СУМАР
1. Сульфат ҡатнаш. □ Сульфатный. Сульфатлы татырлауыҡ. Сульфатлы тупраҡ.
2. Сульфат ярҙамында алынған; сульфат менән эшкәртелгән. □ Сульфатный. Сульфатлы һабын. Сульфатлы целлюлоза.
СУЛЬФИД [лат. sulfur ‘көкөрт’] (Р.: сульфид; И.: sulphide; T.: sülfid) и. хим.
Көкөрт менән металл берләшмәһе. □ Сульфид. / Сульфидный. Сульфид мәғдәне. Органик сульфид. Тәбиғи сульфид.
СУЛЬФИТ [лат. sulfur ‘көкөрт’] (Р.: сульфит; И.: sulphite; T.: sülfit) и.
Көкөртлө кислота тоҙо. □ Сульфит. / Сульфитный. Натрий сульфиты.
СУЛЬФИТЛАУ (сульфитла-) (Р: сульфитировать; И.: sulfurate; T.: kükürtle karıştırmak) ҡ. махе.
Емеш-еләкте, йәшелсәне һ. б. көкөртлө кислота тоҙо, көкөртлө ангидрид ҡушып консервалау. □ Сульфитировать. // Сульфитация. Еләкте сульфитлау. Емеш һуттарын сульфитлау.
СУМАҘАН [фарс. (Р.: чемодан; И.: trunk; T.: valiz) и.
Кейем-Һалым һ. б. һалып юлға йөрөтөү өсөн бик ҡуйып эшләнгән, ҡапҡасы асылмалы, тотҡалы, ҙур тартма рәүешендәге ҡулайлама. □ Чемодан. / Чемоданный. ■ Әлфиә карауат аҫтынан фронттан йөрөп ҡайтҡан фанер сумаҙанын тартып сығарҙы, кейем-һалымын тултыра башланы. И. Абдуллин. Шофёр машинаның ишеген киң итеп асып ебәрҙе лә йәшел сумаҙанды йәһәт кенә юл ситенә алып ҡуйҙы. Ә. Бикчәнтәев. Ул [Шәрәфетдин] сумаҙанын асып, һике өҫтонә ҡуйҙы ла хәл белергә ингән әбей-һәбейҙәргә, бала-сағаларға күстәнәс өләшергә кереште. М. Кәрим. Бер нисә минуттан перронда ике ҡулына ике сумаҙан тотҡан, рюкзак аҫҡан егет менән ҡыҙ ғына тороп ҡалды. Б. Рафиҡов. Ир-егеттәр кузовҡа күтәрелде, ылауҙарҙағы ҡурйындар, сумаҙандар, тоҡтар, төйөнсөктәр улар менән бергә күсте. Ш. Янбаев.
СУМАЙЫУ (сумай-, сумая) (Р: широко раскрываться; И.: open wide; T: gözleri fal taşı gibi açılmak) ҡ. диал. ҡар. аҡшайыу.
Түңәрәкләнеп, ҙур булып асылыу (күҙгә ҡарата). □ Широко раскрываться, таращиться (о глазах). Сумайып ҡарау. Сумайып тороу. Сумайып ултырыу.
СУМАҠ с. диал. ҡар. суҡаҡ П. Сумаҡ may.
СУМАҠА и. анат. диал. ҡар. соңҡа. Сығынҡы сумаҡа.
СУМАН I (Р: разновидность саней; И.: kind of sledge; T: bür tür kızak) и. диал. ҡар. шүмән.
Ҡабыҡты йәки мал тиҙәген туңдырып яһалған сана. □ Разновидность саней. Суман яһау.
♦ Тишек (йәки төпһөҙ) суманға ултыртыу алдау. □ соотв. Оставить с носом. ■ [Бабай — агрономға:] Минең менән бәхәсләшмә, барыбер төпһөҙ суманға ултырырһың. А. Мағазов.
СУМАН II (Р: корзина; И.: basket; Т.: sepet) и. диал. ҡар. кәрзин.
Тал сыбығы, ҡамыш һ. б. үреп яһалған һауыт. □ Корзина (ёмкость). Суман һатып алыу. Суманға еләк сүпләү.
СУМ АН Д АУ (су манда-) (Р: двигаться вразвалку; И.: waddle; T: badi badi yürümek) ҡ. диал. ҡар. алпанлау.
Ян-яҡҡа аушанлау, һалп-һолп итеү (атлағанда). □ Двигаться вразвалку, вперевалку, переваливаться. Сумандап атлау. Сумандап йөрөү.
СУМАР I (P: клёцки; И.: dumpling; T: bir tür hamur yemeği) и. кул.
Йомортҡа менән һөткә баҫҡан ҡамырҙан өҙөп-өҙөп бешерелгән йомро һалма. □ Клёцки. Сумар ашау. ■ [Фәһим] ашап ултырған тары сумары һалынған туҫтағын ҡашығаяҡ яғына илтеп ҡуйҙы. И. Ғиззәтуллин. [Атаһы — Ибраһимға:] Ә һин ата ялҡауға арыш сумары ла харам икән! Д. Исламов.
♦ Иштең ишәк (йәки арыш) сумарын 1) тырышып та булдыра алмаған, ҡулынан килмәгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Растяпа. ■ «Һеҙҙең менән ишерһең ишәк сумарын», — тип, Азамат ҡыҙҙарҙы әрләп алып китте. Ә. Бикчәнтәев; 2) йәпһеҙ, килешһеҙ ҡылыҡ ҡылыу, һүҙ әйтеү. □ Ну и натворил же ты!
669