Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 671 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУММАР
(в жидкость). // Погружение. ■ Надир Гөлгөнәне һыуға сумдырам ғына тигәндә, ике араға йәнә әлеге Клара килде лә инде. Р. Байбулатов. Гөлбаныу .. йылғаның тәрәйенә ук кисеп инә лә, биҙрәләрен бер-бер артлы шаршыға сумдыра. Ш. Янбаев. Батша хәйләләшеп, байҙы ҡаҙанға алдан сумдыра. Әкиәттән.
2. Йомшаҡ, көрпәк нәмәгә тәрән итеп батырыу. □ Утопать. Ҡарға сумдырыу. Мамыҡ мендәргә сумдырыу.
3. кусм. Кемгәлер нимәнелер күп итеп биреү; мулыҡтырыу. □ Обеспечивать чем-л. Алтын-көмөшкә сумдырыу. Байлыҡҡа сумдырыу.
4. кусм. Баштан-аяҡ бер хәлгә төшөрөү, берәй хәлгә дусар итеү. □ Погрузить, погрузиться. // Погружение. Хыялға сумдырыу. ■ Сана шыжлауы, сананың моңһоу көйө Рәҡипте уҙенән-уҙе уйҙарға сумдырҙы. Р. Низамов. Ауылдан ишетелгән гармундың ыңғырашыуы, эштәрҙең уға ҡушылыуы Сәхибәне сикһеҙ уйҙарға сумдырҙы. Ғ. Хәйри.
5. кусм. Ныҡ ҡына һуғыу; тондороу. □ Ударить, бить кого. Берҙе сумдырып алыу.
СУМДЫРЫШЫУ (сумдырыш-) ҡ. урт. ҡар. сумдырыу 1,2. взаимн. от сумдырыу 1, 2. Ҡарға сумдырышыу.
СУМКА [рус.] (Р: сумка; И.: vanity box; vanity case; tote; T.: çanta) и.
Сепрәктән, күндән һ. б. тегелеп, ваҡ-төйәк һалып йөрөтә торған тоҡсай. □ Сумка, сумочка. Ҡатын-кыҙ сумкаһы. Ҡул сумкаһы. Юл сумкаһы. ■ Гөлдәр, сумкаһын яурынына аҫып, Таһирҙан айырылырға теләмәгән төҫлө, һаман урынында торҙо. Р. Байбулатов. [Емеш] кулдәге төҫөндәге сумка тотоп, кубәләк шикелле осоп-һикереп урамға сығып китте. 3. Биишева. Участковый, аҫмалы сумкаһынан ҡағыҙ алып, ниҙер һорарға, ниҙер яҙырға тотондо. С. Шәрипов. Маргарита, тубығындағы кун сумкаһын асып, председателгә курстан һуң тапшырылған уҙ танытмаһын һуҙҙы. Р. Өмөтбаев.
СУМҠА I и. диал. ҡар. соңҡа. Сумкаһы сығып тора.
СУМҠА II и. диал. ҡар. сумғыс өйрәк. Сумкалар һыуҙа сумып уйнай.
СУМҠА III (Р: серощёкая поганка; И.: dabchick species; T.: kızıl boyunlu batağan) u. зоол. диал. ҡар. сыпҡай.
Ҡара ҡойроҡло, ҡара көрән һыртлы, күкһел ҡара башлы өйрәк төрө. □ Серощёкая поганка (лат. Podiceps griseigena Bodd). Сумка ояһы. ■ Сумка ерҙән атлап йөрөй алмай. Э. Ишбирҙин.
СУМҠА IV (Р: красношейная поганка; И.: sort of a sheldrake; T.: kulaklı batağan) и. зоол. диал. ҡар. ҡолаҡлы сыпҡай.
Сикәләре ҡара, муйыны, ҡабырғалары ҡыҙғылт ерән, һырты ҡара көрән, түше, ҡорһағы көмөш кеүек йымылдаҡ аҡ төҫтәге өйрәк төрө. □ Красношейная поганка (лат. Podiceps auritus). Сумка туше. ■ Сумка тәлмәрйен, һыу бөжәктәре менән туҡлана.
Э. Ишбирҙин.
СУММА I [лат. summa] (Р: сумма; И.: sum; T.: toplam) и. кит.
1. мат. Ике йәки бер нисә һанды ҡушҡандан сыҡҡан һөҙөмтә; ҡушылдыҡ.
□ Сумма. Ике һандың суммаһы. Сумманың квадраты. Сумманың кубы.
2. Нимәнеңдер дөйөм миҡдары. □ Сумма. Әсәлек капиталының суммаһы.
3. Ҡупмелер күләмдәге аҡса. □ Сумма (количество денег). ■ Төйөнсөк эсенән ун аршын самаһы барсалы сатин, бишәр һумлыҡ ҙур ғына суммала аҡса, бер ҡаҙаҡ бөртөк сәй һәм ярты икмәк килеп сыҡты. Ж. Кейекбаев. [Исмәғил:] Ә граф Иван Григорьевич .. төшкән сумманың тейешле өлөшөн бу леп бирер, тигән өмөттәбеҙ. F. Хөсәйенов.
СУММА II и. диал. ҡар. сөмбәй I. Сумма урын. Сумма ер.
СУММА III (Р: зимнее бездорожье; И.: bad roads; T.: kışın yolların zor geçilir duruma gelmesi) и. диал.
Ҡышҡы юлһыҙлыҡ. □ Зимнее бездорожье. Суммала буре һуғыу.
СУММАР (Р: суммарный; И.: total; T.: toplu, toplam) с. кит.
1. Ҡушҡандан барлыҡҡа килгән; дөйөм.
□ Суммарный. Суммар һан. Суммар ҡеуәт. ■ Гинуар планын коллектив тубәндәге кур-
671