Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 680 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУРРОГАТ
СУРРОГАТ [лат. surrogatus ‘алмашҡа һайланған’] (Р.: суррогат; И.: substitute; Т.: ersatz (aslının yerine geçen taklit)) и.
Нимәнелер алмаштырыу өсөн эшләнгән яһалма нәмә. □ Суррогат, заменитель. Ҡә-һуә суррогаты. Аҙыҡ суррогаты. ■ Унда [пленда] бик ҡыйын, тиҙәр. Ашарға юҡ, суррогат менән генә аҙыҡландыралар икән, тиҙәр. Д. Юлтый.
СУРРОГАТ ӘСӘ (Р.: суррогатная мать; И.: Erzatz mother; T.: taşıyıcı anne) и.
Суррогат әсәлеккә риза булған ҡатын. □ Суррогатная мать. Суррогат әсә булыу. ■ Бала таба алмаған парҙар өсөн хәҙер баланы суррогат әсә аша табыу мөмкинлеге лә бар. «Йәшлек», 23 июнь 2011.
СУРРОГАТ ӘСӘЛЕК (әсәлеге) (Р: суррогатное материнство; И.: Erzatz motherhood; T.: taşıyıcı annelik) и. мед.
Бала таба алмаған йәки башҡа сәбәптән ир менән ҡатындың эмбриондарын бүтән ҡатынға (суррогат әсәгә) ултыртыу юлы менән бала таптырыу технологияһы. □ Суррогатное материнство (процедура, при которой женщине подсаживают эмбрион, и она вынашивает генетически чужого ей ребёнка). Суррогат әсәлек программаһы менән танышыу. ■ Халыҡ араһында әллә купме ығы-зығы, бәхәс тыуҙырған суррогат әсәлек мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителеп законлаштырылды. «Башҡортостан», 11 ғинуар 2013.
СУРТАН (Р: щука; И.: pike; T.: turna balığı) и. зоол.
1. Ялпаҡ башлы, оҙонса кәүҙәле йыртҡыс йылға балығы. □ Щука. / Щучий (лат. Esox lucius). Суртан ҡармағы. Суртан ыуылдырығы. ■ Аҡсарлаҡтар, сыр-сыу килеп, кул уртаһында әйләнә, суртандан ҡасып өҫкә һикергән сабаҡтарҙы аулай. 3. Биишева. Ҙурыраҡ балыҡтар, суртан йәки йәйендәр шамбырлаған һайын, ҡамыш буйҙары дерелдәп ҡала. Д. Бүләков. Оҙаҡламай ирҙең ҡулында ярты ҡолас оҙонлоҡ суртан һелкенә ине. Б. Рафиҡов. Алабуға бит, уҙен суртан йотмаҡ булһа, һыртын ҡабартып, ҡойроғо менән уға табан әйләнә лә тора. Б. Бикбай. Ыласын ҡапыл суртанға әйләнеп, сабаҡты ҡабып йотам
ғына тигәндә, тегенеһе һыу алып торған ҡыҙҙың силәгенә атылып инеп, алтын йөҙөк булды, ти. Әкиәттән. • Куктә Сулпан булыуҙан, ерҙә суртан булыу артыҡ. Әйтем.
2. миф. Тотем балыҡ. □ Щука (тотемная рыба). Башҡорттарҙа суртан араһы бар.
СУРТАН КҮБӘЛӘГЕ (Р: стрекоза; И.: dragon fly; T: kızböcegi, yusufçuk) и. диал. ҡар. энәғараҡ.
Нәҙек оҙон кәүҙәле, фырылдап торған дүрт йылтыр ҡанатлы эре бөжәк. □ Стрекоза. / Стрекозий; стрекозиный. Суртан ку-бәләктәре осоуы.
СУРТАНЛЫҠ (суртанлығы) (Р: удочка на щуку; И.: pike fishing tackle; T: turna balığı oltası) u.
Суртан ҡармағы. □ Удочка на щуку. Суртанлыҡ һалыу.
СУРТАННЫҠ I (суртаннығы) и. диал. ҡар. суртанлыҡ. Суртанныҡ эшләу.
СУРТАННЫҠ II (суртаннығы) (Р.: место зимнего лова рыбы; И.: spot for winter fishing; T: kışın balık avlama yeri) и. диал.
Ҡыш көнө балыҡ тотоу урыны. □ Место зимнего лова рыбы. Суртанныҡҡа барыу.
СУРТАН ТЕШЕ (Р: зуб щуки; И.: pike tooth; T: turna balığının dişi) и. миф.
Магияла ҡулланылған әйбер. □ Зуб щуки (используется в магии). • Суртан уҙе улһә лә, теше улмәй. Әйтем.
СУРТАН ҮҘӘК (Р: лошадь с тонким туловищем; И.: horse of slim stature; T.: ince belli at) и. диал.
Нәҙек билле ат. □ Лошадь с тонким туловищем. Суртан уҙәктең юртыуы.
СУРТ-СУРАМАН (Р.: всякая всячина; И.: all kinds of things, this and that; T: her türlü şeyler) и.
Теләһә ниндәй нәмә. □ Всякая всячина; чертовщина, всякая дребедень. Сурт-сураман һөйләу. ■ һыуҙың ҡайнап сығыуы булды, итен, майын, ярмаһын, кәбеҫтәһен, һуғанын, картуфын, башҡаса сурт-сураманын бер-бер артлы ҡаҙанға оҙатырға тотондом. Д. Исламов. Аҡсаға табынған бөтә сурт-сураман. М. Ғәли.
680