СУРҠАҠ
Бәләгә тарыу. □ Обернуться бедой. Ҡапыл сур булыу. ■ һылап-һыйпап уҫкән зифа буйым бәхетһеҙлек менән хур булды, ата-бабам дәрәжәһе ғәзиз башҡайыма сур булды. Бәйеттән.
СУРГУЧ [төрки surgac] (Р.: сургуч; И.: sealing-wax; T.: mühür mumu) и.
Тиҙ иреп, тиҙ ҡата торған ҡыҙғылт ыҫмала (мисәт һуғыу, шешә көпләу һ. б. кәрәк өсөн ҡулланыла); һурғыс. □ Сургуч. / Сургучный. Иретелгән сургуч. ■ Себер хөкумәте хәрби министры һуҙендә торған, шул уҡ кисте Зәки Вәлидигә сургуч менән мисәтләнгән пакет килтереп тотторҙолар. Р. Байымов. Әйуп .. һорғолт ҡағыҙға төрөлгән, сургучы асылмаған бандероль куреп ҡалды. Т. Ғарипова.
СУРГУЧЛЫ (Р: запечатанный сургучной печатью; И.: sealing-wax sealed; T.: mühür mumu ile mühürlenmiş) c.
Сургуч менән мисәтләнгән. □ Запечатанный сургучной печатью. Сургучлы конверт. К Кусимовтыц ҡулына нисә йылдар сейфта көтөп ятҡан ун сургучлы мисәт баҫылған пакет тотторалар. Р. Өмөтбаев. Сапҡын уға [Жирниковҡа] ташланманы, сургучлы хатты тыныс ҡына тотторҙо.
3. Ураҡсин.
СУРДОКАМЕРА [лат. surdus ‘һаңғырау’ + камера} (Р: сурдокамера; И.: soundproof chamber; T: sessizlik odası) и.
Космонавтарҙы абсолют тынлыҡта эшләргә әҙерләү өсөн файҙаланыла торған махсус бүлмә. □ Сурдокамера. Сурдокаме-ралағы баҫым.
СУРДОПЕДАГОГ [рус.] (Р: сурдопедагог; И.: deaf education expert; T: işitme engelliler öğretmeni) u.
Сурдопедагогика буйынса белгес. □ Сурдопедагог. Сурдопедагогтар кәңәшмәһе.
СУРДОПЕДАГОГИКА [лат. surdus ‘һаңғырау’ + педагогика] (Р: сурдопедагогика; И.: deaf education; T: işitme engelliler eğitimi) u.
Дефектологияның һаңғырау һәм ҡолаҡҡа ҡаты балаларҙы тәрбиәләү, уҡытыу мәсьәләләрен өйрәнә торған тармағы.
□ Сурдопедагогика. Сурдопедагогика буйынса белгес.
СУРДОПСИХОЛОГИЯ [лат. surdus ‘һаңғырау’ + психология] (Р: сурдопсихо-логия; И.: psychology dealing with the deaf; T.: işitme engellileri inceleyen psikoloji dalı) и.
Һаңғырау, ҡолағы насар ишеткән балалар психикаһының үҫешен, уҡытыу һәм тәрбиә өлкәһендәге етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү мөмкинлектәрен өйрәнеүсе махсус психология тармағы. □ Сурдопсихология. Сур-допсихологияны өйрәнеу.
СУРДОТЕХНИКА [лат. surdus ‘һаңғырау’ + техника] (Р.: сурдотехника; И.: technology for the deaf; T.: işitme engelliler için duymalarını sağlayacak aletler) u.
Ишетеүҙәге етешһеҙлектәрҙе һәм шул арҡала килеп тыуған телмәр кәмселектәрен компенсациялау һәм төҙәтеү өсөн эшкәртелгән техник саралар. □ Сурдотехника. Сурдотехника ҡулланыу.
СУРИК (суригы) [рус.] (Р: сурик; И.: minium; T.: sülüğen) и.
1. Составында ҡурғаш булған минерал.
□ Сурик. / Суриковый (минерал). Суриктың формулаһы. Сурик ятҡылығы.
2. Ҡыҙыл һары йәки ҡыҙыл көрән буяу.
□ Сурик (краска). Тимерле сурик. Сурик менән буялған ҡалай.
СУРИМИ [япон.] (Р: сурими; И.: sort of minced fish; T.: surimi) и.
Таҙартылған балыҡ аҡһымы, балыҡ фаршы. □ Сурими (рыбный фарш, очищенный рыбный белок). Сурими ҡушылған аҙыҡтар.
СУРҠАЙТЫУ (сурҡайт-) ҡ. диал. ҡар. салшайтыу 1. Итеген уксәһенә баҫып, сур-ҡайтып бөткән. Аяҡ кейеме сурҡайған.
СУРҠАҠ (Р: бестолковый; И.: featherheaded; T.: anlayışsız; kötü) с. диал. ҡар. йүнһеҙ.
1. Ыңғай баһанан түбән, насар. □ Бестолковый. Сурҡаҡ бала. Сурҡаҡ булыу. Сурҡаҡ һуҙ һөйләу.
2. Бысраҡ, шаҡшы. □ Неряха. Сурҡаҡ ҡатын.
679