Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 675 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУП-СУП
1. Физик көсө йәки башҡа яғы менән айырылып торған кеше. □ Супермен. Супермен ҡылыҡтары. Супермен булыу.
2. Юғары көскә эйә булған китап, кино һ. б. геройы. □ Супермен. Супермендар тураһында нәфис фильмдар.
СУПЕРРЕГЕНЕРАТОР [лат. super өҫ төн’ + regenero ‘яңынан эшләйем’] (Р.: суперрегенератор; И.: superregenerative receiver; superregenerator; T.: süper regenerator) и. тех.
Контурҙың һүнеүе периодик рәүештә үҙгәреп торғанда эшләүсе регенератив радиоалғыс. □ Суперрегенератор. Суперрегенератор тирбәлеше.
СУПЕРСТРАТ [лат. super ‘өҫтөн’ + stratum ‘ҡат’] (P.: суперстрат; И.: superstrate; T.: üst tabaka) и. лингв.
Күсеп килгән халыҡ теленең ерле халыҡ телендә һаҡланып ҡалған ҡайһы бер ҡалдыҡ күренештәре. □ Суперстрат. Лексикалағы суперстраттар.
СУПЕРФОСКА [рус.] и. а. х. ҡар. суперфосфат. Аммиаклы суперфоска. Грану лланғ ан суперфоска. Онтаҡланған ябай суперфоска.
СУПЕРФОСФАТ [лат. super ‘өҫтөн’ + гр. phos ‘ут’] (Р: суперфосфат; И.: superphosphate; T.: süperfosfat) и. а. х.
Апатит, фосфорит кеүек тәбиғи фосфаттарҙан алынған фосфорлы ашлама. □ Суперфосфат. Борлы суперфосфат. Марганецланған суперфосфат. Грануллан-ған ябай суперфосфат. ■ Көҙҙән индереп өлгөрмәгән баҫыуҙарға яҙ көнө булһа ла индереү өсөн суперфосфат та килтерелде. Ә. Вәли.
СУПЕР-ЭГО [лат. super + ego ‘мин’ ] (Р: супер-эго; И.: superego; T.: üstbenlik) и.
Фрейдтың психоанализ теорияһы буйынса, шәхес структураһындағы компоненттарҙың береһе. □ Супер-эго (один из компонентов структуры личности в теории психоанализа 3. Фрейда). Супер-эго куренеше.
СУПЕРЭЛИТА [лат. super ‘өҫтөн’ + фр. elite ‘иң яҡшы’] (Р: суперэлита; И.: seed of super quality; T.: en kaliteli tohum) и. а. х.
Иң юғары сифатлы орлоҡ. □ Суперэлита. Суперэлита сәсеу. Суперэлита һатып алыу.
СУПИН [лат. supinum] (Р: супин; И.: supine; T.: Latince’de -i veya -den halindeki isim-fiil) и. лингв.
Ҡайһы бер телдәрҙәге ҡылым формаһы.
□ Супин (особая форма глагола). Хәрәкәт ҡылымында ҡулланылған супин.
СУПИНАТОР [лат. supino ‘түңкәрәм’] (P: супинатор; И.: arch support; T.: taban keçesi) и.
1. Аяҡ кейемендә үксәнән табанға барған металл стержень. □ Супинатор. Супинаторҙы алыштырыу. Туфлиҙың супинаторы һынған.
2. Яҫы табанлыҡта ҡулланылған ортопедик ҡулайлама. □ Супинатор. Супинатор һатып алыу.
СУПҠАЙ и. диал. ҡар. сыпҡай, һыу буйына супҡайҙар тулған.
СУПҠЫ и. диал. ҡар. соңҡа I, 1. Супҡы һөйәге.
СУППОЗИТОРИЙҘАР (Р: суппозитории; И.: suppository; T.: fitil) и.
Ғәҙәти шарттарҙа — ҡаты, ә тән температураһында иреүсе дозалы дарыу формалары. □ Суппозитории. Вагиналь суппо-зиторийҙар. Ректаль суппозиторийҙар.
СУППОРТ [лат. supportare ‘булышыу’] (Р.: суппорт; И.: saddle; tool rest; T.: dayanak) и. махе.
Ҡырҡыу станогына киҫкесте нығытыу ҡулайламаһы. □ Суппорт. Буй суппорт.
СУПРАПОРТА [рус.] (Р: супрапорта; И.: kind of plastic decoration; T.: kapı başı deseni) и.
Ишек башындағы пластик биҙәк. □ Супрапорта. Супрапорта менән биҙәү.
СУП-СУП (Р: чмок-чмок!; И.: smooch!; T.: şap şap) оҡш.
1. Ҡабат-ҡабат үпкәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Чмок-чмок! (подражание многократному звуку поцелуя). Суп-суп итеп яратыу. ■ Кескәйҙәре үҙҙәре лә шундай һағынғандар, һикереп менгән береһе атайҙарының муйынынан ҡыҫып
675