СҮМӘЛӘЛӘҮ
Әйле ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени ай ле. Сумес аймағы йыйыны.
СҮМЕСБАШ I (P.: головастик; И.: tadpole; T.: iribaş) и. зоол.
Ер-Һыу хайуандары класына ҡараған йөҙгөс ҡойроҡло тәлмәрйен балаһы. □ Головастик (лат. Bucephala albeold). ■ Июнь айы етһә, йылғаларҙа һәм кулдәрҙә тормош ҡайнай: балыҡтар ыуылдырыҡ сәсеуен дауам итә, сумесбаштар йөҙә. Ш. Нафиҡов.
СҮМЕСБАШ II (Р.: Большая Медведица; И.: Big Dipper; T.: Yedigir) и. астр. диал. ҡар. Етегән.
(баш хәреф менән) Төньяҡта сүмес һымаҡ урынлашҡан ете яҡты йондоҙҙан торған йыл буйы күренгән йондоҙлоҡ. □ Большая Медведица. ■ Беҙҙең яҡта Етегәнде Су-месбаш тип тә әйтәләр. Экспедиция материалдарынан.
СҮМЕСЛӘП (Р: ковшом; И.: by the dipper; T.: kepçe ile) p.
Сүмес менән. □ Ковшом; помногу. Сумесләп өләшеу. Сумесләп һоҫоу. ■ [Емешкә] кук әремде ҡайнатып, сумесләп эсеу ҙә файҙа бирмәне. 3. Биишева. Ғариф ҡом тултырылған биҙрәгә сумесләп һыу ҡойҙо. А. Мағазов. Гөлйөҙөм .. көмөш кеуек ҡар һыуын сумесләп-сумесләп аҡ кунәктәргә тултыра ине. Һ. Дәүләтшина.
СҮМӘКСЕТЕҮ (сүмәксет-) (Р: валить; И.: send smb head over heels; T.: başaşağı devirmek) ҡ.
Баш түбән ебәреү, тәкмәстереү. □ Валить, пускать вверх тормашками кого (толкнув, ударив и т. п.). Һиҙмәҫтән сумэксетеу. в [Һаҡсының] ике аҙым алға ынтылыуы булды, шул секундта уның арт яғынан шыҡ иттереп елкәһенә бирелгән приклад сумәксетеп ергә ҡолатты. Һ. Дәүләтшина.
СҮМӘКСЕҮ (сүмәксе-) (Р: полететь вверх тормашками; И.: go topsy-turvy; T.: paldır-küldür düşmek) ҡ.
Баш түбән китеү. □ Упасть, перекувыркнувшись; полететь вверх тормашками. Сумәксеп барып ятыу. ■ Ҡотлобай, сумәк-
сеп китеп, артына лап итеп йығылып төштө. Һ. Дәүләтшина.
СҮМӘКӘЙ (Р.: до краёв; И.: full to the brim; T.: ağzına kadar) p. диал. кар. мөлдөрәмә.
Ситенән артыла яҙғансы, түгелеп китерҙәй. □ До краёв. Сумәкәй итеп һалыу.
■ [Гөлсөм:] Шатлығым сумәкәй булды. И. Абдуллин. Аяҡсылар, туҫтағығыҙ сумәкәй тулған булһын. М. Кәрим.
СҮМӘКӘЙ Л ӘҮ (сүмәкәйл ә-) ҡ. диал. сүкәйеү. Бала сумәкәйләне. Сумәкәйләп ултырыу.
СҮМӘЛӘ (Р: сноп; И.: cartload of sheaves; T.: demet, ekin demeti) u.
1. Бер арбалыҡ кәлтә өйөмө. □ Сноп. Су мәләгә ойоу. ■ Кәлтә су мәләләре сыбарлаған тирәлә, бер нисә кеше бил яҙмай иген ура. Н. Мусин. Бара торғас, һап-һары булып ятҡан игендәр шып-шығырым булып ултырған сумәләләр, ҙураттар менән алмашына. Ж. Кейекбаев.
2. диал. Бер нисә күтәремдән ослап һалынған бесән өйөмө; күбә. □ Копна.
■ Камалова һикереп торҙо ла бесән сумәләһенә ҡарай йән-фарман һыпыртты. И. Абдуллин. Арбаға сумәлә ҙурлыҡ итеп өйөлгән хуш еҫле бесәнде атайым ат ябыуы менән япты. Ә. Вәли. [Атайым — Ғәлимә апайға:] Бик алыҫ китмә, башҡаларға ауыр булыр, унда еткерә алмаҫтар, кутәремдәр тигеҙ булһын, юғиһә сумәлә һалырға уңайһыҙ булыр. М. Ғафури. • Суп йыйһаң — сумәлә, субәк йыйһаң — көнйәлә. Әйтем.
♦ Сүп өҫтөнә сүмәлә бәлә өҫтөнә бәлә килгәндә әйтелә. □ Беда за бедой, несчастье за несчастьем, соотв. Пришла беда — открывай ворота. Сүпте сүмәлә итеү юҡ ҡына нәмәне ҙур итеп, ҡабартып һөйләү. □ соотв. Делать из мухи слона. ■ Иштуған кемдәрҙеңдер супте сумәлә итергә .. әҙер тороуына ҡарап юғала торған кешеләрҙән булмаһа ла, был [мулланы туҡмағандар тигән] хәбәргә аптырамай булдыра алманы.
3. Биишева.
СҮМӘЛӘЛӘҮ (сүмәләлә-) (Р: складывать снопы; И.: stack sheaves; T.: demetlemek) ҡ.
695