Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 672 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУМРАЙЫУ
һәткестәр менән үтәне: тонна-километр-ҙар буйынса суммар эш 116, 5 процент, йөк әйләнеше планы 115, 9 процент, һәр кешегә выработка 102,8 процент тура килә. Ш. Янбаев.
2. Айырым ҡаралмаған, конкретлашты-рылмаған; дөйөмләштерелгән. □ Суммарный, неконкретизированный. Суммар мәғлүмәт.
СУМРАЙЫУ (сумрай-, сумрая) (Р.: ввалиться; И.: bekome sunken; T.: çökmek) к. диал. ҡар. өңрәйеү.
Төпкә төшөп, уйылып, соҡорайыу (тәнгә ҡарата). □ Ввалиться. Куҙҙәре сумрайып бөткән.
СУМСА и. диал. ҡар. самбуса. Эремсек сумсаһы. Сумса бешереу. Сумсаға эслек әҙерләү.
СУМТАЙ (Р.: мошонка; И.: sorotum; Т: сегар) и. анат.
Ата йәнлектең, хайуандың енси биҙ ҡабы; тоҡсай. □ Мошонка. / Мошоночный. Тәкә сумтайы. Үгеҙ сумтайы.
СУМЫРЫЛЫУ (сумырыл-) ҡ. төш. ҡар. сумырыу 1, 2. страд, от сумырыу 1, 2. Һыуға сумырылыу.
СУМЫРЫУ (сумыр-) (Р.: окунать; И.: dip, plunge; T: banmak) ҡ.
1. Шыйыҡ нәмә эсенә индереү, кү-мелдереү, тотош батырыу. □ Окунать, погружать (в жидкость). // Погружение.
■ Мәүсилә, намаҙ уҡырға йыйынған кеше һымаҡ, ҡуш услап шишмә һыуын сумырып алды. Д. Бүләков. Егет, ҡоҙоҡ һыуын артыҡ ныҡ болғатмаҫҡа тырышып, ипләп кенә көйәнтәне эскә сумырҙы ла яйлап ҡына ҡапшай башланы. И. Ғиззәтуллин.
2. кусм. Мул итеп эләктереү; мул итеү. □ Урывать, ухватить. ■ Сумырып аҡса алыу. Сумырып ҡаймаҡ һалыу. Икмәкте сумыра ғына.
3. кусм. Кемгәлер нимәнелер күп итеп биреү; мулыҡтырыу. □ Обеспечивать чем-л.
■ Түҙмәне Бәҙерғол, төп ецгәне яйын килтереп, мул ғына буләк сумырып, кәләшен күрһәтеүҙе үтенде. Ғ. Хөсәйенов. Аҡсаһын мул ғына сумырғас, яҙыуын писарь шул арала уҡ килешле итеп, бөйөк Пётрҙыц изге
хөрмәтен иҫкә алып, баш орамын, тип башланы. Ғ. Ибраһимов.
4. күсм. Баштан-аяҡ бер хәлгә төшөрөү, берәй хәлгә дусар итеү. □ Погрузить, погрузиться. // Погружение. ■ [Сәғиҙә] илһамдарға сумырып оҙатыусы илаһи көстө таш стена үтә лә һаман артында тоя ине. Й. Солтанов. Тәүге мөхәббәте шулай Зиннәтте .. боҙло һыуҙарға сумырып туцдырҙы, әммә күцеле уныц һис кенә лә һүрелмәне. 3. Ураҡсин.
СУМЫУ (сум-) (Р: нырять; И.: dive; Т.: dalmak) ҡ.
1. һыуға төшөп, баштан аша күмелеү. □ Нырять; погружаться. // Ныряние, погружение. Төпкә сумыу. Сумып йөҙөргә өйрәнеү. Күлгә сумып сығыу. ■ Бына Азатҡа ла шыпырт ҡына һыуға сумыр ваҡыт етте. Ә. Бикчәнтәев. Шәйхулла Димгә һикергән. Шул сумыуҙан башҡаса ҡалҡмаған. М. Кәрим. • Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сумған. Әйтем.
2. Шыйыҡ йәки йомшаҡ нәмә эсенә күмелеү. □ Погружаться. // Погружение. ■ Инде батша үҙе лә ҡаҙанда ҡайнаған һөткә сумып сығырға була. Әкиәттән. [Алпамыша — Ҡарабатырға:] Шул ҡайнап торған ҡаҙандан сумып сыға алһац, йәшәр-һец; сыға алмаһац, шунда ҡалырһыц инде. «Алпамыша».
3. Ниндәйҙер көрпәк, ҡабарып торған нәмә эсенә инеп күмелеү, батыу. □ Тонуть, завязнуть, погружаться, увязнуть. // Погружение. Мендәргә сумыу. Йомшаҡ креслоға сумып ултырыу. ■ Ауыл осонда яртылаш ҡарға сумған бер өй. Т. Хәйбуллин. Ныязғол .. һаман да үҙенец түрендә яҫтыҡҡа сумып ултыра ине. Һ. Дәүләтшина. Әхирәтем билдән кире көрткә сумып тора, алға ла, артҡа ла бара алмай. Р. Камалов. Фёдор Пьянков атлаған ыцғайына оҙон булып һуйлайып барып төштө, ә ҡолғаһы ҡарға сумып, ут һүнде. Р. Солтангәрәев. Аҡмалға шундай оло түрәләрҙең ҡарға кереп сумыуы уға ни сәбәплелер оҡшай ине. Б. Рафиҡов.
4. күсм. Ҡайҙалыр инеп китеү, күҙҙән юғалыу. □ Пропадать. Шаршау артына сумыу. ■ Ҡурай еләктәрен йырҙырып, Ну-
672