СЫБЫРТҠЫЛАУ
ҡулды, тәнде кесерткән өтөп алмай. Р. Низамов.
СЫБЫҠТИМЕР (Р: проволока; И.: wire; T.: tel) и.
Нәҙек оҙон бау, еп рәүешендә яһалған төрлө сым. □ Проволока. / Проволочный. Баҡыр сыбыҡтимер. Ҡорос сыбыҡтимер. Йыуан сыбыҡтимер. ■ [Булат:] Нәҙек сыбыҡтимерҙе Рәхимә еңгәмдәрҙең ҡапҡаһынан сисеп алғайным. К. Кинйәбулатова.
СЫБЫҠТЫҠ (сыбыҡтығы) и. диал. ҡар. сауҡалыҡ. Сыбыҡтыҡта ял итеу.
СЫБЫЛЫУ (сыбыл-) (Р: распарываться; И.: become torn; T.: sökülmek) ҡ. диал. ҡар. һүтелеү.
Тегелгән, ишелгән, уралған нәмә һүтелеү. □ Распарываться; разрываться. // Разрыв. Кулдәге сыбылған. Йөйөнән сыбылыу. Сы-былып китеу.
СЫБЫРЛЫҠ (сыбырлығы) (Р.: мелкота; И.: small fry; little guys; T.: küçüklük, ufaklık) и. диал.
Ваҡ бала, ыбыр-сыбыр бала. □ Мелкота, мелюзга. Сыбырлыҡтар уйыны. ■ Беҙ мәктәптән ҡайтҡанда, Нурыйҙың сыбырлыҡтары беҙҙең баҡсала йөрөй ине. Р. Ғабдрахманов.
СЫБЫРТҠЫ (Р: кнут; И.: lash, whip; T: kamçı) и.
1. Мал ҡыуыр өсөн осон нәҙегәйтеп йүкәнән, ҡайыштан һ. б. ишелгән йәки үрелгән һаплы бау. □ Кнут. Сыбыртҡы шартлатыу. Ҡайыш сыбыртҡы. Йукә сыбыртҡы. Оҙон сыбыртҡы. Сыбыртҡы осо. Сыбыртҡы уреу. ■ Бына бер саҡ баҫыу ҡапҡаһының артында туҙан болото кутәрелә; кө-төусенең сыбыртҡыһы шарт-шорт итә. И. Абдуллин. Азамат, асыуланып, сәнскеле куҙ ҡарашын һыбайлыларға һирпте лә, сыбыртҡыһын шартлата-шартлата, аттарын ҡыуҙы. Я. Хамматов. Сәлмән ҡапҡа төбөнән кире боролдо, йугән, сыбыртҡыһын аласыҡҡа индереп элде. 3. Ураҡсин. • Яҡшы атҡа сыбыртҡы кәрәкмәй. Әйтем. Атты сыбыртҡы менән ҡыума, һоло менән ҡыу. Әйтем. Атым яҡшы тип, сыбыртҡыңды ҡуйма. Әйтем. Йөҙлөк атың булһа, меңлек
сыбыртҡың булһын. Әйтем. Сығымсы атҡа сыбыртҡы кәрәк. Әйтем.
2. кусм. Ҡайҙалыр әйҙәй, ҡыуа торған нәмә. □ Хлыст. ■ [Дауытов:] Тимәк, һеҙгә [Байназаровҡа] агитация ла, сыбыртҡы ла кәрәкмәй. Б. Бикбай.
3. миф. һаҡлау, насар көстәрҙе ҡыуыу көсөнә эйә булған мифик әйбер (куберәк тыуыу, туй йолаларында ҡулланыла). □ Кнут (мифологизированный предмет, имеет обе-режную и отгонную силу; используется в свадебном, родинном обрядах). Я Ҡырҙа ятырға тура килһә, туңәрәтеп сыбыртҡы, эйәр, йугән һалалар, йылан, ен-шайтан килмәй. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СЫБЫРТҠЫ АШЫ (Р: ритуальная еда, приготовленная в последний день свадьбы; И.: kind of ritual food; T: düğünün son günüyle ilgili ayin yemeği) и. этн.
Туйҙың һуңғы көнөндә бешерелгән йола ашы. □ Ритуальная еда, приготовленная в последний день свадьбы. Сыбыртҡы ашы әҙерләу. Сыбыртҡы ашы ашатыу.
СЫБЫРТҠЫ ИТЕ и. диал. ҡар. сыбыртҡы ашы. Сыбыртҡы итенә әҙерләнеу.
СЫБЫРТҠЫ Л АНЫУ (сыбыртҡылай-) ҡ. төш. ҡар. сыбыртҡылау, страд, от сыбыртҡылау. Сыбыртҡыланған сабан ат.
СЫБЫРТҠЫЛАТЫУ (сыбыртҡылат-) ҡ. йөкм. ҡар. сыбыртҡылау, понуд. от сыбыртҡылау. Атты сыбыртҡылатыу.
СЫБЫРТҠЫЛАУ (сыбыртҡыла-) (Р: стегать; И.: lash; T: vurmak; kamçılamak) ҡ.
1. Сыбыртҡы менән туҡмау, һуғыу. □ Стегать, хлестать, подгонять, бить кнутом. // Стегание, хлестание кнутом. Сыбыртҡылап алыу. Я Шакир теләр-теләмәҫ кенә атын борҙо, ат елгә ҡаршы барырға ризаһыҙлыҡ курһәтә башлағас, уны сыбыртҡылап алды. Ә. Вәли. Сәлмән ҡайтыу менән, бер ғәйепһеҙ ҡатындарҙы рәнйеткәне, илтифатһыҙлыҡ курһәткәне өсөн, малайын сыбыртҡыларға уҡталды, уҙен саҡ-саҡ тыйып ҡалды. С. Шәрипов. Илмырҙа, офицер ҡушҡанға ҡаршылыҡһыҙ буйһоноп, арбаһына табан кире йугерҙе һәм барып етер-етмәҫтән ғәмһеҙ торған атын сыбыртҡылай башланы. Я. Хамматов.
713