Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 673 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУП
рулланың аты ҡуйы урман шырлығына сумды. Ш. Янбаев.
5. Офоҡ артына инеү; байыу. □ Заходить, закатываться (о небесных светилах). Болот араһына сумыу. ■ Иҙел аръяғына ҡояш сумды, тон ҡалҡынды ярҙар аҫтынан. Ғ. Сәләм.
6. кусм. Нимәгәлер мулығыу, күпләп эйә булыу. □ Заиметь что-л. в изобилии. Алтын-көмөшкә сумыу. Байлыҡҡа сумыу.
7. кусм. Ниндәйҙер тойғо биләп алыу, уның тәьҫиренә бирелеү. □ Погружаться; тонуть, утонуть (о чувствах). // Погружение. Татлы уйға сумыу. Хискә сумыу. ■ Улы Арғындан да өс-дурт йәшкә кесе, йәп-йәш сәсән янынан Боғара йыуашайып, тәрән уйға сумып ҡайтты. Ә. Хәкимов. Көсөргәнешле рәуештә уйға сумып барған Минреғәле, ҡапыл туҡталып, һине яратам, тип әйтер ҙә бөтә нәмәнең аҫтын-өҫкә өйләндерер кеуек тойолдо уға [Зәкиәгә]. Я. Хамматов. Жирников төрлө уйҙарға сумып, юлды онотоп килгәндә, ат ҡапыл туҡтаны ла боршанлай, бышҡырына башланы. 3. Ураҡсин. Ҡайғыға ҡалған Алтыша .. ауыр уйҙарға сумып йөрөй башлай, ә был ваҡыт улы Ҡуҙыйкурпәс ҡаҙаҡ далалары буйлап Сарыбай ауылына табан юл тотоуында була. «Ҡуҙыйкүрпәс».
8. кусм. Ниндәйҙер хәлгә төшөү, дусар булыу. □ Обливаться (потом, слезами). Йәшкә сумыу. ■ Ныязғол ҡара тиргә сумды, .. ҡулъяулығын сығарып, битен, маңлайын, муйынын һөрттө. Һ. Дәүләтшина. [Ирмен тигән ир кеше] йәшкә сумған уҙ йортон йыуатмай тынғы табырмы? Ҡобайырҙан.
9. кусм. Нимәгәлер тотош бирелеү, мөкиббән китеү. □ Отдаться, предаваться; уходить (в работу, в дела и т. п.). Сумып эшләу. ■ Сәғиҙә баштан-аяҡ эшкә сумды, мәктәп эсендә генә бикләнеп ҡалманы. М. Тажи. Салих икмәк ашап, һыу эсте лә тағы китапҡа сумды. X. Мохтар. Ғиззәт башкөллө эшкә сумды. Н. Мусин.
10. кусм. Нимә менәндер солғап алыныу, уның тәьҫире аҫтында ҡалыу. □ Погружаться, впасть во что. Ҡараңғылыҡҡа сумыу. Тәбиғәт матурлығына сумыу. ■ Сихри
матур көн. Ошо гузәллектең наҙына сумып, аталы-уллы баҡса, умарталар янынан уранылар. Ф. Янышев. Оло Эйектең яҙ көнө иҫәпһеҙ-һанһыҙ һандуғастар сутылдашыуы менән тотош моңға сумып, ойоп ултырған бөҙрә туғайҙары тынып ҡалған. 3. Биишева.
СУМЫШЫУ (сумыш-) ҡ. урт. ҡар. сумыу 1. взаимн. от сумыу 1. Сумышып һыу инеу.
СУНАР (Р.: пушистый; И.: fluffy; Т.: yumuşak) с. диал. ҡар. өрпәк.
Йомшаҡ, осоҡ ҡына булып ҡабарып ятҡан (ҡар йәки башҡа шундай нәмәгә ҡарата). □ Пушистый. Бөгөн иртән сунар ҡар яуған.
СУҢҠА и. диал. ҡар. соңҡа. ■ [Ахун — ялсыһына:] Балта төйҙәһе менән бир суңҡаһына [Дәуләткирәйҙең]. Р. Өмөтбаев. Мансур ағай кепкаһын суңҡаһынан кире маңлайына төшөрөп кейҙе. К. Мәргән. Мазһар һаман артҡа сигенде, аҡрынлап барып суңҡаһы менән стенаға бәрелде. С. Агиш.
СУҢҠАЙЫУ (суңҡай-) ҡ. диал. ҡар. суҡайыу I. Суңҡайып ултырған ҙур таш.
СУП I [ғәр. (Р: род; И.: genus; Т.: soy) и. иҫк.
Бер төптән, бер сығанаҡтан таралған кешеләр быуыны; нәсәп, нәҫел. □ Род. / Родовой.
СУП II (Р: чмок!; И.: sound imitative word; T.: şap) оҡш.
1. Үпкәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Чмок! (подражание звуку поцелуя). Суп иттереп убеп алыу. ■ Һыуҙан сығып килгәндә, ярһыу йөрәкле ҡыҙ суп иттереп убеп алды уны [Фәһимде]. И. Ғиззәтуллин. Менәуәрә һикереп иҙәнгә төштө лә, хаттың Ирғәленән икәнен кургәс, өләсәһенең битенән суп иттереп убеп алды. Н. Мусин. Үҙен әҙ булһа ла аҡлар өсөнмө, хискә бирелепме, айырылышыр саҡта Ғәлимә суп итеп упте лә алды Саматты! Ә. Хәкимов.
2. Тәрән һыуға бәләкәй тос нәмә төшкәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку всплеска воды. Суп итеп ҡалыу. И Ана суп итеп балык та ҡарпый. Ш. Янбаев. Балдаҡ һыуға суп итеп төшә лә китә. Әкиәттән.
673