Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 678 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУРАЙТЫУ
Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мең ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени мин. Сураймандар йыйыны.
СУРАЙТЫУ (сурайт-) (Р.: выпячивать; И.: make bulge; T.: kabartmak) ҡ.
1. Бүлтәйтеү, осло итеп ҡалҡытыу. □ Выпячивать. Сурайтып ҡуйыу. ■ [Ва-няның] йоҡа пинжәген сурайтып, әле ит ҡунып, көс ултырып өлгөрмәгән сибек арҡаһы, осло һөйәктәре дер-дер ҡалтырай. Ә. Хәкимов. [Бәхетулла] яңаҡ һөйәктәрен сурайтып тешләне, нимәгәлер эстән генә ярһый ине ул. С. Шәрипов.
2. диал. Бейек, текә итеп ҡалҡытыу; һерәйтеү. □ Выставлять торчком. Сурай-тылған һырғауыл. ■ Күккә ашҡан мәғрур сағыл-ҡаяларын сурайтып, текә урҙай ҡарурманын итәктәренә мәскәүләтеп, ҡарыулы ел-дауылдарға оторайып күкрәк киргән Урал тауҙары. Й. Солтанов.
СУРАЙЫУ (сурай-, сурая) (Р.: выпячиваться; И.: bulge out; T.: kabarmak) ҡ.
1. Осло булып йәки бүлтәйеп сығып тороу. □ Выпячиваться. Сурайып ҡалҡыу. ■ Уныц [Зарифаның] сурайып торған яурынбаштары, һынған ҡанаттар һымаҡ, түбән һалынды. Б. Бикбай. Яцаҡ һөйәктәре сурайып сыҡҡан, ирене һәлберәгән ҡарт Саптар .. улар [һунарсылар] артынан атланы. Т. Килмөхәмәтов. [Яныштың] танау ҡырында итләс һөйәле сурайып ҡалҡҡан, һирәк һаҡал, тырпыш мыйығы ярым ағарған. Ғ. Хөсәйенов. Бурылдың янбаш һөйәге сурайып ҡалҡҡан. Ш. Янбаев.
2. диал. Башҡа нәмәләрҙән айырылып ҡалҡып тороу; һерәйеү. □ Торчать. Сурайып тороу. Сурайып ултырыу. ■ Ике һыбайлының эйәр ҡашағаһына тағылған әсир юлда сурайып сығып торған бер ташҡа барып эләкте. И. Ғиззәтуллин. Ҡая битенең нәҡ уртаһында ҙур бер таш сурайып ҡалҡып тора. Н. Мусин. [Николай] сурайып торған бер ташты ике ҡуллап һелкетә башланы, ул аҡтарылып килеп сыҡҡас, шатлығынан ни эшләргә белмәне. Б. Рафиҡов.
СУРАЙЫШЫУ (сурайыш-) ҡ. урт. ҡар. сурайыу 2. взаимн. от сурайыу 2. ■ [Рая] ҡаялары сурайышып сығып торған тауҙар һәм шартлап ағып ятҡан яҙғы йылғалар аша осоп сығыр ҙа китер төҫлө ине. Р. Солтангәрәев.
СУРАҠА (Р: ёрш; И.: ruff; T: Trakya levreği) и. диал. ҡар. этеш.
Алабуғалар ғаиләһенә ҡараған, шырт ҡанатлы, ныҡ ҡылсыҡлы ваҡ йылға балығы; сусый. □ Ёрш (лат. Acerina сетиа). Сураҡа тотоу.
СУРАҠАЙ I и. диал. ҡар. сурағай I. Йылғаларҙағы сураҡай.
СУРАҠАЙ II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени кыпчак. Сураҡайҙар заты.
СУРАЛЫУ (сурал-) (Р: крутиться; И.: whir; T: dolanmak) к. диал. ҡар. өйрөлөү.
Бер тирәлә әйләнеү. □ Крутиться, вертеться. Аяҡ аҫтында суралыу. ■ Хәлбуки ул [ҡыйғыр ҡош] үҙен ниҙер тартып торғандай бер талай гел бер тирәне тирәләй, түңәрәктәй .. урала ла сурала. Ғ. Хөсәйенов.
СУРАПАН (Р: безобразный; И.: ugly; Т: çirkin) с. диал. ҡар. ямаҡ.
Һыны, рәүеше килешһеҙ. □ Безобразный, уродливый. Сурапан кеше.
СУРАШ (Р: название башкирского рода; И.: name of eastern Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән, эй, мең ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из башкирских родов племён усерган, айле, мин. ■ Эйек, һүрәм, Ҡаҫмарт, Йылайыр, Таналыҡ йылғалары буйында һыулаған сураш, айыу, бүре, бишәй, шишәй ҡәүемдәрен бергә берләштергән үҫәргәндәр! Р. Байымов.
СУР БУЛЫУ (сур бул-) (Р: обернуться бедой; И.: get into misfortune; T: belaya uğramak) ҡ.
678