Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 712 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫБЫҠАЙ
ҡапҡаларын дегеткә буяп сыҡҡан, Фәғилә тигән ҡатынды тотоп аҫҡан; шунан ни, халыҡ түҙмәгән, уны бысраҡ сыбыҡ менән ҡыуа башлаған. Б. Бикбай. Сыбыҡ осо алыҫ туған. □ Дальний родственник, соотв. Седьмая вода на киселе. ■ Тик ҡыҙҙарының шаталаҡ холҡо, егеттәр менән иркенерәк ҡыланыу ы ата-әсәне һағайтты шикелле, Йәмиләгә «ҡарауылға» йыш ҡына сыбыҡ осо туғандары Әминә исемле һылыуҡайҙы сығарырҙар ине. Р. Байымов. Ут күрше өйҙәш үҫкәнгәмелер, әллә сыбыҡ осо ғына туғанлығы булғанғамы, Сәлим бәләкәйҙән Фәйезде яҡын күрҙе. С. Шәрипов. Сыбыҡһыҙ телефон кешенән кешегә йылдам таралған хәбәр (күберәк — ғәйбәт). □ Сплетня. ■ Сыбыҡһыҙ телефон өйҙән өйгә Нурҙың Өфөгә барыуы, танымаҫлыҡ булып кейенеп-яһанып ҡайтыуы тураһында хәбәр таратҡайны. И. Абдуллин.
СЫБЫҠАЙ (Р.: чомга; И.: great-crested grebe; T.: Bahri) и. диал. ҡар. урҙан.
Өйрәктән бәләкәйерәк, яҡшы сумыусы һыу ҡошо. □ Чомга (лат. Podiceps cristatus). Сыбыҡайҙар үҫемлеккә бай күлдәр һәм йылға буйҙарында йәшәй.
СЫБЫҠ БӨЖӘКТӘР (Р: палочники; И.: stick insects; T.: böcek çeşidi) и. зоол.
Эҫе яҡтарҙа йәшәгән, ағас ботағына оҡшаған, оҙонлоғо 30 сантиметрға етә торған ҡанатһыҙ эре бөжәктәр. □ Палочники (лат. Phasmopterâ). Сыбыҡ бөжәктәргә ҡараған бөжәктәрҙе тикшереү.
СЫБЫҠ КӘРТӘ и. диал. ҡар. ситән. Сыбыҡ кәртә үреү.
СЫБЫҠЛАНЫУ (сыбыҡлан-) ҡ. төш. ҡар. сыбыҡлау, страд, от сыбыҡлау. ■ Әммә иҫәр әҙәм юҡ донъяла, кем үҙ теләге менән кейеҙғолаҡ, күрәғарау Хамбал ҡарттан сыбыҡланып торһон! Р. Солтангәрәев.
СЫБЫҠЛАУ (сыбыҡла-) (Р: трепать, бить прутьями что\ И.: lash with twigs; T.: kamçılamak) ҡ.
1. Сыбыҡ (1) менән һуҡҡылау (йомшартыу, туҙанын ҡағыу өсөн). □ Трепать, бить прутьями что. Йөндө сыбыҡлау. Сыбыҡлап ҡағыу. • Тунды сыбыҡлап кейһәң, йылы була. Мәҡәл.
2. Сыбыҡ менән һыҙырыу; сыптырыу.
□ Хлестать, сечь, стегать прутом кого. Атты сыбыҡлау. Кешене сыбыҡлау. ■ Әсәһенән уға [Гөлбәҙәргә] ныҡ эләкте һәм бынан һуң әсәһе уны йыш ҡына: «Ҡара уны, тағы ла бер генә бәпкәне төйлөгәндән алдырһаң да, үҙеңде сыбыҡлармын», — тип ҡолағына туҡып оҙата торған булды. Д. Исламов. Манма тиргә төшкән Садиҡтың ҡобараһы осҡан, тәрән йырын кире тартып алмаһын тигәндәй, ярһып атын сыбыҡлай. Ш. Янбаев.
3. күсм. Кемделер ситләтеү, ҡыйырһытыу; ҡағыу. □ Притеснять, обижать кого. Урынһыҙ сыбыҡлау. ■ Шулай итеп, донъя бер саҡ Юламан ҡартты төрлөсә сыбыҡларға тотондо. 3. Биишева.
4. күсм. Ҡаты тәнҡитләү; бешеү, әрләү.
□ Журить, ругать, критиковать. Йыш сыбыҡлау. ■ Закир мәрхүм дә шулай, һин бер яҡтан тыйып, сыбыҡлап тораһың, ул икенсе яҡтан шаярып һөйләп торор ине.
3. Биишева.
СЫБЫҠСА (Р.: прутняк; И.: small willow growth; T: söğütlük, sorkunluk) u.
Ваҡ таллыҡ. □ Прутняк. Сыбыҡса араһы. Сыбыҡсалағы оя.
СЫБЫҠ-САБЫҠ (сыбыҡ-сабығы) (Р: хворост; И.: brushwood; T.: çalı çırpı) и. йыйн.
1. Йыйылмай ятҡан ағастар һәм ботаҡтар, ваҡ ағас киҫәктәре; ҡоро-һары.
□ Хворост, прутья, прутики; валежник. / Хворостяной, прутяной. Сыбыҡ-сабыҡ йыйыу. М Туҡмас һалыр алдынан усаҡҡа ҡоро сыбыҡ-сабыҡ яғалар. И. Абдуллин. Хасбулат олатай, төтөнлөккә сыбыҡ-сабыҡ ырғыта-ырғыта, һалмаҡ, уйсан ғына тауыш менән һөйләп китте. 3. Биишева. Арыраҡ бәләкәйерәк кенә айыу елле генә һыйырҙы мөгөҙөнән хас әҙәмсә тотоп ышыҡҡараҡ һөйрәй, йәнәһе, йәшерә, сыбыҡ-сабыҡ менән күмеп китә. С. Шәрипов.
2. Үҫемлек һабағынан сыҡҡан үҫенте; ботаҡтар. □ Ветки. Сыбыҡ-сабыҡ ботау. ■ Ғәлиәхмәт, бит-ҡулдарын сыбыҡ-сабыҡ һыҙырыуына ла иғтибар итмәҫтән, тауыш килгән яҡҡа йүнәлде. Р. Байымов. Урау булһа ла юл яҡшы, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр: битте, кейемде сыбыҡ-сабыҡ һыҙырмай,
712