Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 676 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУПТАЙЫУ
ҡосаҡлай ҙа биттәренән суп-суп убеп ала. Ғ. Лоҡманов.
2. Тамсы тамғанда, һыуға нимәнелер ташлағанда һ. б. сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звукам падения дождевых капель или града в воду и т. д. Суп-суп тамыу. ■ Иртән ҡояш ҡалҡып сығыу менән, ҡалай, таҡта тубәләрҙән тамсылар суп-суп ҡойолдо, урамдарҙа тәуге куләуектәр эркелде. 3. Ураҡсин. Разыя инәй .. яҙғы тамсыларҙың суп-суп итеп ҡыйыҡ баштарынан, ағас ботаҡтарынан ергә тамған тауышын ишетте. Ш. Янбаев.
СУПТАЙЫУ (суптай-, суптая) (Р.: выпячиваться; И.: bulge[out]; T: kabarmak) ҡ. диал. ҡар. тупайыу.
Туп кеүегерәк булып бүлтәйеү. □ Выпячиваться. Суптайып ҡына сугәләп ултырыу.
СУПТАР (Р.: узор на ткани; И.: fabric pattern; T: dokuma deseni) и.
Сүпләп, күтәреп һуғылған биҙәк; сүпләм.
□ Узор на ткани; вышивка на ткани. Суптар һуғыу.
СУПТАРЛАУ (суптарла-) (Р: ткать с узорами; И.: weave using patterns; T: desenli olarak dokumak) ҡ.
Киндер һуҡҡанда сүпләп, күтәреп биҙәк яһау. □ Ткать с узорами. Суптарлап һуғыу. ■ Татлыбай, .. биленә төрлө төҫтәге ептән суптарлап һуғылған яҫы ҡәмәрен тартып, ҡаптырмаһын эләктереп ҡуйҙы. Ш. Шәһәр.
СУПТАРЛЫ (Р: узорный; И.: decorated with a pattern; T: desenli) с.
Суптарлап һуғылған; суптар менән биҙәлгән. □ Узорный. Суптарлы итәк. Суптарлы һөлгө. Суптарлы япма. ■ [Шәрәфи — ҡыҙҙарға:] Кизеле кулмәк, суптарлы ыштан, ҡайыулы сылғау, суҡлы бирсәткәләрегеҙҙе беҙ кеймәй, әллә кемдәр кеймәҫ әле. Н. Ҡәрип.
СУПЫЛДАТЫУ (супылдат-) (Р: чмокнуть; И.: give a smacking kiss; T: şapırdamak) ҡ.
1. Үпкәндә суп (1) иткән тауыш сығарыу.
□ Чмокнуть. Супылдатып убеп алыу. ■ Зөфәр әсәһенең яланғас муйынынан ҡыҫып ҡосаҡланы, йылы битенән, маңлайынан супылдатып упте. И. Абдуллин. Ҡасимдың
ҡыҙҙы бына ошо минутта супылдатып убеп алғыһы килде. Н. Мусин. Салауаттың маңлайынан супылдатып убеп ала ла әсәһе йугерә. Й. Солтанов.
2. Ирендәрҙе бер-береһенә тейҙереп, үҙенсәлекле тауыш сығарыу. □ Чмокать, причмокивать. // Чмоканье, причмокивание. ■ Әрһеҙ бала ҙур шешәнең имеҙлеген супылдатып һура. Ғ. Хисамов. Хәким ағай, ауыҙын супылдатып, атты ҡыҙыулатты. С. Шәрипов.
3. йөкм. ҡар. супылдау, понуд. от супылдау. ■ Ҡараһыу зәңгәр һыуҙарын иркенләп супылдата. Яр. Вәлиев.
СУПЫЛДАУ (супылда-) (Р: плескаться; И.: splash; T: çalkalanmak) ҡ.
Суп-суп тигән тауыш сығарыу. □ Плескаться, плескать чем, звенеть (о капле). // Плесканье, плеск (волны, дождя, рыбы в реке и т. п.). Супылдап тамыу. ■ Эре куҙле тамсылар, тыпырлатып, тәҙрәгә бәрелә, супылдап өй ҡыйығынан тама. Я. Хамматов. Ҡыйык баштарынан тамған тамсыларҙың супылдауы ла башҡаса. Ш. Янбаев. Тик ҡар ҡатыш ямғыр тамсыларының ғына юл буйлап йыйылған батҡаҡлы куләуектәр өҫтөндә туҡтауһыҙ супылдауы ишетелә. X. Ғиләжев.
СУПЫЛДАШЫУ (супылдаш-) ҡ. урт. ҡар. супылдау, взаимн. от супылдау. Супылдатып һыу инеу. ■ Ҡыйыҡтан супылдатып тамсы тама. Ф. Иҫәнғолов.
СУПЫРЛАТЫУ (супырлат-) (Р: плескать что’, И.: make splash; T: çalkalamak) ҡ.
Супыр-супыр иттереү, супыр-супыр килтереү. □ Плескать что. ■ [Гөлзәйнәп:] Ҡайҙа, .. йылы һыу менән супырлатып ҡына йыуындырып алайым. И. Ғиззәтуллин.
СУПЫРЛАУ (супырла-) (Р: плескаться; И.: plash; lap; T.: çalkalanmak) ҡ.
1. Супыр-супыр итеү, супыр-супыр килеү. □ Плескаться. // Плескание. Ҡулә-уектә супырлау. ■ Яҫы томбойоҡ япраҡтары өҫтөндә ултырған тәлмәрйендәр супырлап һыуға сумды, ҡыҙыл ҡанатлы аҡбалыҡ та юҡҡа сыҡты. Й. Солтанов. [Бәҙерғол] кулдәрендә супырлап һыу ҡойондо, ат йөҙҙөрҙө, ҡомдарында ҡыҙынып ятты, малдар туплашты, сабаҡ ҡармаҡланы. Ғ. Хөсәйенов.
676