СУРАЙМАН
2. Туҡтауһыҙ ағыу (шыйыҡ нәмәгә ҡарата). □ Литься, течь, проливаться. Супырлап ағыу. ■ Үҙе лә һиҙмәҫтән, Айсыуаҡтың куҙҙәренән супырлап йәш тәгәрәне. Ш. Янбаев.
3. Бысраҡтан йәки батҡаҡтан барғанда үҙенә бер төрлө тауыш сығарыу. □ Хлюпать. // Хлюпанье. Супырлап атлау. ■ Эреткәнлеҡтән аяҡ аҫты супырлап тора. И. Ғиззәтуллин.
СУПЫРЛАШЫУ (супырлаш-) ҡ. урт. ҡар. супырлау 1. взаимн. от супырлау 1. Супырлатып йөҙөу. ■ Ҙурыраҡ малайҙар .. тирләп-бешеп һыуға төшә, супырлатып һыуҙа йөҙә. Ғ. Амантай.
СУПЫР-СУПЫР (Р.: хлюп-хлюп; И.: splosh; Т.: сир) оҡш.
Ваҡ таш кеүек нәмә һыуға ҡойолғанда, ҡойоп, һирпеп һыуҙы болғатҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Хлюп-хлюп (подражание звуку плеска воды, жидкой грязи и т. п.). Һыуҙа өйрәк супыр-супыр итә.
СУР I [ғәр. (Р.: зурна; И.: kind of bugle; T.: zurna) и. иҫк. ҡар. һорнай.
Тишекле борғо. □ Зурна, горн. Сур тауышы. ■ [Илсе]нәғрә өрҙө сур кеуек бер торбанан, ен-пәрейҙәр сыҡты һикереп мөрйәнән. Ш. Бабич. Сур тауышы кукте алды, бөтә ғәскәр тиҙ ҡуҙғалды. Бәйеттән.
♦ Сур өргән ваҡыт {йәки көн) ислам дине буйынса, ахырызаман алды. □ Время перед концом света. К Көҙгө елдең зыйлауы ҡортҡаның ҡарт куңеленә әллә ниндәй шомло «ахирәт» тормошон, сур өргән көндәрҙе һала ине. Т. Йәнәби.
СУР II (Р: твёрдая опухоль; И.: hard tumoar; T: sert tümör) и. диал.
Ҡаты булып, ороланып торған, төпләнеп сыҡҡан шеш. □ Твёрдая опухоль. Сурҙы алдырыу.
СУР III (Р: беда; И.: calamity; T: bela) и. иҫк. ҡар. бәлә 1,2.
Башҡа төшкән ауыр ҡайғы, хәсрәт.
□ Беда, несчастье. Сурға тарығыу.
СУРА I (Р: молодой воин-слуга; И.: young servant-warrior; T: genç hizmetçi asker) и. uçk.
1. Байға хеҙмәт иткән йәш үҫмер.
□ Отрок, молодой воин-слуга у знатного лица. ■ [Танайғол:] Яйы сыҡҡас, ҡасырмын
әле. Мырҙағолдоң туҫнағы ни ҙә, Либәшәу баярының сураһы ни — икеһе бер сама. Ғ. Ибраһимов.
2. Хан, ғәскәр башлығы эргәһендәге батыр; нөгәр. □ Батыр, служащий при ханах и военачальниках. Йәш сура. ■ Аҙаматтар, суралар, аҫалда тыуған мырҙалар, кәңәшеңде ары һал, ҡолағыңды бире һал. Ҡобайырҙан.
3. Алтын Урҙа дәүерендә хандарҙың сәйәси вассалы; ғәскәр башлығы, хәрби башлыҡ. □ Военачальник (политический вассал ханов периода Золотой Орды). Тәкәббер сура. ■ [Хан:] Уларҙың [башҡорттарҙың] тәкәббер башлыҡтары, Урҙаның сураһы булараҡ, бергә ойошоп йәшәйһе урында, ситкә һибелергә, уҙ аллы дәуләт төҙөргә хыяллана. Ә. Хәкимов.
4. ҡар. бүре. Сура тауышы.
СУРА II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени кыпчак. Суралар шәжәрәһе.
СУРАҒАЙ I (P: щурёнок; И.: pickerel; T: turnabalığı) и. зоол.
Урта ҙурлыҡтағы суртан. □ Щурёнок. Ала сурағай. Ҡара сурағай. К [Ғәйзулла] бәләкәй генә бер сурағайҙан башҡа балыҡ тота алмағас, быҙауҙарын ярға ҡыуып сығарҙы. Я. Хамматов. [Хөсәйендең ағаларының] береһе һыуға сурағай булып сумып [эҫкәкле таҡыяны] эҙләргә тотонған, икенсеһе аҡҡош булып, утрау өҫтөнән осоп эҙләгән. Әкиәттән.
СУРАҒАЙ II и. зоол. диал. ҡар. сүрәгәй өйрәк. Кул өҫтөндәге сурағайҙар.
СУРАҒАЙ III и. диал. ҡар. сығанаҡ бармаҡ. Сурағайға шырау ингән.
СУРАҒАТ (Р: жёлудь; И.: acorn; Т: palamut) и. диал. ҡар. имән сәтләүеге.
Ялтыр көрән ҡабыҡлы имән емеше (орлоғо). □ Жёлудь (лат. Glans). Сурағат аҡһымы. Урманға сурағат йыйырға сығыу.
СУРАЙМАН (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of
677