Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 714 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫБЫТЫУ
2. кусм. Нимәлер эшләргә көсләү, мәжбүр итеү, ашыҡтырыу. □ Подгонять, понукать, торопить. // Понукание. Сыбыртҡылап эшкә ҡушыу. ■ Тәбиғәттең былай тороуы крәҫтиәндең дәртен арттыра, уны игенен йыйып ҡалырға сыбыртҡылай ине. Ғ. Дәүләтшин.
3. кусм. Бик ныҡ тәнҡитләү, әрләү. □ Журить, ругать, критиковать. ■ [Директор:] Эле ул [редактор] һин килерҙән алда ғына мине байтаҡ сыбыртҡылап алды. Б. Бикбай.
4. миф. ҡар. ҡамсылау 2. Ен-шайтанды сыбыртҡылау.
СЫБЫТЫУ (сыбыт-) (Р.: пороть; И.: take a dress to pieces; T.: sökmek, çözmek) ҡ. диал. ҡар. һүтеү.
Тегелгән, уралған, ишелгән, йомарланған нәмәне тағатыу. □ Пороть, распарывать; расплетать, разматывать. // Распарывание, распорка; расплетание, разматывание. Йомғаҡты сыбытыу.
СЫВАЙҠЫУАҠ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени усерган. Сывайҡыуаҡ араһы ир-егеттәре.
СЫВОРОТКА [рус.] (Р: сыворотка; И.: serum; serosity; T.: süt suyu) и. ҡар. һүл.
Ҡан һәм лимфа ойошҡанда алынған шыйыҡлыҡ (медицинала дауалау һәм диагноз ҡуйыу өсөн ҡулланыла). □ Сыворотка. Грипп сывороткаһы. Дифтерияға ҡаршы сыворотка.
СЫҒАН (Р: место прохода, вывода или вывоза чего-л. откуда-л:, И.: spot to take smth out; T.: geçit) и.
Нимәнелер аша сыға йәки нимәлер сығара торған урын. □ Место прохода, вывода или вывоза чего-л. откуда-л. Кисеу сығаны. Бурәнә сығаны.
СЫҒАНА (Р: очень; И.: very (much); T.: çok) р. диал.
Бик ныҡ. □ Очень. Сығана ҡара ҡаш.
СЫҒАНАҠ I (сығанағы) (Р: исток; И.: source; T.: kaynak) и.
1. Ер аҫтынан тәбиғи рәүештә һыу сығып ятҡан урын; күҙәү. □ Исток, родник, ключ. һыу сығанағы. ■ Рәшиҙә утенеп һорағас, Гайсар ҡарт уның менән бергә Ташлыйылғаның сығанағына барырға ризалыҡ бирҙе. Ғ. Аллаяров.
2. Файҙалы ҡаҙылдыҡ булған урын; ятҡылыҡ. □ Месторождение, залежь (полезных ископаемых). Нефть сығанағы. ■ Тамаҡ ялғап алғас ҡына, тирә-яҡты әйләнеп сығып, нефть сығанаҡтарын эҙләп ҡарарға булдыҡ. Ә. Бикчәнтәев.
3. кусм. Нимәнелер барлыҡҡа килтергән, уға нигеҙ, башланғыс булып торған нәмә. □ Источник (основа, начало чего-л.). Йәшәу сығанағы. ■ Дәртле теләк — йәшәу сығанағы ул. А. Абдуллин. Бәхеттең бөтмәҫ-төкәнмәҫ сығанағы — эш, хеҙмәт икән ул! 3. Биишева. Атты бит беҙҙең халыҡ элек-электән йәшәу сығанағы итеп, ауыр юлдарҙа тоғро юлдаш итеп ҡараған. Т. Килмөхәмәтов. Машина — кеше ташыу өсөн генә тугел, беҙҙең йәшәу, тормош сығанағы ла ул! Н. Мусин. Ер — башҡорттоң башҡортлоғо, төп йәшәу сығанағы. Й. Солтанов.
4. Ниндәйҙер мәғлүмәт, хәбәр биргән кеше йәки нәмә. □ Основа, источник. Яңы сығанаҡ. ■ Шофёрҙарҙың хеҙмәтен баһалағанда ул [экскаваторсы] биргән мәғ-лумәттәр төп сығанаҡ булып хеҙмәт итә. Д. Исламов.
5. махс. Фәнни тикшеренеүҙә файҙаланылған төрлө мәғлүмәт (яҙма ҡомартҡы, документ һ. б.). □ Источник (письменный документ, памятник и т. д.). Яҙма сығанаҡтарҙы өйрәнеу. Тарихи сығанаҡтарға таяныу. ■ Гилми сығанаҡтар, башҡорттарҙың хәҙерге йәшәгән урындары — уларҙың берҙән-бер тыуған ере, тип раҫлай. Р. Байымов. Теге йәки был профессор оҙаҡ итеп, төрлө сығанаҡтарға таянып һөйләгән лекцияны Таңһылыуға тәнәфес ваҡытында биш-алты һөйләм менән яңынан ҡыҫҡаса ғына аңлатырға тура килә [егеткә]. М. Садиҡова.
714