Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 670 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУМАР
■ [Рифат:] И-и-и, Илдар, иштең бит ишәк сумарын. Р. Байбулатов.
СУМАР II (Р: кадык; И.: Adam’s apple; T.: gırtlak) и. ҡар. диал. күмәгәй.
Ирҙәр үңәсендәге сурайып торған кимерсәк. □ Кадык. Сумары ныҡ сығып тора.
СУМАР III (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мең ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени мин. Сумар араһы кешеһе.
СУМAPT (P: щедрый; И.: generous, bountiful; T.: cömert) с. диал. ҡар. йомарт 1.
Бар нәмәһен кеше менән бүлешкән.
□ Щедрый. Сумарт кеше. Өләсәйем дә, инәйем дә бик сумарт булды.
СУМАРТЛАНЫУ (сумартлан-) (Р: расщедриться; И.: show (a bit of) generosity; T.: cömertleşmek) ҡ. диал. ҡар. йомартланыу 1,2.
Йомартлыҡ күрһәтеү. □ Становиться щедрым, расщедриться. Сумартлана төшөу. Сумартланып китеу.
СУМАРТЛЫҠ (сумартлығы) (Р: щедрость; И.: generosity; T.: cömertlik) и. диал. ҡар. йомартлыҡ.
Йомарт булған хәл. □ Щедрость. Су-мартлыҡ курһәтеу.
СУМАСА и. диал. ҡар. сумғыс өйрәк.
Сумаса аулау.
СУМАХ (Р: сумах; И.: Shemakha rug; T.: Kafkas halısı) и.
Кавказ халҡының келәме. □ Сумах (кавказский ковёр). Сумах һатып алыу. Иҙәнгә сумах тушәу.
СУМБЫРЛАУ (сумбырла-) (Р: бултыхаться; И.: splash about; T.: çalkalanmak) ҡ.
Шомбор иткән тауыш сығарыу; шомборлау. □ Бултыхаться. Таш һыуға сумбырлап төшөп китте.
СУМҒАЛАҠ I (сумғалағы) и.
1. диал. ҡар. сумғыс өйрәк. ■ Ҡамыш араларында быжҡылдашыусы һуна, сурә-гәйҙәр, томбойоҡтарҙа, сай араларында
буталған ҡашҡалаҡтар, ҡашыҡморондар, сумғалаҡтар һунарсыларҙың туҙемлеген минут һайын нығыраҡ ҡаҡшата. Т. Килмөхәмәтов.
2. Һыуҙа оҫта сумыусы. □ Нырок. Сумғалаҡ малай. ■ [Алпар] бәләкәстән ук сумғалаҡ булам тип хыяллана. Ғ. Ибраһимов.
СУМҒАЛАҠ II (сумғалағы) (Р: оляпка;
И.: dipper; T.: dere kuşu) и. диал. ҡар. һыу турғайы.
Ҡыҫҡа ҡойроҡло, тығыҙ ҡауырһынлы, сыйырсыҡ ҙурлыҡ ҡош. □ Оляпка (лат. Cinclus cinclus). Сумғалаҡ тауышы. Сумғалаҡ һайрауы.
СУМҒАЛАҠ ӨЙРӘК (өйрәге) и. диал. ҡар. сумғыс өйрәк. Был кулдә сумғалаҡ өйрәктәр бик куп.
СУМҒАЛАҠ ТУРҒАЙ (Р: оляпка; И : dipper; T.: dere kuşu) и. диал. ҡар. һыу турғайы.
Ҡыҫҡа ҡойроҡло, тығыҙ ҡауырһынлы, сыйырсыҡ ҙурлыҡ ҡош. □ Оляпка (лат. Cinclus cinclus). ■ Сумғалаҡ турғай ояһын муктән эшләй, һыу өҫтөндәге ботаҡтарға, тамырҙарға, өңөлгән яр йәки гөрләуектәр аҫтына ҡора. Э. Ишбирҙин.
СУМҒОШ и. зоол. диал. ҡар. сумғыс өйрәк. Сумғоштар һарғылт зәңгәр йомортҡа һала.
СУМҒЫР и. диал. ҡар. соңғол. Сумғырҙа һыу инергә ярамай.
СУМҒЫС и.
1. диал. ҡар. сумғыс өйрәк. Йылға буйы сумғыстар менән тулған.
2. ҡар. сумғалаҡ I, 2. ■ Шәп сумғыс ине Шәмсетдин ағай. Р. Байымов.
СУМҒЫС ӨЙРӘК (өйрәге) (Р: красноголовый нырок; И.: pochard species; T.: elmabaş patka) и. зоол.
Башы ҡыҙғылт көрән, кәүҙәһе күкшел буҙ төҫтәге эре өйрәк. □ Красноголовый нырок (лат. Aythya ferrina). Сумғыс өйрәк бәпкәһе. ■ Сумғыс өйрәктең ояһы йығылған ҡамыш өҫтәрендә була. Э. Ишбирҙин.
СУМДЫРЫУ (сумдыр-) (Р: окунать;
И.: dip, plunge (into); T.: banmak) ҡ.
1. Һыуға йәки бүтән шыйыҡ нәмәгә кү-мелгәнсә төшөрөү. □ Окунать, погружать
670