Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 681 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУСАҠ
СУРТҺЫҘ (Р.: неаккуратный; И.: sloven; T.: düzensiz) с. диал. ҡар. шамтыр.
Өҫ-башын таҙа йөрөтмәгән, бөхтәлек етешмәгән; әрпеш. □ Неаккуратный. Сурт-һыҙ малай.
СУРТ ҺЫНДЫРЫУ (сурт һындыр ) (Р.: переломить; И.: fracture; T.: kırmak, parçalamak) ҡ.
1. Ҡапыл, киҫә һындырыу. □ Переломить. Таяҡты сурт һындырыу.
2. кусм. Ҡыҫка тотоу, киҫкен хәл итеү. □ Резко сказать, прийти к резкому решению. Көтмәгәндә сурт һындырыу. ■ [Тимер:] Тотҡан ерҙән сурт һындырырға ярамай, мин дә кеше лә баһа. Б. Бикбай.
СУРТ ҺЫНЫУ (сурт һын-) (Р: пере ломиться; И.: break suddenly; T: kırılmak, parçalanmak) ҡ.
Ҡапыл, киҫә һыныу. □ Переломиться. Сурт һынып ҡуйыу. ■ Муса бер генә һелтәне — махсус ҡойолған таҙа ҡорос та түҙмәне, сурт һынды. Р. Солтангәрәев. Уҡытыусының биле сурт һынып китер төҫлө тойолдо. Й. Солтанов.
СУРЫЛДАУ (сурылда-) (Р: верещать; И.: squeal; T.: cırlamak) к.
Сыр-сыр иткән тауыш сығарыу. □ Верещать; стрекотать. // Верещание, стрекот, стрекотание. Сиңерткә сурылданы. ■ Ҡарурмандың тынлыҡ моңон тыңлап бер талай барғас, алда, алыҫта һыҙылып ҡына ҡош сурылданы. Й. Солтанов.
СУРЫТЫУ (сурыт-) (Р: рассказывать подробно о чём-л., преувеличивая; И.: narrate minutely with exaggeration; T.: detaylı bir şekilde abartarak anlatmak) ҡ.
1. Бәләкәй хәбәрҙе ҙур итеп, кәрәктән тыш арттырып, оҙонға һуҙыу. □ Рассказывать подробно о чём-л. преувеличивая. Артығын сурытыу. ■ Раузаның һуҙҙе сурытырға иҫәбе юҡ икәнен һиҙһә лә, Ихсанбай тобәшеүен белде. Т. Ғарипова. Ул [мулла], ғәҙәтенсә, туҡтауһыҙ төрлө хәбәр сурытырға тотондо. Д. Исламов. Сәйфулла, ғәҙәте буйынса, башҡаларға һөйләшергә ирек бирмәй, үҙе хәбәр сурытырға тотондо. Н. Мусин. Мөхәмәтшәриф ахун хужаның тулыһынса, йәне-тәне менән үҙ яҡлы икәнен
белгәс, һүҙҙе артыҡ сурытмай, тоҡан һуҡты. Р. Өмөтбаев.
2. диал. Епте йәки арҡанды арлы-бирле ишеү. □ Вить как попало (нитку, верёвку). Епте сурытып ҡуйыу.
СУРЫУ (сур-) (Р: штопать; И.: darn; Т.: yamamak) ҡ. диал. ҡар. йүрмәү.
Ямау һалмай, арҡыс-торҡос сәнсеп тегеү. □ Штопать. Сурып ямау.
СУСАЙТЫУ (сусайт-) (Р.: выставлять острым концом; И.: put with the point up; T.: (bir şeyin) sivri tarafını yukarıya gelecek şekilde koymak) ҡ.
Осло итеп ҡалҡытыу; суҡайтыу. □ Выставлять острым концом или ставить торчком что. Сусайтып ҡуйыу.
СУСАЙЫУ (сусай-, сусая) (Р: торчать острым концом; И.: protrude sharply; T.: (bir şeyin) sivri tarafı yukarıya gelecek şekilde durması) ҡ.
Ниндәйҙер яҫылыҡта өҫкә ҡалҡып, ослайып сығып тороу; суҡайыу. □ Торчать острым концом, выступать. ■ Ирйегеттең кәмәһен өйөрмә ел диңгеҙ эсенән сусайып сығып торған ҡаяға һуҡҡан. 3. Биишева. Васяның ут төҫлө ерән сәсе, яңы йүкәнән яһалған бумала төҫлө, төрлө яҡҡа сусайып тора. X. Мохтар. Ана ултыра беҙҙе һағынып зарыҡҡан Хушбул-Тирәк, сөм йәшел остары сусайып! Й. Солтанов. Тәбиғәт яланғасланған, ер өҫтөндәге һәр бер ҡалҡыулыҡ ап-асыҡ булып сусайып тороп ҡалған. М. Тажи.
СУСАЙЫШЫУ (сусайыш-) ҡ. урт. ҡар. сусайыу, взаимн. от сусайыу. Сусайышып тороу. Йыраҡтан сусайышып нефть вышкалары күренә.
СУСАҠ (сусағы) (Р: выступ; И.: ledge; Т: çıkıntı) и.
1. Нимәнеңдер ослайып ҡалҡҡан урыны. □ Выступ. / Выступающий. Таш сусағы. ■ Башҡа ваҡытта Ғәмбәров .. көньяҡ Уралдың .. битләүҙәре урмандар менән ҡапланған һырттарына, тау сусаҡтарына һоҡланып, юлдың алыҫлығын да, насарлығын да тоймаҫ ине. Ш. Янбаев. Тау сусаҡтары күптән инде ҡара таҡыя кейҙеләр. Б. Бикбай.
681