Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 674 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУПАЙ
СУПАЙ I (Р.: хохолок; И.: crest; T.: ibik) и. ҡар. бүрек I, 2.
Ҡайһы бер ҡоштарҙың түбәһендәге өлтәйеп торған йөнө; бүрек. □ Хохолок. Тауыҡ супайы. Матур супай.
СУПАЙ II (Р.: мохноногий сыч; И.: Tengmalm’s owl; T: paçalı baykuş) и. зоол. диал. ҡар. һупай.
Ябалаҡтар ғаиләһенә ҡараған, сыйырсыҡтан ҙурыраҡ, ҡолаҡһыҙ йомро башлы төнгө ҡош. □ Мохноногий сыч (лат. Aegolius funereus). Супай тауышы. ■ Тик яҡында, ҡуйы таллыҡта, йоҡоһоҙ ҡоштар ғына сутылдаша, тарбаҡ имән ҡыуышында супай ыңғыраша. Н. Мусин. Ҡарағас ҡыуыштарынан супайҙар таҫрайып ҡарап тора. 3. Биишева.
СУПАЙ III (Р: одинокий; И.: lone; Т.: yalnız) с. диал. ҡар. яңғыҙ.
Яҡын кешеһе булмаған. □ Одинокий. Супай баш.
СУПАЙ IV (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡатай ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени катай. Супайҙар араһы.
СУПАЙҘЫ и. диал. ҡар. супай II. Супайҙы ояһы.
СУПАЙ ӨКӨҺӨ и. диал. ҡар. супай II. Инә супай өкөһө. Супай өкө йомортҡаһы.
СУПАЙТЫУ (супайт ) (Р: выпячивать; И.: bulge [out]; T.: kabartmak) ҡ. диал. ҡар. тупайтыу.
Туп кеүегерәк булып бүлтәйтеү. □ Выпячивать. Супайтып ултырыу. Супайтып тороу.
СУПАЙЫУ (супай-, супая) (Р.: выпячиваться; И.: protrude; T.: kabarmak) ҡ. диал. ҡар. тупайыу.
Туп кеүегерәк булып бүлтәйеү. □ Выпячиваться. Супайып тороу. ■ Ҡояш .. яландың арғы башына барып супайып ултырҙы ла байыуға әҙерләнде. Ә. Вәли.
СУПАЙ ЯБАЛАҠ (ябалағы) и. зоол. диал. ҡар. супай II. Супай ябалаҡтар ухыл-дауы.
СУПАЛАҠ (супалағы) и. диал. ҡар. супай II. Супалаҡ ҡанаты. Супалаҡ аҙығы.
СУПЕР [лат. super ‘өҫтөн’] (Р: супер; И.: super; T: süper)
Ҡушма һүҙҙәр составында килеп, ‘нимә-нең дә булһа өҫтөндә’, ‘артыҡ’ мәғәнәләрен бирә. □ Часть сложных слов, означающая: ‘расположенный сверху, над чем-н:, высшее качество, высшая степень чего-л:, главенство’.
СУПЕРАРБИТР [лат. super ‘өҫтөн’ + arbiter ‘аралашсы’] (Р: суперарбитр; И.: chief arbitrator; T: hakem) и.
Иң һуңғы ҡарарҙы сығарыусы арбитр.
□ Суперарбитр. Суперарбитр вәкәләте.
СУПЕРВАЙЗЕР [лат. super ‘өҫтөн’ + visor ‘күҙәтсе’] (P: супервайзер; И.: supervisor; Т: supervisor) и.
Бизнес, дәүләт учреждениеларындағы, фәнни һәм уҡытыу институттарындағы административ вазифа. □ Супервайзер. Супервайзер бурыстары.
СУПЕРГРУППА [ингл. supergroup] (Р.: супергруппа; И.: supergroup; T.: ünlü müzisyenlerden oluşmuş müzik grubu) u.
Төрлө билдәле музыканттарҙан төҙөлгән төркөм. □ Супергруппа. Супергруппа төҙөу.
СУПЕРКОМПЬЮТЕР [ингл. supercomputer] (Р: суперкомпьютер; И.: supercomputer; T: süper bilgisayar) и. тех.
Бөгөнгө көн өсөн иң ҡеүәтле булған электронлы иҫәпләү машинаһы. □ Суперкомпьютер. Суперкомпьютер һатып алыу. Суперкомпьютерҙыц төҙөлөу системаһын өйрәнеу.
СУПЕРМАРКЕТ [ингл. supermarket] (Р: супермаркет; И.: supermarket; T: süpermarket) и.
Майҙаны һәм тауарҙары буйынса бик ҙур магазин. □ Супермаркет. Супермаркет асыу. Супермаркетта аҙыҡ-тулек алыу. Супермаркеттағы хаҡтар.
СУПЕРМЕН [ингл. superman] (Р: супермен; И.: superman; Т: superman) и.
674