СЫБЫҠ
СЫБАТАЛАУ (сыбатала-) (Р.: запрячь цугом; И.: put in harness; T: birkaç atı arabaya arka arkaya koşmak) ҡ.
Аттарҙы аллы-артлы ҡуйып, теҙеп егеү. □ Запрячь цугом. ■ Бер ваҡыт зың-зың иткән ҡыңғырау тауыштары ишетелеп ҡалыуға, сыбаталап егелгән аттарҙың етеп килгәне куренде. 3. Ураҡсин. Кашауай санаға ярһыу аттарҙы сыбаталап егеп, ҡышҡы юлдан елдәй елеуҙең матурлығын, рәхәтлеген татығанығыҙ бармы? Н. Нәжми.
СЫБАТМА (Р.: просяные снопы, поставленные друг на друга; И.: stack of millet sheaves; T.: birbiri üzerine konulmuş arpa demetleri) u.
Тары көлтәһен өҫтө-өҫтөнә яртылаш-яр-тылаш ҡатлап һалып теҙгән өйөм. □ Просяные снопы, поставленные друг на друга (для просушки). Алыҫтан сыбатмалар куренә.
СЫБАТЫЛЫУ (сыбатыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. сыбатыу 1. страд, от сыбатыу 1. Сыбатылған еп.
2. диал. Бер буй булып теҙелеү. □ Вытянуться, выстраиваться рядами. Сыбатылып уҫкән ағастар.
СЫБАТЫУ (сыбат-) (Р: разматывать чтө-л. намотанное; И.: unwind; T.: sarılmış şeyi çözmek) ҡ.
1. Оҙон итеп һуҙып тағатыу. □ Разматывать что-л. намотанное, скатанное и т. п. // Разматывание. Йомғаҡ сыбатыу.
2. кусм. Оҙонға һуҙыу. □ Затягивать. Я [Ямал:] Һуҙҙе бер сыбатып ебәрһәң, һәйбәт ук булмаһа ла, ғибрәт өсөн һөйләрлек нәмә табыла инде ул. М. Тажи.
СЫБЫҠ (сыбығы) (Р: прут; И.: twig; Т: ince esnek dal) и.
1. Ҡырҡып, һындырып алынған нәҙек ботаҡ. □ Прут, прутик; лоза. / Прутяной. Сыбыҡ кәрзин. Я Гөлгөнә ҡапыл тал сыбығын һындырып алды ла апаһына һондо. Р. Байбулатов. Юлдаш менән Ҡыҙырас та малдарын талсыбыҡ менән һыҙыра-һыҙыра саптыртып алып ҡайтып киттеләр.
3. Биишева.
2. иҫк. Яза рәүешендә һуҡтырыу өсөн ҡулланылған тал йәки бүтән шыйыҡ ботаҡ.
□ Хлыст. Сыбыҡ менән ҡыуыу. ■ Айбикә өс ҡыш буйы өшөп-туңып һабаҡҡа йөрөһә лә, оҫтабикәнең сыбыҡ менән һуҡтырыуы, сәс тартыу, тырнаҡтарға һуғыуҙан башҡа «әлепсен ә, әлебасын и, әлептәр ә, әлепкикөсөн ән, әлипкикасын ин, әлепкикөтөр өн» дәресе утеп, «кәпсен кәләмасылый, кәлимимсемә кәлимәтикотөрөртөн кәлимәтөн»гә генә етеп ҡалды. һ. Дәүләтшина. Сыбыҡ менән ҡағыҙ ҡулдарында, Төхфәт кеуек яуыз ир ҡайҙа. Халыҡ йырынан. • Сыбыртҡы юҡта сыбыҡ та ярай. Әйтем. Ҡыҙҙың инәһе — ҡырҡ, ҡырҡ беренсеһе — сыбыҡ. Әйтем.
3. диал. Электр үткәрә торған тимерсыбыҡ; сым. □ Провод. Бағаналағы сыбыҡ. ■ Бына ниндәй замана, борон сыбыҡ буйлап телеграмм килә тигәнгә ышанмай торғайнылар. С. Агиш. Телеграф сыбыҡтары, ашығыс килгән вәкилдәр, йәшерен пакеттар өр-яңы хәбәр килтерҙеләр. Б. Ишемғол.
4. Яңы үҫеп килгән ваҡ ағас йәки эре ҡыу үлән. □ Поросль, побеги. Алма сыбығы ултыртыу. Н Ултыртыу өсөн ҡайын сыбығы ла етерлек тугел әле. Ә. Вәли. • Ағас сыбыҡ саҡта бөгөлә. Әйтем.
5. Теләһә ниндәй ағас ботағы, сытыр. □ Хворост. Сыбыҡ яғыу. Я Оҙаҡ та утмәне, мина ярылған яҡтан, ҡоро сыбыҡтарҙы һындыра-һындыра, кемдеңдер килеуе ишетелде. Ғ. Аллаяров. Ҡарт, бер сыбыҡ киҫәге менән көстёрҙан ут алып, трубкаһын тоҡандырып, терһәгенә таянып ятты. Ғ. Ғүмәр. Ялҡын телдәре ҡоро сыбыҡтарҙың береһенән икенсеһенә урмә-ләне. Т. Килмөхәмәтов.
♦ Ауыҙын ҡыу сыбыҡ менән һөрткән гел «юҡ» тип кенә торған һаран, үтә һыҡмыр.
□ Скупой, скряга. Бер сыбыҡтан ҡыуылған береһен маҡтап, береһен яманларлыҡ түгел; бөтәһе лә бер. □ соотв. Одним миром мазаны. ■ Беҙ, бисәләр, барыбыҙ ҙа бер сыбыҡтан ҡыуылған инде, .. ҡайыҙлаусы ғына юҡ бит беҙҙе. Ф. Иҫәнғолов. Бысраҡ сыбыҡ менән ҡыуыу хурлап, яманлап, аранан ҡыуыу.
□ Прогнать с позором. Я Имеш, Ҡайынлы ауылында ҡаланан ҡайтҡан ниндәйҙер йунһеҙ бер комсомол көлхозға инмәуселәрҙең
711