнайыңды йыуындырып ал. .. Ана ҡалай бысранып, лаҡашып бөткән, сусҡа. Һ. Дәүләтшина. Бысранып, шапшаҡ йөрөгән кешеләрҙе сусҡа тип атауҙарын белә Фәһим, әммә ундай әшәке мәхлуктең уҙен кургәне юҡ. И. Ғиззәтуллин.
3. кусм. диал. әрл. Ҡәҙерҙе белмәй, тупаҫ һәм алама эш итә торған кешегә ҡарата әйтелә. □ Негодяй, свинья. ■ [Долгое — һалдат тураһында:] Һеҙ борсолмағыҙ, иптәш лейтенант, теге сусҡаның кәрәген бирҙек. Ә. Хәкимов.
♦ Ҡарт сусҡа үҙен тейешенсә тота белмәгән оло кешегә әйтелә. □ Старый дурень (о человеке, не умеющем вести себя в соответствии с возрастом). ■ [Фәриҙә — Зайлаловҡа:] Карт сусҡа! Оятың бармы һинең?! Ш. Янбаев. Сусҡа кеүек (йәки һымаҡ) һимереү бик ныҡ йыуанайыу. □ Растолстеть как свинья. V [Юлсы — Бәҙригә:] Сусҡа кеуек һимергәнһең, ҡорһаҡ уҫтерә башлағанһың, һаҡал-мыйыҡ ебәргәнһең. Д. Исламов. Сусҡанан бер ҡыл теймәҫ ерҙән бер нәмә тейгәндә алып ҡалырға кәрәк, тигән мәғәнәлә әйтелә. □ соотв. С паршивой овцы хоть шерсти клок. ■ [Сәләхетдин:] Беҙ башҡа сыҡҡанда, атайым, сусҡанан бер ҡыл тигәндәй, өтөк кенә булһа ла бер атын да биргән булды. Д. Исламов. Бушты, булмаҫты, тинеләр, һорағас, яуап бирмәй ҙә ярамайҙыр инде тип, сусҡанан бер ҡыл тигәндәй, утенестәр ҙә әйтелде. Ғ. Хөсәйенов.
СУСҠА АҘБАРЫ (Р: свинарник; И.: pigsty; T.: domuz ahırı) и.
682